Швайштейн Моисей Хаимович

Биографияһы

Моисей Хаимович (Михаил Ефимович[1]; Швайштейн 1936 йылдың 2 октябрендә Белорус ССР-ның Витебск ҡалаһында тыуған.

1954 йылда Өфө музыка училищеһын (педагогы М. Г. Файн), 1959 йылда — П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын (педагогы М. Б. Питкус) тамамлаған.

Консерваторияны тамамлағандан һуң 1959-1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында оркестр солисы һәм концертмейстеры булып эшләй. 1959 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.

Концерт эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта 1962-1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡыллы ҡоралдар бүлегендә, 1972 йылдан — Өфө сәнғәт институтында уҡытыусы булып эшләй, 1986 йылдан — ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире, профессор (1993).

Музыкант һәм педагог 2025 йылдың 20 майында Мәскәү ҡалаһында вафат була[2].

Уҡыусылары

  • Скрипкасылар Л. Айкаев, Л Минибаева, Ф. Ситдиҡова, Н. Кириллова.

Хеҙмәттәре

  • 20 ғилми-методик хеҙмәт, скрипка өсөн ике пьесалар йыйынтығы авторы (Өфө, 1982, 1986).
  • «Мелодия» фирмаһында уның башҡарыуында башҡорт композиторҙарының скрипка музыкаһы яҙылған 2 диск сығарылған.

Репертуары

Сит ил әҫәрҙәре, рус классикаһы, хәҙерге заман, шул иҫәптән башҡорт композиторҙары, әҫәрҙәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар