Шәрипов Әкрәм Әғзәм улы
Шәрипов Әкрәм Әғзәм улы (15 август 1919 йыл—19 ноябрь 1991 йыл) — яҙыусы, тарихсы, мөхәррир. Хәрби фәндәр кандидаты. Полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби-тарихи, героик-патриотик тематикаға, билдәле хәрби эшмәкәрҙәр хаҡында яҙылған әҫәрҙәр авторы. Генерал А. Д. Черняховскийҙың биографы. Ватан һуғышы, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[1].
Биографияһы
Әкрәм Әғзәм улы Шәрипов 1919 йылдың 15 авгусында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Наратаҫты тип аталған башҡорт ауылында ябай ғаиләлә (Башҡортостан Республикаһының Шаран районы) тыуа.
1939 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәшһүр совет полководецы, армия генералы И. Д. Черняховский етәкселегендә һуғыша[2]. 1949 йылда Мәскәүҙә М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай. 1960 йылда Ә.Шәрипов Совет Армияһынан демобилизацияланғандан һуң Мәскәүҙә йәшәй һәм СССР Электрон сәнәғәт министрлығында эшләй. Хәрби фәндәр кандидаты диссертацияһын яҡлай.
Төрлө йылдарҙа “Юғары мәктәп” нәшриәте редакцияһы мөдире, СССР Электрон сәнәғәте министрлығы хеҙмәткәре, “Батырлыҡ” (“Мужество”) журналының баш мөхәррире була. Шулай уҡ Воронин Аркадий Иванович псевдонимы аҫтында нәшер ителә.
Хеҙмәттәре
Хәрби‑тарихи, героик‑патриотик, билдәле хәрби эшмәкәрҙәр тематикаһына яҙылған әҫәрҙәр авторы. “Черняховский” (1971), “Полководецтың яҙмышы” (“Судьба полководца”; 1988) романдары, “Операция дауам итә” (“Операция продолжается”; 1976) документаль повесы һ.б. армия генералы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы И.Д.Черняховскийға арналған. “Һуғышта бына шулай булды” (“Так было на войне”; 1966) очерктар йыйынтығында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың батырлығы һәм героизмы тасуирлана. Хәрби тарихҡа арналған күп кенә публикациялар авторы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- А.А.Фадеев исемендәге премия лауреаты (1981).
- 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- 2 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- миҙалдар менән бүләкләнгән
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Шәрипов Әкрәм Әғзәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Акрам Шарипов — о писателе
Сығанаҡтар
- Шәрипов Әкрәм Әғзәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.