Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы
Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы | |
---|---|
урыҫ Юбилейное медно-колчеданное месторождение | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы (рус. Юбилейное медно-колчеданное месторождение) — Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районында урынлашҡан баҡыр-цинк-колчедан ятҡылығы. Рәсәйҙә иң эреләрҙең береһе булып тора. 1966 йылдың авгусында асыла. Ятҡылыҡ 1996 йылдан эшкәртелә.
Ятҡылыҡтарҙың тасуирламаһы
Юбилей ятҡылығы мәғдәндәре ике төрҙән тора: алтынлы көрән тимер мәғдәне һәм беренсел баҡыр колчеданы.
Ятҡылыҡ операторҙары
2004 йылдың авгусынан ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусының генераль подрядсыһы булып Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тора. 2006 йылдың 1 мартынан Юбилей баҡыр-цинк мәғдәне ятҡылығын «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан асыҡ ысул менән үҙләштереү алып барыла.
Тәүге асыш
1980 йылда Юбилей ятҡылығын, шулай уҡ Октябрьский һәм Подольский ятҡылыҡтарын асҡан һәм разведкалаған өсөн, В. В. Воробьё, Б. Д. Мәһәҙиев, В. М. Попов, Ю. А. Болотин, У. Ю. Дәүләтбаев, Ғ. Ю. Мәжитов, Г. К. Долматов, Н. В. Матвеев СССР дәүләт премияһы менән бүләкләнә[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- На Юбилейном месторождении «Башмеди» началась проходка нового горизонта
- Никонов В. Н. Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.