Хенералифе
| Викидата элементы тултырылмаған |
Хенералифе (исп. Generalife, ғәр. Jannat al-'Arif — «архитектор баҡсаһы») — Гранадаға XIII—XIV быуаттарҙа идара иткән Насри династияһы әмирҙәренең элекке ҡала ситендәге резиденцияһы.
Тарихы
Хенералифе баҡсалары Серро-дель-Соль убаһында урынлашҡан; бер аҙ көнбайыштараҡ урынлашҡан Әл-Хәмрә ҡәлғәһе һәм ҡаланың урта быуат өлөшөн барлыҡҡа килтереүсе Әл-Байсин торлаҡ районы менән бергә Хенералифе «урта быуат осорондағы король ғәрәп резиденцияларының баһалап бөткөһөҙ миҫалы» булараҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән[1]
Тасуирламаһы
Һарай һәм баҡсалар Мөхәммәт III (1302—1309) хакимлығы осоронда төҙөлгән һәм солтан Измаил I (1313—1324) осоронан һуң яңынан биҙәлгән. Комплекс үҙ эсенә Патио-де-ла-Асекианы ала (Patio de la Acequia — йылға ихатаһы), унда сәскә түтәлдәре, фонтандар, колоннадалар һәм павильондар, шулай уҡ Хардин-да-ла-Солтан (Jardín de la Sultana — солтан баҡсаһы) менән уратып алынған оҙон бассейн урынлашҡан, икенсе исеме — «кипарис ихатаһы». Солтан баҡсаһы Мосолман Испанияһының иң яҡшы һаҡланған баҡсаһы тип һанала. Бынан тыш, Хенералифе баҡсаһы — һаҡланып ҡалған иң боронғо мавр баҡсаһы.[2]
Элек Хенералифе һарайы Әл-Хәмрә ҡәлғәһе менән йырын аша ябыҡ күпер менән берләшкән булған, хәҙер йырын уларҙы айырып тора.
Баҡса Ҡөрьәндәге ожмах образдарын тергеҙеүгә йүнәлтелгән баҡсасылыҡ сәнғәте шедевры булып тора.[1] Баҡсаның хәҙерге өлөшө 1931 йылда Франциско Прието Морено тарафынан нигеҙләнә һәм 1951 йылда тамамлана. Юлдар традицион Гранада стилендә таш мозаика менән түшәлгән: аҡтары Дарро йылғаһынан, ә ҡаралары Гениййылғаһынан йыйылған.[3]
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Alhambra, Generalife and Albayzín Justification (ингл.). UNESCO ICOMOS. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2010. Архивировано 14 апрель 2012 года. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>тег дөрөҫ түгел: «evaluation» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән - ↑ Burton, Rosemary and Cavendish, Richard (2003). Wonders of the World: 100 Great Man-Made Treasures of Civilization. Sterling Publishing Company, Inc., ISBN 1-58663-751-7, p.27.
- ↑ Núñez, J. Agustín (Ed.). (2002). Muslim and Christian Granada. Edilux. ISBN 84-95856-07-7.
Һылтанмалар
- Альгамбра һәм Хенералифеның рәсми сайты (исп.) (инг.)
- Генералифе // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.