Хәйруллин Әбделбарый Хәби улы
Биографияһы
Әбделбарый Хәби улы Хәйруллин 1955 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Ҡуҙбай ауылында тыуған.
Өфө авиация институтының технологик факультетына уҡырға инә. Бер йылдан донъяуи белем алыуҙы дини белем файҙаһына ҡалдыра һәм исламды өйрәнә башлай.
1977 йылда Бохаралағы Мир-Ғәрәп мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1982 йылда мәҙрәсәне тамамлағандан һуң Өфө йәмиғ мәсетенең имам-хатибы итеп тәғәйенләнә. 1986 йылда Ташкент университетына уҡырға инә, уны 1990 йылда тамамлай.
1999 йылда ситтән тороп Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын һәм Ырымбур дәүләт университетын тамамлай, унда юрист квалификацияһын ала.
2005 йылдан — Ырымбур өлкәһе Эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы. 2006 йылда Ырымбур өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы составына инә, милли һәм этноконфессия мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы була.
Һылтанмалар
- Биография на сайте ДУМ РФ 2022 йылдың 11 август көнөндә архивланған.
- Биография на сайте ЦДУМ
- Биография на сайте «Оренбургский край»