Шелехова Нәсимә Тайфур ҡыҙы

Шелехова Нәсимә Тайфур ҡыҙы (рус. Шелехова Насима Тайфуровна; 21 июнь 1949 йыл) — филолог, сит телдәр уҡытыусыһы, мәғариф, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1987—2004 йылдарҙа Өфө районы мәғариф идаралығы етәксеһе, 2015 йылдан Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары республика советы рәйесенең беренсе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм урта белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1999), Өфө районының почётлы гражданы (2015).

Биографияһы

Нәсимә Тайфур ҡыҙы Шелехова (ҡыҙ фамилияһы Баймөхәмәтова) 1949 йылдың 21 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған[1].

1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын «филолог, немец теле уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай.

1982 йылдан КПСС-тың Өфө район комитеты пропаганда һәм агитация бүлегенең мөдир урынбаҫары булып эшләй.

1987—2004 йылдарҙа Өфө районы мәғариф идаралығы етәксеһе була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Өфө район советы депутаты.
  • Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
  • 2009 йылдан Өфө районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе.
  • 2015 йылдан Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесенең беренсе урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм урта белем биреү хеҙмәткәре
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1999)
  • Өфө районының почётлы гражданы (2015)