Хәсәнов Хәйрулла Хәмиҙулла улы
Хәсәнов Хәйрулла Хәмиҙулла улы (26 февраль 1922 йыл) — ауыл хужалығы ветераны. 1965—1972 йылдарҙа колхоз рәйесе урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Хәйрулла Хәмиҙулла улы Хәсәнов 1922 йылдың 26 февралендә Башҡорт АССР-ы Арғаяш кантоны (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Илембәт ауылында тыуған.
1930-сы йылдар аҙағынан Сосновка районы Митрофановка совхозында эшләй.
1941 йылдың февралендә хәрби хеҙмәткә алына. 1941 йылдың авгусында пулеметсылар курсын тамамлағандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарына ебәрелә. Мәскәүҙе обороналауҙа, Сталинград алышында, Ф. Паулюс группировкаһын ҡамауҙа, Төньяҡ Кавказды, Ҡырымды, Украинаны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр яралана, күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
1945 йылдың октябрендә демобилизациялана. Арғаяш районы Ишәле ауылында йәшәй. Механизаторҙар курсын тамамлай, комбайнсы булып эшләй.
1965—1972 йылдарҙа Жданов исемендәге колхоз рәйесенең урынбаҫары була. 1980 йылда хаҡлы ялға сыға.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
- 2-се һәм III дәрәжә Дан ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Арғаяш районының почётлы гражданы (2006).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Хасанов Хайрулла Хамадулович // Челябинская энциклопедия.