Шәйәхмәтов Әнәс Ноғоман улы

Шәйәхмәтов Әнәс Ноғоман улы (рус. Шаяхметов Анас Нугуманович, 23 июнь 1936 йыл) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, сауҙа хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1]. Милләте — башҡорт.

Биографияһы

Әнәс Ноғоман улы Шәйәхмәтов 1936 йылдың 23 июнендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Сермән ауылында тыуған.

1958 йылда йылда Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Белорет леспрохозында урман ҡырҡыусы булып эшләп хеҙмәт биографияһын башлай.

Юғары белемде Мәскәү Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу сауҙа институтында алған һәм институтты тамамлағас, һөнәре буйынса эшкә күсеп, 1959-1969 йылдарҙа Белорет ҡалаһында район потребителдәр союзында тауар белгесе булып эшләй, артабан ойошманың рәйесе булып эшләй.

1969 йылдан Башпотребсоюздың Белорет район-ара күмәртәләп һатыу базаһы директоры вазифаһында була.

1990 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарының һуңғы — 12-се саҡырылыш Юғары Советына белорет районы 117-се Сермән һайлау округы буйынса депутат итеп һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, сауҙа, халыҡҡа коммуналь-көнкүреш һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү комиссияһы ағзаһы була [2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

«Халыҡтар Дуҫлығы ордены ордены бирелә, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.

Ғаиләһе

Ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Шаяхметов Анас Нугуманович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар