Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы

Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы (рус. Шарифуллин Фан Шамсуллович; 20 ноябрь 1932 йыл19 март 2016 йыл) — СССР-ҙың партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. КПСС-тың Краснокама һәм Яңауыл район комитеттарының элекке беренсе секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты. Милләте — башҡорт[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яңауыл районының почётлы гражданы (2003).

Биографияһы

Фән Шәмсулла улы Шәрифуллин 1932 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Ирек ауылында тыуған.

1956 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Баймаҡ районының МТС-ында баш зоотехник булып эшләүҙән башлай.

1961 йылдан Баймаҡ сиҙәм ер орлоҡсолоҡ совхозында директор булып эшләй. КПСС-тың Баймаҡ район комитетының икенсе секретары итеп һайлана.

1972 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының беренсе секретары, 1978 йылда Яңауыл партия райкомының беренсе секретары итеп һайланып, был райондарҙың үҫешенә күп көс һала.

1990 Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Яңауыл районы, 279-сы Ямаҙы һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана. Шул уҡ йылда ул Башҡорт ССР-ының (ул саҡта республика шулай тип атала) Конституция комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә[2]

1990 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Президиум ағзаһы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Яңауыл районының почетлы гражданины[4],
  • ике «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены,
  • СССР миҙалдары

Ғаиләһе

Ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Постановление Верховного Совета Башкирской АССР от 13.10.1990 № ВС-3/5 ОБ ОБРАЗОВАНИИ КОНСТИТУЦИОННОЙ КОМИССИИ БАШКИРСКОЙ ССР
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
  4. Шарифуллин Фан Шамсулович 2020 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5