Хамар
Хамар (норв. Hamar) — Норвегияның ҡалаһы һәм коммунаһы, Хедмарк фюлькеһыны (провинцияһының) административ үҙәге. Швецияның дәүләт сигенән алыҫ түгел урында, илдең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡаланың халыҡ һаны 27 593 кеше тәшкил итә (2006 йыл).
Тарих
Хамарға нигеҙ 1152 йылда епископлыҡ үҙәге итеп һалына. Хамар — Норвегияның яр һыҙаттарынан тыш торған берҙән-бер урта быуаттарҙа төҙөлгән ҡалаһы. Хамар XVI быуат аҙағына тиклем илдә иң эре ҡалаларҙың береһе булып тора. 1537 йылда уны даттар баҫып ала һәм бындағы католик епископлығын юҡҡа сығара. 1567 йылда Хамарға шведтар һөжүм итә һәм Хамар ҡала соборын емерә, шунлыҡтан күпселек кеше ҡаланы ташлап китә. 1587 йылда король указына ярашлы Хамарҙа баҙар ябыла. Хамар 1849 йылға тиклем ҡала статусын юғалта. XIX быуаттың икенсе яртыһында Хамар Хедмарктың (ҡала) Хедмарк үҙәге булараҡ тиҙ үҫешә.
1896 йылда ҡалала Норвегия тимер юлы музейы асыла — ул Норвегия тимер юл транспорты милли музейы була.
1994 йылда Хамар менән күрше Лиллехаммерҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәрелә, шулай уҡ ҡайһы бер спорт төрҙәре буйынса ярыштар Хамарҙа үтә (конькиҙа шыуыу һәм фигуралы шыуыу буйынса).
Ҡалала 1994 йылда университет асыла.
1999 йылда Хамарҙа Осло һәм Лиллехаммер менән берлектә хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.
2002 йылда Хамарҙа фигуралы шыуыу буйынса юниорҙар араһында донъя чемпионаты үтә.
Билдәле шәхестәр
- Брандт Рут — норвег һәм немец яҙыусыһы, федераль канцлер Вилли Брандтың икенсе ҡатыны.
- Бровольд Туре — норвег атыш буйынса спортсыһы, милли йыйылма командаһы ағзаһы. Пекинда йәйге Олимпия уйындарының көмөш призеры [1], Афинала Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.
- Даниельсен Эгиль — норвег атлеты, олимпия чемпионы.
- Педерсен Маркус — норвег футболсыһы, Норвегия йыйылма командаһы һөжүмсеһе.
- Педерсен Хильде — норвег саңғы спортсыһы, олимпия чемпионы.
- Серсдал Сверре — норвег боксеры, Олимпия уйындары призеры.
- Торесен Патрик — норвег хоккейсыһы, Норвегия йыйылма командаһы уйынсыһы.
- Флагстад Кирстен — норвег опера сопрано йырсыһы. .
- Эвенсма Сигурд — норвег прозаигы, драматург, сценарист, журналист, тәнҡитсе һәм публицист.
- Алиса Дальбю — 2014 йылғы Норвегия һылыуҡайы.
Туғанлашҡан ҡалалар
Һылтанмалар
На Викискладе есть медиафайлы по теме Хамар- Официальный сайт (норв.)
- ↑ 1 2 3 4 http://www.sprakradet.no/sprakhjelp/Skriverad/navn-pa-steder-og-personer/Innbyggjarnamn/
- ↑ Ordfører i Hamar
- ↑ Statens kartverk Arealstatistikk for Norge 2020 (норв.) — Statens kartverk, 2019.
- ↑ Alders- og kjønnsfordeling i kommuner, fylker og hele landets befolkning (K) 1986 - 2022 — Статистика Норвегии, 2022.
- ↑ 1 2 Juvkam D. Historisk oversikt over endringer i kommune- og fylkesinndelingen — Статистика Норвегии, 1999. — бит 17. — ISBN 82-537-4684-9 — ISSN 0806-2056
- ↑ Статистика Норвегии 11508: Bygningstype. Husholdninger (K) (B) 2015 - 2018, 11508: Type of building. Households (M) (UD) 2015 - 2018 — Статистика Норвегии, 2019.
- ↑ https://kartverket.no/til-lands/fakta-om-norge/hoyeste-fjelltopp-i-kommunen