Яңыбаева Вәсилә Әхәт ҡыҙы
Яңыбаева(Касимова) Вәсилә Әхәт ҡыҙы (рус. Яныбаева Василя Ахатовна; 1962 йылдың 1 авгусы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-биолог, хужалыҡ эшмәкәре. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры. Биология фәндәре кандидаты (2002).
Биографияһы
Вәсилә Әхәт ҡыҙы Яңыбаева 1962 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Һарғая ауылында тыуған.
1979 йылда Белорет районының Ҡағы урта мәктәбен тамамлай. Бер йыл Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә пионервожатый, тағы бер йыл тыуған ауылы Һарғаяла төрлө вазифаларҙа эшләп ала. Һуңынан Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә, 1987 йылда уны уңышлы тамамлай.
1987—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында ғилми хеҙмәткәр була. Бөрйән районына ҡараған Макаров кордонында йәшәй һәм эшләй. Ошо уҡ йылдарҙа ситтән тороп аспирантурала уҡый, ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә башлай.
2000 йылда ҡурсаулыҡ директорының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].
2002 йылда Новосибирск ҡалаһында «Көньяҡ Урал энәғараҡтарының фаунаһы һәм экологияһы» темаһына диссертация яҡлай һәм «биология фәндәре кандидаты» дәрәжәһе ала.
Ошо уҡ 2002 йылда «Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры итеп тәғәйенләнә.
Вәсилә Яныбаева 2022 йылдың сентябрендә эш урынында булмағаны өсөн законһыҙ рәүештә Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан эшенән бушатылды. Уның етәкселеге мобилизацияланған туғандарын оҙатыуға арналған сарала ҡатнашыу өсөн эш урынын ташлап китергә рөхсәт итеүенә ҡарамаҫтан, эштән ҡыуа. Суд ҡарары уны эшенә кире ҡайтара, юғалтҡан эш хаҡына компенсация һәм мораль зыянды ҡайтарып бирә. Ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһы юғары суды хуплай[2].
Ғилми хеҙмәттәре
- Фауна и экология стрекоз Южного Урала/ природопользования / Яныбаева Василя Ахатовна — к.б.н.
- Вклад особо особо охраняемых природных территорий в экологическую устойчивость региона "Сибайская городская типография — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан». 2015.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ғаиләһе
- Ире Яңыбаев Мансур Малыбай улы (1962).
- Балалары:
— Яңыбаев Нур Мансур улы (1987) — Яңыбаев Искәндәр Мансур улы (1989)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Яныбаева Василя Ахатовна. Министерство природных ресурсов и экологии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.
- ↑ Влада Шипилова. Сотрудницу заповедника уволили за прогул во время проводов мобилизованных родственников. Коммерсантъ Уфа (9 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2025.
Һылтанмалар
- Г. Салихова. Билет за границу «Седьмого климата» «Ватандаш» журналы.
- Вклад особо особо охраняемых природных территорий в экологическую устойчивость региона "Сибайская городская типография — филиал ГУП РБ Издательский дом «Республика Башкортостан».