Хөснийәров Сәлих Дәүләт улы

Сәлих Дәүләт улы Хөснийәров (рус. Хуснуяров (Хуснияров) Салих Давлетович1915 йылдың 27 авгусы1992 йылдың 30 июле) — совет йырсы-теноры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1959), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Биографияһы

1915 йылдың 27 авгусында Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Таҡталасыҡ улусының (хәҙер Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) Тләкәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1933—1936 йылдарҙа Ҡазан сәнғәт техникумының вокал бүлегендә уҡый.

1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының башҡорт студияһын Н. Н. Сперанский һәм М. В. Владимирова класында уҡып тамамлай.

1941—1967 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрында солист булып эшләй. Был йылдарҙа ул П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһында Ленский, А. П. Бородиндың «Князь Игорь» операһында Владимир Игоревич, Дж. Вердинҙың «Травиата» операһында Альфред, З.Ғ. Исмәғилевтың «Шәүрә» операһында Аҡмырҙа партияларын башҡара. Башҡорт радио һәм телевидениеһында эстрада йырҙарын башҡарып тыңлаусыларҙың мөхәббәтен яулай.

1959 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ була.

1960—1964 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театры директоры була.

1967—1977 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры булып эшләй. Башҡорт радио һәм телевидениеһында эстрада йырҙарын башҡара, Башҡортостан ауылдары буйлап гастролдәрҙә йөрөй.

[1976 йылда уға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелә.

1992 йылдың 30 июлендә вафат була[1] һәм Өфө ҡалаһының Көньяҡ(мосолман) зыяратында ерләнә.

Китабы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • Тләкәй ауылы мәктәбендә музейы бар[1].

Иҫкәрмәләр