Ческа-Липа

Ческа-Липа (чеш.чех Česká LípaČeská Lípa, элкке. нем. Böhmisch LeipaBöhmisch Leipa) — Чехияның Либерецкого крайы Ческа-Липа районындағы ҡала. Ҡала составына 14 микрорайон инә, бөтәһе 38 181 кеше йәшәй.

Барлыҡҡа килеү тарихы

Хәҙерге ҡала ерҙәрендә бик оҙаҡ ваҡыт — XIII быуатҡа тиклем бер кем дә йәшәмәгән. Тәүге тораҡ пунктына 1263 йылда нигеҙ һалына.

Ҡала тарихы билдәле чех дворяндары нәҫеле Роновичтар менән тығыҙ бәйле, уларҙың вәкилдәре (атап әйткәндә Липанан Йиндржих) был урында Төньяҡ Богемияның сауҙа юлдарында нығытылған пунктҡа әйләнгән Липа замогын төҙөй. Төҙөлөш ҙур булмаған иҫке славян ауылы янында башлана, уның исеме аҙаҡ замокҡа бирелә, ә ауыл Иҫке Липа тип йөрөтөлә, һуңғараҡ ҡала составына инә. 1319 йылда Йиндржих, үҙенең туғаны Дубанан Гинку Бернеға һатып, Липанан Моравиға күсенә. Замокҡа оҙаҡ йылдар Дуба дворяндары хужа була. Иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе — 1381 йылдың 23 мартында ҡаланың иң боронғо грамотаһының баҫылып сығыуы, унда замок тирәләй урышланҡан тораҡ пункттарына өҫтәлмә полномичиелар һәм замокҡа ҡала статусы бирелеүе тураһындағы указ баҫыла.

XIV быуаттың беренсе яртыһында һаҡлағыс валдар, беренсе костёл (1341 йылда янып юҡҡа сыҡҡаны урынына) төҙөлә. Тотош Богемияның һәм ҡаланың үҫешен 1380 йылғы чума эпидемияһы туҡтата.

Географияһы

Ҡала Праганан 63 километр төньяҡҡараҡ, Плоучнице йылғаһы буйында урынлашҡан, уның тарихи үҙәге йылғаның уң яҡ ярында.

Халҡы

Население по данным на январь 2012 йылдың 22 ғинуар мәғлүмәттәре буйынса бында 37 168 кеше йәшәй. Йылдар буйынса халыҡ һаны динамикаһы:

Йыл 1970 1980 1991 2001 2003
Население 17 550 24 801 39 424 39 307 38 841

Туғандаш ҡалалар

Һылтанмалар

Категориялар