Ягодкин Василий Максимович

Василий Максимович Ягодкин (рус. Ягодкин Василий Максимович1939 йылдың 1 июле, Брянск өлкәһе2015 йылдың 24 ғинуары, Өфө) — совет инженер-конструктор-ғалимы. 1967—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физикаматематика фәндәре докторы (2002).

Биографияһы

Василий Максимович Ягодкин 1939 йылдың 1 июлендә Брянск өлкәһенең Княгинин ауылында тыуған[2].

1967 йылда Куйбышев авиация институтын[3] тамамлай һәм 2010 йылға тиклем Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының[4] физик электроника һәм нанофизика кафедраһында уҡыта[2].

2002 йылда «физика‑математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[5].

2015 йылдың 24 ғинуарында Өфөлә вафат булған[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре микроэлектроникаға арналған. Ғалим тарафынан полиэфирсульфондарҙың, полидифениленфталидтарҙың, улар нигеҙендәге композицион материалдарҙың үҙсәнлектәренә комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелгән; ҙур үлсәмле гибрид интеграль схемаларҙы, күп ҡатламлы коммутация платаларын ҡалын плёнкалы технология буйынса әҙерләү өсөн материалдар класы эшләнгән. Асыштары «Кабель» КБ нда, «Молния» предприятиеһында индерелгән. 60 тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Фәнни хеҙмәттәре

  • Влияние комплексов переходных металлов на электронную структуру ароматических полиядерных соединений //Журнал прикладной химии. 2000. Т.73. Вып.2 (авторҙаш)
  • Effect of Structural Transformation in Aromatic Polysulfones on Their Properties //Russian Polymer News. 1999. Vol.4. №4 (авторҙаш)

Һылтанмалар