Чеботарёв Илья Егорович

Чеботарёв Илья Егорович (2 август 1929 йыл2 май 1982 йыл) — ветеринария табибы-ғалим. 1961—1969 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966 йылдан — ветеринария факультеты деканы. Ветеринария фәндәре докторы (1967), профессор (1968).

Биографияһы

Илья Егорович Чеботарёв 1929 йылдың 2 авгусында (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, тыуған көнө — 1 август[1].) РСФСР-ҙың Үҙәк Ҡара тупраҡлы өлкәһенең[2] хәҙер район үҙәге булған Берёзовка ауылында тыуған[3].

1953 йылда Һарытау зооветеринария институтын[4] тамамлай.

1956 йылдан Семипалатинск[5] зооветеринария институтында эшләй.

1961 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы институты[6] уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966 йылдан — ветеринария факультеты деканы.

1969 йылдан Воронеж ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1979 йылдарҙа ветеринария факультеты деканы.

1979 йылдан Горький ауыл хужалығы институтының ветеринария факультеты деканы.

1982 йылдың 2 майында (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, 9 ноябрендә Горький ҡалаһында вафат була, Румянцев (Ольгин) зыяратында ерләнә.

Ғилми эшмәкәрлеге

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар