Этна
Э́тна (итальян теле. Etna [ˈɛtna] йәки Mongibello [mondʒiˈbɛllo]; сицилий теле — Muncibbeḍḍu [mʊntʃɪbˈbɛɖɖʊ] йәки Muntagna; инглиз теле. — Mount Etna; латин теле. — Aetna; бор. грек теле — Αἴτνα and Αἴτνη) — Италиялағы стратовулкан, Сицилияның көнсығыш яр буйында, Мессина һәм Катания ҡалаларынан йыраҡ түгел урынлашҡан. Европалағы ғәмәлдәге иң бейек янартау. Этнаның максималь бейеклеге ике арала уларҙың емерелеүе һәм урғылыуы һөҙөмтәһендә үҙгәрә. Этна обсерваторияһы (Италия) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың февраленән Этнаның көньяҡ-көнсығыш кратерының бейеклеге 3357±3 метр тәшкил итә, был 1981 йылда төньяҡ-көнсығыш кратер өлгәшкән һөҙөмтә менән сағыштырғанда, яңы рекорд — 3350 метр — булып тора[2]. Этна 1190 квадрат километр майҙанды биләй, шул рәүешле ул үҙенең иң яҡын «көнәркәше» Везувийҙан 2,5 тапҡырға артығыраҡ иң ҙур әүҙем вулкан булып тора[3].
Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Этнаның 200-400 эргә яҡтағы вулкан кратерҙары бар, уртаса өс айға бер тапҡыр берәй кратерҙан лава сыға. Һыуыған лавала һәм вулкан көлендә булған минералдарҙың һәм микроэлементтарҙың күп булыуы һөҙөмтәһендә бында тупраҡтың уңдырышлылығы ҙур булғанлыҡтан, Этна битләүҙәрендә халыҡ күп йәшәй, һәм 150 йылға бер тапҡыр ниндәй ҙә булһа ҡасабаны емерә[3]. Этна битләүҙәрендә емеш-еләк, зәйтүн ағасы, виноград баҡсалары үҫтерәләр. Палермо төбәк хөкүмәте 1981 йылда Этна тирәләй милли ҡурсаулыҡ ойошторған. Даими әүҙемлеге арҡаһында Этна Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Ун йыллығы янартауы итеп һайлана[3]. 2013 йылдың июнендә Комитеттың 37-се сессияһында вулкан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә[4].
Файл:Вулкан Этна.jpg
Этна вулканы
Геологияһы
Этна Африка һәм Евразия тектоник плиталары тоташҡан урында тора. Африка плитаһы, Евразия плитаһы аҫтына бата барып, бер туҡтауһыҙ йүнәлешен үҙгәртә. Теләһә ниндәй стратовулкан кеүек үк, Этнаның урғылыуҙары аҫҡа төшә барған тектоник плитаның субдукция зонаһында иреүе менән бәйле. Африка плитаһының Евразия аҫтына хәрәкәтен һуңғыһы, Сицилия тау массивтары барлыҡҡа килтереп, күтәрә. Иретелгән магма Ер өҫтөнә Евразия плитаһы ярыҡтары аша етә, уларҙың береһе булып Этнаның вулкан каналы тора (ҡара: схема).
Ошо ике плита бәрелешкән урында бик күп әүҙем вулкандар: Санторини (Тира утрауы), Везувий, Липар утрауҙары вулкандары һәм Этна янартауы формалашҡан. Этнаның урғылыуҙары ярты миллион йыл самаһы элек Сицилияның боронғо яр линияһына ҡарата диңгеҙ кимәленән түбәнерәк башлана[5]. 300 000 йыл элек вулканизм Этнаның үҙәк конусынан көньяҡ-көнбайышҡа күскән, янартау эшмәкәрлегенең хәҙерге торошо 170 000 йыл элек барлыҡҡа килгән. Ул осор атылыуҙары бер-береһен алмаштырыусы шартлауҙар һәм экспансив урғылыу менән ҡылыҡһырланған стратовулкан булдыра. Янартау бейеклегенең артыуы тау түбәһен емереүгә һәм кальдерҙар формалашыуға килтергән урғылыуҙар менән өҙөлә.
35 000-15 000 йыл элек Этналағы урғылыуҙар шартлаулы төрҙә булған. Урғылыуҙар һуңынан ҙур лава ҡатламын ҡалдырған ҙур пирокластик ағымдар формалаштырыуға килтергән. Бындай урғылыуҙарҙан көлө ҡайһы берҙә 800 саҡрымға һәм унан алыҫыраҡ араға һуҙылған. Уның эҙҙәрен хатта хәҙерге Рим урынында ла табырға мөмкин.
Яҡынса 6000 йыл элек тауҙың көнсығыш битләүе ярылып төшөп, диңгеҙгә ҡолаған. Ишелмә янартау яғында Валле-дель-Бове (Вол үҙәне) булараҡ билдәле ҙур соҡор ҡалдырған. 2006 йылда баҫылып сыҡҡан тикшеренеү көнсығыш битләүенең емерелеүе эҙҙәрен Көнсығыш Урта диңгеҙ буйындағы төрлө урындарҙа табыу мөмкинлеген биргән ифрат ҙур цунами барлыҡҡа килтергәнлеген фаразлай. Цунами хәҙер диңгеҙ кимәленән түбәнерәк урынлашҡан Атлит-Ям ауылы (Израиль) халҡының күпләп ҡасыуына сәбәпсе булыуы ихтимал[6]. Шуға оҡшаш хәл 1956 йылда СССР-ҙа Безымянный янартауы һәм 1980 йылда Америка Ҡушма Штаттарында Сент-Хеленс янартауы шартлағанда булды.
Валле-дель-Бовеның текә диуарҙары бер нисә тапҡыр емерелгән, ә үҙәндә күренеп торған ҡатып ҡалған лава ҡатламдары Этнаның янартауҙар тарихын тикшерергә ярҙам итә.
2000 йыл элек Этнаның түбәһе бәләкәй кальдера барлыҡҡа килтереп тағы бер емерелгән тип фаразлана. Был кальдера артабанғы урғылыуҙарҙың лава ағымдары менән тулыһынса тиерлек тулған, ләкин һаман да хәҙерге заман конусы нигеҙе эргәһендә тауҙың ауышлығында яҡшы күренгән ярыҡ булараҡ билдәләнә.
Этнаның, төп кратерҙан тыш, 300-400 ситке өлөшө лә бар. Урғылыу тамамланғандан һуң ҡатып ҡалған лава кратерҙа ныҡ тығын барлыҡҡа килтерә, артабанғы урғылыуҙарҙа яңы лава ағымы уның аша үтә алмай. Яңы урғылыуҙар барлыҡҡа килһә, уға ҡатып ҡалған лаванан ситтә, буш урында, кратер төҙөү еңелерәк. Атап әйткәндә, 2002-2003 йылдарҙа Торре-дель-Филозофо эргәһендәге иң ҙур урғылыуҙарҙың береһенең ситтәге кратеры Этна түбәһенән 450 метрға түбәнерәк урынлашҡан.
Вулканологтар фекеренсә, (Этнаны урындағы халыҡ шулай тип атай) «дуҫтарса янартау» үҙгәрә. Күптән түгел генә Этнаның холҡо ярайһы тыныс ине, әммә хәҙер, «Фокус» журналы яҙыуынса, «әүҙем, әммә хәүефле түгел, тип иҫәпләнгән янартауҙың тәртибе торған һайын шиклерәк була бара». Француз һәм Италия тикшеренеүселәре иҫкәртеүенсә, «Этнаның атылыу характеры лаваның яйлап ер өҫтөнә ҡойолоуы һәм аҙ ғына газ бүлеп сығарыуы йәки эффузив тороштан шартлаусанға йәки эксплозивҡа үҙгәрә».
Ҡайһы бер урғылыуҙар тарихы
- Б. э. т. 1226 йыл - Этнаның беренсе тарихи иҫбатланған урғылыуы[7].
- Б. э. т. 475 йыл - (Пиндар һәм Эсхилдың шаһитлығы буйынса).
- Б. э. т. 396 йылда вулкандың урғылыуы Катания һәм Сиракуза ҡалаларын илбаҫар-карфагендарҙан ҡотҡара.
- Б. э. т. 44 йыл - ҙур урғылыу, көл Рим өҫтөндәге күкте ҡаплай (ҡаланың аҡ таш биналарын ярайһы уҡ бысрата). Һөҙөмтәлә Эллинистик Мысырға тиклем, бөтөн Урта диңгеҙ төбәгендә, уңыштың насар булыуы күҙәтелгән.
- 122 йыл - Этна Катания ҡалаһын ер йөҙөнән юҡ иткән тиерлек.
- 1169 йыл - ҡеүәтле урғылыу һәм ер тетрәү, яҡынса 15 мең кеше һәләк булған.
- 1669 йыл - лава 15 ауылды юҡ итә. Катанияла йәшәүселәр лава ағымын ситкә алып китергә маташҡан, ләкин ул көнбайышҡа юл тотҡан һәм хәүеф Патерно ҡалаһына янаған. Ҡалалар халҡы араһында ҡаты алыш булған, лава ағымы йәнә Катанияға ынтылған һәм ҡала диуарҙарын баҫҡан, 27 мең кеше йортһоҙ ҡалған. Төрлө баһалар буйынса 15-100 мең кеше һәләк булған, 15 тораҡ пункт юҡ ителгән. Был ағым ярҙың һыҙатын үҙгәрткән: бығаса диңгеҙ ярында торған Урсино ҡәлғәһе һыуҙан 500 метр алыҫлыҡҡа күскән. Был урғылыуҙан һуң Италияла лаваның тәбиғи ағымына ҡыҫылыу рәсми рәүештә тыйыла, һәм был закон йөҙәрләгән йылдар буйы һаҡлана[8][9].
- 1689 йыл, 14 март[10].
- 1702 йыл, 8 март[10].
- 1886 йыл
- 1892 йыл — урғылыу барышында Сильвестри тауҙары барлыҡҡа килгән.
- 1910 йыл — Борелло ҡасабаһы лава арҡаһында юҡҡа сығыуҙан саҡ ҡотолоп ҡалған.
- 1928 йыл — лава ағымы боронғо Маскали ҡаласығын юҡ итә[11], Маскали общинаһының 770 га ауыл хужалығы майҙандарын бөлгөнлөккә төшөрә[8]. Легенда буйынса, ошо ваҡытта мөғжизә аптыратҡан — ҡыҙған лава йылғаһы үтеп барған дини процессия алдында ғына туҡтаған. 1950 йылда шул ваҡиға айҡанлы часовня төҙөлә һәм, 30 йыл үткәндән һуң (1980 йыл), лава ағымы уның алдында ла ҡатып ҡалған[12].
- 1971 йыл — күтәргестең емерелеүе.
- 1991—1993 йылдар — иң ҙур һәм оҙайлы урғылыуҙарҙың береһе[8], 1992 йылдың апрелендә лава ағымы Дзафферана-Этнеа ҡаласығына хәүеф менән янай[13].
- 1992 йыл — вулкан урғылғанда АҠШ хәрбиҙәре лава ағымдарын туҡтатырға маташып ҡараған, ләкин уларҙың тырышлығы ыңғай һөҙөмтә бирмәгән: лава бер нисә йортто һәм йөҙөм баҡсаһын юҡ иткән[14][15].
- 2001—2002 йылдар, 2002—2003 йылдар — вулкан эшмәкәрлеге әүҙем бара, күтәргес тағы ла ҡырыла.
- 2004 йыл — көньяҡ-көнсығышта киң лава ағымы округ автомобиль эстрадаһының бер өлөшөн юҡ итә.
- 2007 йылдың 4 сентябре — киске сәғәт 8 тирәһендә көслө урғылыу башлана.
- 2008 йылдың 10 майы — төштән һуң ҡеүәтле шартлау яңғыраны, вулкандың көнсығыш яғынан бер нисә лава йылғаһы ағып төшә. Урғылыу 4 сәғәт дауам итә һәм кискә тамамлана.
- 2011 йылдың 3—12 ғинуары һәм майы — лава һәм вулкан көлө урғылыуы. Урындағы властар Катания халыҡ-ара аэропортын ябырға мәжбүр була[16][17].
- 2011 йылдың 19 июленән 2019 йылдың июленә тиклем бер нисә аҙ әһәмиәтле урғылыу күҙәтелгән[18]. Одно из них было самым мощным за 20 лет[8], был закрыт международный аэропорт Катании[19][8]
- 2020 йылдың 13-15 декабре[20]ул көньяҡ-көнсығыш кратерҙан урғылыу булған. 13 декабрҙән 14-нә ҡарай төндә өс пирокластик ағым күҙәтелгән[21]. Яңылыҡ сығанаҡтары урғылыуҙы хәрәкәтсән һәм тамашалы тип баһалай: лава фонтандары 100 метр бейеклеккә, ә көл 5 километрға күтәрелгән[22][23].
- 2022 йылдың 11 феврале — янартауҙың көньяҡ-көнсығыш кратерынан 600 метр бейеклектәге утлы фонтандар, шулай уҡ һигеҙ километрға тиклем бейеклектәге көл бағаналары һәм төтөн сыға башлай[24].
- Этнаның ағымдағы эшмәкәрлеге түбәләренең өҙлөкһөҙ дегазацияһынан, шартлаулы стромболиан урғылыуҙарынан һәм базальт лаваһының йыш ағымдарынан тора. Шартлаулы урғылыуҙарҙың көл болоттары самолёттар өсөн айырыуса хәүефле, сөнки көл реактив двигателгә эләгеүе, иреүе мөмкин, хәрәкәт итеүсе частар быяла ҡатламы менән ҡапланасаҡ, был иһә уларҙың туҡталыуына сәбәпсе буласаҡ[14][25].
- 2023 йылдың 12 ноябре — урғылыу янартауҙың көньяҡ-көнсығыш кратерында башлана. Көл болотоноң бейеклеге диңгеҙ кимәленән 4500 метрға еткән[26].
- 2024 йылдың 4 июле — Этнаның янартау эшмәкәрлеге яңыра. Лава урғылыуы ике кратерҙа: тауҙың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш ситтәрендә теркәлә[27].
- 2024 йылдың 4 авгусы төнөнә ҡарата — сираттағы урғылыу барышында Ворагин кратерынан лава фонтаны 10 саҡрымға еткән көл болотон барлыҡҡа килтерә. Көл Джарре коммунаһына, Ачиреале ҡалаһы, Мило һәм Дзафферана коммунаһына, өлөшләтә Рипосто коммунаһына һәм Маскали ҡалаһына ҡағылып үтә[28]. Сицилия властары, осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Сицилиялағы Катания ҡалаһының эшен ваҡытлыса туҡтата.
- 2024 йылдың 14 авгусы — Ворагин юғары кратерының әүҙемлеге, көл бағанаһын сығарыуы билдәле була. Фараздар буйынса, шуның артынса уҡ лава ағылыуы башланырға тейеш[29].
Төтөн ҡулсалары
Этнаға күтәрелеү
Теоретик яҡтан ҡарағанда, Этнға һәр яҡтан күтәрелергә мөмкин, ғәмәлдә өс төп маршрут бар:
- Көньяҡ (итал. Etna Sud) Рифуджо Сапиенца (1900 метр) базаһы аша үтә, унда Николози аша Катания ҡалаһына көнөнә бер тапҡыр ғәҙәти ҡала яны автобусы йөрөй. Канат юлы Рифуджо Сапиенцтан 2500 метр бейеклеккә йөрөтә.
- Көнсығыш маршруты Дзафферан-Этнеа ауылы аша үтә һәм Рифуджо Сапиенцҡа, 1900 м билдәһенә, алып бара.
- Төньяҡ маршрут (итал. Etna Nord) Пьедимонте-Этнео һәм Лингуаглосса ҡалалары аша үтә һәм Пьяно Провенц базаһына алып бара. Унда канат юлы юҡ.
Үҙ аллы йәйәү күтәрелеү ҙә ихтимал, ләкин гид ялларға тәҡдим ителә. Юлға сыҡҡанда отош Велосипед юл уңыуға ярҙам итмәй — велосипедсы йәйәүле тиҙлеге менән тиерлек күтәрелә, әтөшкәндә автобус юлынан ғына төшөргә мөмкин. Йәйәүле туристар автобус юлдары буйлап та, күреү мөмкинлеге яҡшы булған осраҡта тура ла йөрөй ала. Тау башында көслө ел сығыуы ямғыр яуыуы, томан күтәрелеүе ихтимал.
Этна битләүҙәрендә төрлө ваҡытта әүҙем булмаған һәм ярым әүҙем (фумарола - төтөн сығарыусы) һәм әүҙем кратерҙар (айырыуса көнсығыш битләүендә) күп.
Этна битләүҙәренең һәр кем ҡарай алырлыҡ аныҡ карталары юҡ, һәм мөмкин дә түгел — һәр ҙур урғылыуҙан һуң урындағы рельеф үҙгәрә. Ләкин яҡынса ҡағыҙ, шулай уҡ GPS-навигатор карталар ҙа бар.
Мифология
Мифологик йолаларға ярашлы, Афина олимпия илаһтары һәм гиганттары (гигантомахиялар) һуғышында үлемһеҙ гигант Энкеладты ошо тау менән баҫтырған. Энкелад ҡайһы берҙә өҫкә сығырға маташа, һәм шул саҡта, боронғоларҙың күҙаллауҙары буйынса, янартау уяна ла урғыла башлай. Вергилий буйынса, Этна мәмерйәләрендә циклоптар (шул иҫәптән Полифем да), тау янында Этна исемле нимфа йәшәгән.
Икенсе фараз буйынса, бында титан ҡәрҙәштәренең һәләк булыуынан үс алыу өсөн олимпиялыларға һуғыш иғлан иткән бығаулы гиганттар ята, тип һанала. Ошо уҡ янартауҙа Гефест алла йәшәгән.
Боронғо грек тарихсыһы Диоген Лаэртский үҙенең «О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов» тигән китабының 8-се бүлегендә философ Эмпедокл Акрагантскийҙың (б.э.т. V быуат) Этна кратерына ташланып үҙ-үҙенә ҡул һалыуы хаҡында һөйләй. Быны ул үҙен илаһ итеп таныһындар өсөн эшләгән.
Өҫтәмә мәғлүмәт
Июлдә Тавроменилағы боронғо театрҙа музыканттар Этна янартауы урғылыу фонында классик музыканың уникаль концертын ойошторҙо. Сараны урындағы властар һәм мәҙәни ойошмалар уҙғара. Концерттың видеоһы интернетта популярлыҡ яулай.
Файл:Y2meta.webm
Этна янартауы фонында уҙған йәнле классик музыка концерты
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Circumetnea (Чиркумэтнеа) — Этна тирәләй тар колеялы тимер юл.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Comunicati attività vulcanica (итал.). Istituto Nazionale di Geofisica e Vulcanologia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2022.Ҡалып:Cbignore
- ↑ L’Etna si supera. Nuovo record di altezza a 3357 metri (итал.). Istituto nazionale di geofisica e vulcanologia (INGV) (10 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2021. Архивировано 11 август 2021 года.
- ↑ 1 2 3 Mount Etna (ингл.) (2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2010. Архивировано из оригинала 3 февраль 2011 года.
- ↑ Mount Etna Becomes a World Heritage Site (ингл.). Italy Magazine (5 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2022.
- ↑ Italy Volcanoes and Volcanics (ингл.). // US Geological Survey (Американский геофизический союз). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 15 май 2011 года.
- ↑ Pareschi M. T., Boschi E., Favalli M. Holocene tsunamis from Mount Etna and the fate of Israeli Neolithic communities (инг.) // Geophysical Research Letters. — American Geophysical Union, 2007. — Vol. 34, no. L16317. — P. 6. — ISSN 1944-8007. Архивировано 9 май 2010 года.
- ↑ Вулкан Этна, Сицилия, 2006 год. Музей Землеведения МГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2020. Архивировано 1 ноябрь 2020 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Старицкая Анна. Этна злится. 5 самых страшных извержений высочайшего вулкана Европы. 360tv.ru (29 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2019. Архивировано 3 ноябрь 2019 года.
- ↑ Mount Etna erupts (ингл.). MavenStaff. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2020. Архивировано 2 ноябрь 2020 года.
- ↑ 1 2 Задонина Н.В., Леви К.Г. Хронология природных и социальных феноменов в истории мировой цивилизации. — Монография. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ноябрь 2019. Архивировано 3 ноябрь 2019 года.
- ↑ журнал «Вокруг света», май 2013
- ↑ Etna forces state of emergency (ингл.). edition.cnn.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2020. Архивировано 2 ноябрь 2020 года.
- ↑ The control of lava flow during the 1991–1992 eruption of Mt. Etna (инг.) // Journal of Volcanology and Geothermal Research. — 1993-05-01. — Vol. 56, iss. 1—2. — P. 1–34. — ISSN 0377-0273. — DOI:DOI:10.1016/0377-0273(93)90048-V. Архивировано 25 август 2021 года.
- ↑ 1 2 Jessica Ball. Mount Etna - Italy (ингл.). geology.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2020. Архивировано 6 ноябрь 2020 года.
- ↑ How do you stop the flow of lava? (ингл.). ВВС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2020. Архивировано 8 ноябрь 2020 года.
- ↑ Italy's Mt Etna erupts (ингл.). // TV NZ (источник: Reuters) (14 ғинуар 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2011 года.
- ↑ На сицилийском вулкане Этна появился новый кратер. www.vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2020. Архивировано 4 март 2016 года. // Вести.ру
- ↑ На Сицилии начал извергаться вулкан Этна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2013. Архивировано 12 август 2015 года.
- ↑ На Сицилии проснулся крупнейший в Европе вулкан. // РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 май 2016. Архивировано 22 май 2016 года.
- ↑ Comunicato Etna (Aggiornamento n. 98) (итал.) (Ҡалып:TranslateDate/it). 17 декабрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Comunicato Etna (Aggiornamento n. 93) (14 декабрь 2020). 17 декабрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Мария Горковская. На Сицилии произошло извержение вулкана Этна. euronews (14 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2020. Архивировано 17 декабрь 2020 года.
- ↑ На Сицилии проснулся вулкан Этна (фото, видео) (билдәһеҙ). 112ua.tv. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2020. Архивировано 17 апрель 2021 года.
- ↑ Пробудился самый высокий вулкан в Европе. Рамблер/новости (11 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2022.
- ↑ Etna volcano updates and eruption news (ингл.). VolcanoDiscovery. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2020. Архивировано 30 октябрь 2020 года.
- ↑ Столб облака пепла над вулканом Этна в Сицилии достиг высоты в 4,5 километра. Российская газета (13 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2023.
- ↑ Вулкан Этна на Сицилии начал выпускать фонтан лавы (7 июль 2024). 7 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ На Сицилии произошло очередное извержение вулкана Этна (5 август 2024). 5 август 2024 тикшерелгән.
- ↑ Etna volcano update: 6th paroxysm from Voragine in progress - tall lava fountains, ash drifting east (ингл.). VolcanoDiscovery (14 август 2024).
- ↑ Smoke rings generated by eruptions of Etna volcano. // Stromboli online.
- ↑ Etna hoops it up. // BBC News (31 март 2000). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2008. Архивировано 7 декабрь 2018 года.
- ↑ Erupting Mt. Etna coughs up a smoke ring. // WJLA (ABC) Storm Watch 7 (16 август 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2013. Архивировано из оригинала 2 февраль 2014 года.
- ↑ Geoff Mackley. Mt Etna — Sicily, Italy — the greatest show on earth! // Geoff's volcanology page. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2013. Архивировано 30 декабрь 2012 года.
- ↑ Mount Etna blows smoke rings during volcanic eruptions. // NBC News (12 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 апрель 2013. Архивировано 14 апрель 2013 года.
Әҙәбиәт
- Этна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Лайель Ч., Основные начала геологии. Т.2. Гл. XXV.
Һылтанмалар
- Volcano Live (ингл.). www.volcanolive.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2020. Архивировано 26 апрель 2001 года.
- Volcano World (ингл.). volcano.oregonstate.edu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2020. Архивировано 25 ноябрь 2020 года.
- Peakbagger.com (ингл.). www.peakbagger.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2020. Архивировано 23 апрель 2021 года.