Шавырин Борис Иванович

Бори́с Ива́нович Шавы́рин (1902 — 1965) — совет миномёт һәм реактив ҡоралдар инженер-конструкторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945). Артиллерия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1949). Техник фәндәр докторы (1952). Ленин премияһы һәм өс Сталин премияһы лауреаты.

Биографияһы

Шавырин Борис 1902 йылдың 27 апрелендә (10 май) Ярославлдә тимер юл эшсеһе ғаиләһендәә тыуа. 1919 йылдан ярҙамсы өйрәнсеге, агентом округ аҙыҡ-түлек комиссияһы агенты, мәғлүмәти продотряд мөдире, нефть келәтендә масленщик һәм моторист булып эшләй. 1925 йылда Ярославлдә киске эшсе факультетын, артабан 1930 йылда «инженер-механик» һөнәре буйынса Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлай. Мәскәүҙә орудие-ҡорал-пулемёт берекмәһенең производство бүлегендә инженер булып эшләй, бер үк ваҡытта уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, МВТУ-ла материалдар ҡаршылығы (сопромат) курсын алып бара[1].

1932 йылдан — өлкән инженер-конструктор, артабан Харьковтағы «Красный Октябрь» заводында Конструктор бюроһы начальнигы.

1936 йылдың апрелендә Ленинградтағы 7-се заводына техник бүлек инженер-механигы итеп күсерелә. 1937-1938 йылдарҙа - Шавырин етәкселегендә М.В. Фрунзе исемендәге 7-се Ленинград артиллерия заводы («Арсенал» заводы) эргәһендәге 4-се махсус конструкторҙар бюроһында һәм туранан-тура уның ҡатнашлығында 1938 йылғы өлгө 50 миллиметрлы совет миномёт һәм 1940 йылғы өлгө ҡоралланыу системаһы 82-миллиметрлы батальон, 1938 йылғы өлгө 107-миллиметрлы тау-йөк полк миномёты һәм 120-миллиметрлы полк миномёты булдырыла[2].

Халхин-Гол, айырыуса 1939-1940 йылдарҙағы фин һуғышында хәрби хәрәкәттәр тәжрибәһе хәҙерге заман һуғышында, айырыуса үтеү шарттары ҡатмарлы урындарҙа, миномёттарҙың алыштырғыһыҙ ҡорал булыуын раҫланы[3].

ВКП(б) ҮК-ның 1940 йылдың 30 ғинуарындағы «Миномёттар һәм миналар етештереүҙе арттырыу тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, миномёттар сығарыу арттырыла һәм[4] башҡа Конструктор бюроларында улар буйынса тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре киңәйтелә.

1939-1940 йылдарҙа миномёттарҙан тыш, Шавырин хеҙмәт иткән СКБ-4 хәрби-диңгеҙ флотына һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы оборона караптарына урынлаштырылған бомбалар атыусы БМБ-1 ҙур диңгеҙ бомбомётын әҙерләп тапшыра.

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Дәүләт именлеге халыҡ комиссариаты Шавыринға ҡарата, «миномёттар булдырыуға ҡоротҡос, уҫал ниәт менән аяҡ салғаны өсөн», тигән ғәйеп буйынса енәйәт эше ҡуҙғата, уны ҡулға алыу тураһындағы бойороҡҡа дәүләт именлеге наркомы һәм генераль прокурор ҡул ҡуя. Әммә ҡоралландырыу халыҡ комиссары Б. Л. Ванниковтың ҡәтғи талабы буйынса ул хөкөм ителмәй. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә совет миномёттарының баш конструкторы Шавырин 4-се СКБ-нан 13-сө ҒТИ-ның тәжрибә-конструкторҙар бюроһына эшкә күсергә мәжбүр була.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Пермь ҡалаһына эвакуацияланған Шавырин етәкселегендәге конструкторҙар коллективы миномёт конструкцияларын модернизациялау һәм ябайлаштырыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләй.

Миномёт ҡоралын артабан камиллаштырыуға айырым әһәмиәт биреп, 1942 йылдың 11 апрелендә Дәүләт оборона комитеты ҡара ҡабул итә, уның нигеҙендә Мәскәү өлкәһенең Коломналағы 4-се завод биләмәһендә 13-сө ҒТИ нигеҙендә, 7-се Ленинград заводы һәм Киев «Арсенал» заводы КБ конструкторҙарына таянып шыма көбәкле артиллерияның Махсус конструкторҙар бюроһы (хәҙер — машиналар эшләү буйынса ғилми-етештереү корпорацияһы) һәм уның эргәһендә тәжрибә производствоһы булдырыла. Шавырин Махсус конструкторҙар бюроһының (СКБ) начальнигы һәм баш конструкторы итеп тәғәйенләнә[5], Шавырин ғүмере аҙағынаса СКБ етәксеһе булып ҡалған. Өс һуғыш йылында иң насар шарттарҙа, серия заводтарына техник ярҙам менән бер рәттән, Махсус конструкторҙар бюроһы конструкторҙары һәм инженерҙары 50-ләп тәжрибә-конструктор һәм Ғилми-Тикшеренеү Эштәре (НИР) үтәне, уларҙың яртыһы ҡорал өлгөләрен эшләү менән тамамлана. Совет миномёттары конструкцияларының ябайлығы һәм технологиялығы уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күпләп етештереүҙе йәйелдерергә һәм фронт ихтыяжын тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.

Һуғыш тамамланғандан һуң, халыҡ комиссариаттары яңы өлгөләрҙе ҡоралланыуға (тимәк, сериялы производствоға ла) ҡабул итергә ашыҡмай. Хатта, йәнәһе миномёттарҙың кәрәге ҡалмаған тигән фекер ҙә яңғырай. Шулай ҙа 1950-се йылдар башында 160-миллиметрлы миномёт һәм 240-миллиметрлы миномёт, шулай уҡ пехотаны оҙатыусы 82-миллиметрлы һәм 107-миллиметрлы асртҡа сигенмәй эшләүсе орудиелары ҡоралланыуға тапшырыла. Һуңыраҡ сылбырлы тәгәрмәсле 420-миллиметрлы миномёттың махсус зарядлы мина менән 25 км тиклем алыҫлыҡҡа атыусы 2Б1 «Ока» миномётының (әйҙәүсе конструктор С.П. Ванин) ике тәжрибә өлгөһө уйлап табыла һәм етештерелә. ҡыҙыл майҙандағы хәрби парадта ҙур орудиелар үтә. Ошоноң менән Шавырин етәкселегендәге шыма көбәкле миномёт артиллерияһы буйынса СКБ эше тамамлана.

Ҡыҙыл майҙандағы хәрби парадта көслө тәьҫир ҡалдырырлыҡ иҫ киткес ҡоралдар күрһәтелә. Ошоноң менән Шавырин етәкселегендәге шыма көбәкле миномёт артиллерияһы Конструктор бюроһының эше тамамланды.

Икенсе донъя һуғышы төп илдәрҙең, шул иҫәптән СССР-ҙың да, ҡоралдарын яңыртыуға ҙур этәргес бирҙе. Бронетехниканың роле артыуға бәйле, уны кумулятив, юғары аныҡлыҡ менән ҡылыҡһырланған, зарядтар менән зарарлау сараларына ихтыяж ҙур булған. Белгестәр бындай хәрби бурысты немецтар һуғыш аҙағында уҡ эшләй башлаған ПТУР - танкыға ҡаршы идара ителеүсе ракеталар уңышлы үтәй алыуын иҫбатланы. Һуңынан был проекттар бер нисә көнбайыш илдәрендә дауам ителде. Махсус Конструктор Бюроһы (СКБ) өсөн был тотороҡло перспектива булғанлыҡтан, баш конструктор яңы тематикаға тотона. Борис Иванович Шавырин етәкселегендә 3М6 «Шмель» («Иңкеш») комплексы (конструктор С. П. Непобедимый) эшләнә, 1960 йылда Н. С. Хрущёв күҙәткән һынау полигонында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. «Скорпион» («Саян») комплексы, «Малютка» («Бәпес») комплексары, «Уҡ-2» күсереп йөрөтөлгән зенит-ракета комплексы (ПЗРК), «Гном» баллистик ракеталы хәрәкәтсән комплексы — баш конструкторҙың көсөргәнешле хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Техник фәндәр докторы (1952), Артиллерия фәндәре академияһының (ААН) ағза-корреспонденты (1949).

1965 йылдың 9 октябрендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (6-сы участка) ерләнгән.

Файл:Могила Героя Социалистического Труда Бориса Шавырина.JPG
Шавыриндың Новодевичье зыяратындағы ҡәбере. Мәскәү

Наградалары һәм званиелары

Хәтер

  • В Мемориальном парке Коломны установлен его бронзовый бюст (1985), одна из улиц Коломны названа его именем.
  • Бюст Героя установлен в главном корпусе КБ машиностроения (Коломна), а на здании установлена мемориальная доска.
  • В Ярославле существует проезд Шавырина (Дзержинский район).

Иҫкәрмәләр

  1. Ермаков В. В. Создатель отечественного вооружения Б. И. Шавырин. // Военно-исторический журнал. — 2007. — № 8. — С. 49-50.
  2. Лосик А. В., Черенцова К. В. Создание советских миномётов в середине 1930-х годов: поиски и конструктивные решения. // Военно-исторический журнал. — 2018. — № 9. — С.39—43.
  3. Сергей Монетчиков. Русские оружейники: миномёт — оружие грозное Архивная копия от 11 сентябрь 2011 на Wayback Machine // Братишка. — 2004. — июль-август.
  4. Жуков Г. К. Воспоминания и размышления. — 7-е изд. — Том I. — М.: АПН, 1986. — С. 256
  5. Устинов Д. Ф. Во имя Победы. — М.: Воениздат, 1988. — С. 218
  6. "За образцовое выполнение заданий Командования по обеспечению действующей Красной Армии артиллерийским вооружением и боеприпасами" - Указ Президиума Верховного Совета СССР от 18.11.1944 - О НАГРАЖДЕНИИ ГЕНЕРАЛОВ, ОФИЦЕРОВ И КОНСТРУКТОРОВ ПРОМЫШЛЕННОСТИ ВООРУЖЕНИЯ И БОЕПРИПАСОВ/ Газета Красная звезда — 19.11.1944. № 274 (5954)

Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар

  • Выдающийся конструктор Б.И. Шавырин и спорт в Коломне / Авт.-сост. В.В. Макеев. — М.: Советский спорт, 2012. — 200 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9718-0624-0.
  • Выдающийся конструктор Б.И. Шавырин и спорт в Коломне / Авт.-сост. В.В. Макеев. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Советский спорт, 2013. — 224 с. — 1200 экз. — ISBN 978-5-9718-0707-0.
  • Ушакова В.В. Первый руководитель: (к 110-летию со дня рождения выдающегося конструктора миномётной и ракетной техники Бориса Ивановича Шавырина). // Родина. — 2012. — № 5. — С. 34-35.
  • Ушакова В.В. Шавырин. Создатель оружия Победы / В.В. Ушакова. – М: Вече, 2020. – 464 с. – 3000 экз. – ISBN 978-5-4484-1932-4.
  • Соколов А.Г. Наш ротный–батальонный–полковой… КБМ: начало славного пути / А.Г. Соколов. – М: Вече, 2022. – 256 с. – ISBN 978-5-4484-3155-5.

Категориялар