Шульга Борис Николаевич

Шульга Борис Николаевич (23 ғинуар 1926 йыл — 18 октябрь 2002 йыл, Ижевск, Удмурт Республикаһы) — СССР һәм Рәсәйҙең украин сығышлы ғалимы (инженер-механик), йәмәғәт эшмәкәре. Удмурт дәүләт университетының тәүге ректоры (1972—1986), Удмурт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Ижевск ҡалаһының почётлы гражданы.

Биографияһы

Шульга Борис Николаевич 1926 йылдың 23 ғинуарында Украина ССР-ының Чернигов округы Ичня ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Киевта йәшәй. 1941 йылдың июлендә ғаиләһе менән бергә Удмурт АССР-ы Воткинск ҡалаһына эвакуациялана, ә һуңыраҡ шул уҡ йылда Куйбышевҡа күсеп килә[1].

1943 йылда урта киске мәктәпте экстерн менән тамамлай, шунан һуң Куйбышев авиация институтына уҡырға инә. Уны 1949 йылда «самолеттар төҙөү» һөнәре буйынса тамалап, «инженер-механик» квалификацияһы ала һәм И. В. Сталин исемендәге Куйбышев авиация заводында инженер-конструктор вазифаһында эш башлай. 1952-1955 йылдарҙа Куйбышев индустриаль институтында «материалдар ҡаршылығы» кафедраһында аспирантурала уҡый[1].

1956 йылдың авгусында Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығы тарафынан Ижевск механика институтына йүнәлтелә, унда «материалдар ҡаршылығы» кафедраһында тәүҙә ассистент сифатында эшләй, ә һуңыраҡ — өлкән уҡытыусы, 1958-1964 йылдарҙа институттың киске факультет деканы була. 1961 йылда «Исследование характера разрушения пластичных металлов в условиях концентрации напряжений при растяжении» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1964 йылдың авгусынан 1972 йылдың февраленә тиклем институтың уҡыу эштәре буйынса проректоры була[2].

1972 йылда Удмурт дәүләт педагогия институты «Удмурт дәүләт университеты» итеп үҙгәртелә, һәм Борис Николаевич Шульга уның ректоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 1986 йылға тиклем эшләй, бер үк ваҡытта Удмурт АССР-ының юғары уҡыу йорттары ректорҙары советын етәкләй. 1986 йылдан УДУ-нда дөйөм техник дисциплиналар кафедраһы мөдире була. 1995 йылда уға профессор исеме бирелә[1].

19962002 йылдарҙа УДУ-ның Аҡһаҡалдар советы рәйесе, 2000-2002 йылдарҙа Шульга психология-педагогия фаультетының һөнәри технологиялар уҡыу-методик үҙәгенең директоры була.

Ғилми тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһе уның 35 баҫмаларында күренә; 3 авторлыҡ танытмаһына эйә.

Борис Николаевич ғилми эштәренән тыш йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә: УАССР Юғары Советы депутаты (1975), хеҙмәтсәндәрҙең Ижевск ҡала Советы депутаты (1969, 1971), Ижевск ҡала Советы халыҡ депутаты (1980, 1985) итеп һайлана[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • ике «Почёт Билдәһе» ордены — (1971, 1981)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
  • «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970)
  • Удмурт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1986)
  • Удмурт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992)
  • Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
  • Ижевск ҡалаһының почётлы гражданы

Хәтер

2003 йылда УГУ-ның беренсе ректоры хөрмәтенә университеттың беренсе корпусы стенаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].

Алдан килеүсе:
{{{предшественник}}}
{{{список}}}
{{{годы}}}
Һуңынан килеүсе:
{{{преемник}}}
Ректор
Алдан килеүсе:

Бабин Михаил Павлович

(УДПИ директоры һәм ректоры)
Удмурт дәүләт университеты

19721986
Унан һуң килеүсе:

Журавлёв Виталий Анатольевич

л

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Шульга Борис Николаевич - кандидат технических наук, профессор, заслуженный деятель науки УАССР, почетный работник высшего образования России, почетный гражданин г.Ижевска (23.01.1926 - 18.10.2002 гг.). Фондовый каталог УР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2019.
  2. Знаменательные и памятные даты. 2016 год. 23 января 1926 г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2019.
  3. Шульга Борис Николаевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2019. 2018 йылдың 25 март көнөндә архивланған.
  4. Открытие мемориальной доски, посвященной памяти Б.Н.Шульги, День.org (10 март 2003). 12 ноябрь 2019 тикшерелгән.

Һылтанмалар