Хурамшин Тәлғәт Закир улы

Хурамшин Тәлғәт Закир улы (1 май 1932 йыл — 3 март 2019 йыл) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, РСФСР Юғары Советының 10-сы саҡырылыш депутаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976, 1985)[1].

Белеме

Биографияһы

Тәлғәт Закир улы Хурамшин 1932 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Ибраһим ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. 19481951 — Черниковка нефть техникумында уҡый[1]. 19511956 — Өфө нефть ҡыуыу заводында насостар һәм компрессорҙар ҡоролмаһы механигы, ремонт-техник цехы начальнигы, Черниковка. 19561978 — Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында (Өфө): өлкән цех механигы, цех начальнигы, партком секретары, завод директоры (1965 йылдан). 19781979 — РСФСР Министрҙар Советы эргәһендәге транспорт һәм нефть һәм нефть продукттары менән тәьмин итеү буйынса баш идаралығы начальнигы 19791981 — РСФСР нефть продукттары тәьмин итеү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе. 1981 йылдан — СССР нефть продукттары тәьмин итеү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе. Хурамшин етәкселегендә Яңы Өфө НЭЗ‑ы нефтехимия сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтенең иң алдынғы предприятиелары иҫәбенә инә[1].

Ҡулға алыу

1985 йылдың 5 декабрендә ҡулға алына. СССР Юғары Судының енәйәт эштәре буйынса суд коллегияһы 1986 йылдың 26 сентябрендә ришүәт алған өсөн 5 йылға иркенән мәхрүм итә. 1987 йылдың 4 ғинуарында мәхрүм ителә.1990 йылдың декабрендә азат ителә.

Азат ителгәндән һуң

19901992 — Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының нефть сығарыу һәм нефтехмия сәнәғәтенең Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтында баш инженер. 1992 йылдан генераль директоры-президент АООТ «Башҡорт сауҙа һәм технологиялар йорто» АООТ-ның генераль директор-президенты, Мәскәүҙәге «Башҡорт яҡташлығы» региональ йәмәғәт ойошмаһы Советының рәйесе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 декабрендәге Указына яашлы СССР дәүләт наградаларына хоҡуҡтары яңынан тергеҙелә.

Маҡтаулы исемдәре һәи башҡа бүләктәре

20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы[1].

Библиографияһы

Хурамшин Т. З. По нелëгким дорогам жизни — М.: Ист-факт, 2002. — 238 с.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг. Историко-биографический справочник / Сост. В. И. Ивкин. — М., 1999. — ISBN 5-8243-0014-3

Һылтанмалар