Яхъя ибн Мөғәйн

Әбү Зәкәрийә Яхъя ибн Мөғәйн әл-Бағдади (ғәр. يحيى بن معين‎; рус. Абу́ Закарийя Я́хья ибн Маи́н аль-Багда́ди;775, әл-Әнбар янында — 847, Мәҙинә) — ислам дине белгесе, традиционалист.

Биографияһы

775 йылда әл-Әнбар янында тыуған. Атаһынан байтаҡ мөлкәт ҡала һәм, әйтеүҙәренсә, барыһын да Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәрен туплауға тотона[3].

833 йылда хәлифә әл-Мәғмүн Яхъяға, ибн Сәғд әл-Бағдадиға һәм тағы биш дин белгесенә үлтереү менән янап (михнәт), Ҡөрьәндең уйлап сығарылғанын раҫларға бойороҡ бирә, улар хәлифтең бойороғон үтәй.

Бынан һуң Әхмәт ибн Хәнбәл улар менән һөйләшеүҙән бөтөнләй туҡтай[3].

Ислам хәҙистәрен өйрәнеүселәрҙең дөйөм фекере буйынса, Яхъя ибн Мөғәйн күп һанлы хәҙистәрҙе ялғанға сығара һәм ғилем әл-рижәл буйынса иң мөһим иртә эксперттарҙың береһе булараҡ ҡарала. Хәбәр ителеүенсә, ул үҙенән һуң ҙур китапхана ҡалдыра. Уның ҡайһы бер әҫәрҙәре нәшер ителгән[3].

847 йылда вафат хажға барғанда Мәҙинәлә була[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Yaḥyá ibn Maʻīn // Faceted Application of Subject Terminology
  2. 1 2 يحيى بن معين ابن معين، 775‒848 // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  3. 1 2 3 4 Leemhuis F., 2002, с. 247

Әҙәбиәт

  • Yaḥyā b. Maʿīn / Leemhuis F. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 2002. — Т. 11. — P. 247. (түләүле)

Тема буйынса өҫтәмә