Шакиров Станислав Алексеевич
Шаки́ров Станисла́в Алексе́евич (рус. Шакиров Станислав Алексеевич; 1967 йылдың 23 марты, Яңы Ҡолсобай, Башҡорт АССР-ы) — мари йырсыһы, композитор, Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997), Марий Эл Республикаһының халыҡ артисы (2000), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2014)[1].
Биографияһы
Станисла́в Алексе́евич Шаки́ров 1967 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрө районы Яңы Ҡолсобай ауылында тыуған[2]. Бахтыбай урта мәктәбендә уҡый, уны 1985 йылда тамамлай. 1985 йылдан 1987 йылға тиклем Совет армияһында хеҙмәт итә[1].
1988 йылда Йошкар-Олала Палантай исемендәге музыка училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. 1989 йылда студент сағында Я. Эшпай исемендәге Мари дәүләт филармонияһына (рус.)баш. солист булып эшкә урынлаша. Унда ул «Кенеж йуд» («Йәйге төн») эстрада-вокаль йүнәлешендәге төркөм ойоштора, ул 1990 йылда «Мари́» тип үҙгәртелә[1]. Уның менән Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә гастролдәрҙә була: төркөм Эстония һәм Финляндияға фольклор тамашаларына бара[1].
2010 йылдар башында Мари йәш тамашасы театры ҡарамағында «Станислав» студияһын ойоштора[3].
Станислав Шакиров Марий Эл райондары һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре буйлап уңышлы гастролдәрҙә йөрөй, хәҙерге замандың иң билдәле һәм абруйлы мари башҡарыусыларының береһе булып тора. Уның репертуарында Башҡортостан мариҙарының фольклор әҫәрҙәре өҫтөнлөк итә[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997);
• Марий Эл Республикаһының халыҡ артисы (2000);
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014)[2].
Музыкаль әҫәрҙәре
- Вучо вашмутым
- Ит чамане
- Какшан сер ӱмбалне ломбо
- Кушто тый улат гын
- Лум пеледыш
- Муро маныт
- Мый улам тылат кӧра
- Ой йолташем
- Поч тӧрзатым
- Пу муретым
- Рвезе пагытем
- Туге мо
- Тый дечет посна
- Тылат
- Чолга муро
- Шочмо-кушмо верем
- Шошо пагыт
- Элнет
- Э-э-э ха-ха[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Лейла Ишмуратова. Известный марийский певец Станислав Шакиров получил звание «Заслуженный артист Башкортостана». Культурный мир Башкортостана (11 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025. Архивировано 04.21.2023 года.
- ↑ 1 2 3 Марийский певец Станислав Шакиров удостоен звания «Заслуженный артист Башкортостана», Башинформ (11.02.2014). 8 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Станислав Шакиров стал Заслуженным артистом Башкортостана, MariUver (12.27.2012). 8 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Шакиров Станислав Алексеевич. Кидшер. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2025.
Әҙәбиәт
- сост.: А. Васинкин,. Писатели Марий Эл: библиографический справочник. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 399. — 752 с..
Һылтанмалар
- Станислав Шакиров — Туге мо? (видео). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2025.