Ымһанай
Ымһанай (рус. Ымханай, Омханай) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тау. Урындағы әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[1]
Географияһы
Ымһанай тауы Ҡыуандыҡ ҡала округында Һаҡмар йылғаһы буйында, күпселек башҡорттар йәшәгән Оло Сурай (Сурай) ауылы[2] янында, төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Тарихи рәүештә башҡорт ерҙәрендә торған был төбәк Октябрь революцияһына тиклем Ырымбур губернаһында булһа, 1917 йылдан тарихи атайсалы — Башҡортостанға ла инеп ала. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Ейәнсура районы составында була. Ырымбур өлкәһе үҙе 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип аталып йөрөй. 1959 йылда Оло Сура ауылы, тимәк, Ымһанай тауы ла Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[3]
Тасуирламаһы
Йәштәр йыйыла торған тау. 1993 йылда был тау тураһында рәсәй географы, профессор А. А. Чибилёв яҙған тасуирлама буйынса, был тау «эрозиялы матур ҡаялы тау ҡалдығы (останец). Ҡая түбәһенән Һаҡмар үҙәненә киң күренеш асыла. Сурайға килгән рәссамдар ғәҙәттә мольберттар менән тауҙа урынлаша. Тауҙар мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн геологик экскурсиялар үткәреү урындарының береһе булырға мөмкин. Ҡалдыҡтың ҙурлығы 300×150 м самаһы, сағыштырмаса бейеклеге 35 метр самаһы»[4]..
Этимологияһы
Тауҙың атамаһы бер башҡорттоң яңы ғына донъяға килгән ҡыҙының исеменән килеп сыҡҡан тигән риүәйәт бар, тип бәйән итә Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. Ымһанай — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме тип аңлата ул[5]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Чибилёв А. А., Мусихин Г. Д., Павлейчик В. М., Паршина В. П. «Зеленая книга Оренбургской области: Кадастр объектов Оренбургского природного наследия». Оренбург: Изд.-во «ДиМур», 1996
- ↑ 2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 94 % тәшкил итә — Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ «Красивый эрозионный скальный останец. С вершины скалы открывается широкий обзор сакмарской долины. Приезжающие в Чураево художники обычно располагаются на горе с мольбертами. Гора может служить одним из мест проведения школьных и студенческих геологических экскурсий. Размер останца около 300×150 м, относительная высота до 35 м» — Чибилёв A.А., Мусихин Г. Д., Петрищев В. П., Павлейчик B.М., Сивохип Ж. Т. «Геологические памятники природы Оренбургской области». Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 2000, 400 с.
- ↑ Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
Әҙәбиәт
- Чибилёв А. А., Мусихин Г. Д., Павлейчик В. М., Паршина В. П. «Зеленая книга Оренбургской области: Кадастр объектов Оренбургского природного наследия». Оренбург: Изд.-во «ДиМур», 1996
- Чибилёв A.А., Мусихин Г. Д., Петрищев В. П., Павлейчик B.М., Сивохип Ж. Т. «Геологические памятники природы Оренбургской области». Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 2000, 400 с.
- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.