Юлдашев Ренат Владимир улы

Юлдашев Ренат Владимир улы (1989 йылдың 29 марты, Өфө) — Рәсәй математигы, кибернетигы: PhD ғилми дәрәжә эйәһе (2013), физика-математика фәндәре докторы (2017), Санкт-Петербург дәүләт университеты математика-механика факультетының ҡулланма кибернетика кафедраһы профессоры. Бер нисә патент авторҙашы[1].

Биография

Ренат Владимир улы Юлдашев 1989 йылдың 29 мартында Өфөлә тыуа. Атаһы — ғалим Владимир Юлдашев, игеҙәк һыңары — Марат Юлдашев[2][3][4][5].

Баш ҡалала урта мәктәптән һуң Санкт-Петербург дәүләт университетының математика-механика факультетына уҡырға инә һәм уны 2011 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай[6].

Юғары белем алғандан һуң тыуған вузында аспирантурала ҡала, бер үк ваҡытта Йювяскюля университеты аспирантураһына инә[7].

2013 йылда «Нелинейный анализ и синтез систем фазовой автоподстройки» темаһына диссертация яҡлап, физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә була[4].

Шул уҡ йылда математика буйынса университет булдырған PhD ғилми дәрәжәһен ала һәм уҡыу йортоноң беренсе PhD докторы була[8][2]. Тема диссертации — «Нелинейный анализ и синтез систем фазовой автоподстройки» («Nonlinear analysis and synthesis of Phased-Locked Loops»)[4]. Хеҙмәтен инглиз телендә яҡлай[2][9]. шул уҡ йылда — Йювяскюля университетының мәғлүмәт технологиялары факультетының PhD ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була (Faculty of Information technology, University of Jyväskylä)[10].

2017 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[11][10].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

Компьютер архитектураларында йышлыҡ генераторҙары, юлдаш навигацияһы һәм элемтәнең математик моделдәре, электр ҡеүәтен үҙгәртеүселәрҙең тотороҡлолоғо[10].

Фәнни хеҙмәттәре

Иҫкәрмәләр

  1. Информация на сайте Архивная копия от 4 сентябрь 2021 на Wayback Machine «Patenton.ru»
  2. 1 2 3 Бойцова Марина. СПбГУ рискнул репутацией (фото) Архивная копия от 3 сентябрь 2021 на Wayback Machine // Росбалт, 19.06.2013
  3. Информация на странице Архивная копия от 4 сентябрь 2021 на Wayback Machine «PhD в России. Портал аспирантов и докторантов»
  4. 1 2 3 Информация на сайте Архивная копия от 3 сентябрь 2021 на Wayback Machine «PhD в России. Портал аспирантов и докторантов»
  5. «Исследования колебательных процессов» Научная школа Геннадия Алексеевича Леонова. «Матрица Науки» (подготовлен по заказу Комитета по науке и высшей школе Санкт-Петербурга) (2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2016. Архивировано 23 ғинуар 2021 года.
  6. Kaksin verroin väitösjännitystä. «keskisuomalainen» (17 декабрь 2013). — Jyväskylän yliopisto: identtiset kaksoset Marat ja Renat väittelevät tohtoreiksi perättäisinä päivinä. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2020. Архивировано 1 март 2020 года.
  7. Защиту первой диссертации на степень доктора СПбГУ покажут онлайн Архивная копия от 3 сентябрь 2021 на Wayback Machine // Lenta.ru, 19.06.2013
  8. Abramovich S., Kuznetsov N., Razov A. G.A. Leonov: eminent scholar, admired teacher and unconventional administrator (инг.) // Journal of Physics: Conference Series. — 2021. — Vol. 1864. — P. 012066.
  9. Филиппов Владимир. Новый защитный механизм Архивная копия от 3 ноябрь 2021 на Wayback Machine // Газета.ru, 20.06.2013
  10. 1 2 3 4 Информация на странице кафедры прикладной кибернетики СПбГУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2021. Архивировано 3 сентябрь 2021 года.
  11. Информация Архивная копия от 3 сентябрь 2021 на Wayback Machine на сайте СПбГУ

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә