Хәсәнов Илүс Хәсән улы

Хәсәнов Илүс Хәсән улы (8 октябрь 1949 йыл) — рәссам. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).

Биографияһы

Илүс Хәсән улы Хәсәнов 1949 йылдың 8 октябрендә Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Максимов ауылында тыуған[1].

Хәрби хеҙмәттән һуң, 1971 йылдан Силәбелә йәшәй. 1972—1975 йылдарҙа трактор агрегаттары заводында фрезеровщик булып эшләй. 1975—1978 йылдарҙа Художестволы фондтың Силәбе художество-етештереү оҫтаханаларында форматор була.

1982 йылда К. А. Савицкий исемендәге Пенза художество училищеһын тамамлай[2]. Артабан Художестволы фондта эшен дауам итә.

Төрлө жанрҙарҙа ижад итә — пейзаждар, натюморттар, портреттар төшөрә. Ҡурған (1991), Силәбе (1992, 1993, 1995, 1999, 2000, 2005, 2008), Екатеринбург (2003), Ҡазан (2005), Баҡы (2006), Мәскәү (2009) ҡалаларында уҙған күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре музейҙарҙа, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Әҫәрҙәре

  • Мир художника. Илюс Хасанов : станковая живопись, графика : [книга-альбом]. — Челябинск : Редакционно-издательский центр Урала, 2014. — 112 с. — ISBN 978-5-990373-5-6.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Хасанов Илюс Хасанович // Челябинская энциклопедия.
  2. Хасанов Илюс Хасанович 2018 йылдың 25 март көнөндә архивланған. // Екатеринбургская галерея.
  3. Челябинский государственный музей изобразительных искусств. Официальный сайт. Главная » Выставка Илюса Хасанова. 21.06.2012г. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2024)

Һылтанмалар