Яппаров Карам Хәлиулла улы
Яппаров Карам Хәлиулла улы (24 декабрь 1924 йыл — 4 июнь 2016 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Свердловск өлкәһе Качканар ҡалаһындағы тау-байыҡтырыу комбинаты агломератчигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Карам Хәлиулла улы Яппаров 1924 йылда Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы) Елдәр ауылында тыуа.
Тулы булмаған урта белемгә эйә.
1942 йылдың декабрендә, Карамға 17 йәш тулғас, хәрби комиссариатҡа килә һәм фронтҡа алыуҙарын һорай. Расчет командиры була. Батырлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә.
Качканар ҡалаһына Карам Хәлиулла улы партияның Ҡуҫа ҡала комитеты йүнәлтмәһе буйынса 1964 йылда килә.
Комбинаты эшселәренең хеҙмәт шарттарын еңеләйтеү өсөн күп эшләй[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы Указы менән Карам Хәлиулла улы Яппаровҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң Качканар ҡалаһында йәшәй. 2016 йылдың 4 июнендә вафат була[2]. Качканар ҡала округының Валериановск ҡасабаһы зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977);
- Ленин ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- "«Почёт Билдәһе» ордены
- "«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР).
Иҫкәрмәләр
- ↑ герои. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2013. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Яппаров Карам Халиуллович // Герои страны
Һылтанмалар
- Яппаров Карам Хәлиулла улы. «Герои страны» сайты.
- Биография 2017 йылдың 8 октябрь көнөндә архивланған.
- http://www.ikar-kch.ru/?p=1506 фото и интервью