Яңы йыл 2025

Яңы йыл 2025 — 2024 йылдың 31 декабре — шишәмбенән 2025 йылдың 1 ғинуарына — шаршамбыға ҡараған төндә килгән иң төп байрамдарҙың береһе.

Күпселек илдәр Яңы йылды 1 ғинуарҙа, григориан календары буйынса йылдың беренсе көнөндә билдәләй. Бик күп илдәрҙә, милли йолалар буйынса, Яңы йылды башҡа даталарҙа ла ҡаршылайҙар. Әммә улар өсөн дә ғинураҙың беренсе көнө — байрам.

Тарихы

Яңы йылды 31 декабрҙән 1 ғинуар төнөнә ҡарй билдәләү Рәсәйҙә 1699 йылда, Пётр I йыл иҫәбен алыуҙың яңы системаһын индереү һәм Яңы йылды байрам итеү тураһында ике указ сығарғандан һуң башлана[1]. Документтарға ярашлы, йылдар Ғайса бәйғәмбәрҙең тыуған көнөнән һанала башлай ("донъя яралғандан алып 7208 йыл 1699 йыл булып китә), ә Яңы йылды, «барлыҡ христиан халыҡтары өлгөһөндә», 1 ғинуарҙа байрам итә башлайҙар[2]. Әммә батша Европаның күпселек илдәре күскән григориан календарын индермәй һәм Рәсәй XX быуатҡа тиклем Юлиан календары буйынса йәшәй, Яңы йылды Европанан 11 көнгә һуңыраҡ билдәләй. Пётр I аҙна буйына күңел асырға һәм ҡунаҡҡа йөрөргә, бер-берен ҡотларға, Мәскәүҙең төп урамдарын һәм абруйлы кешеләрҙең йорттарын ылыҫлы ағас ботаҡтары менән биҙәргә бойора. Төп байрам үткән Ҡыҙыл майҙанда батша указы буйынса фейерверк, пушка һәм ҡорал салюттары атыла.

«Встреча Нового года производилась в то время самым торжественным образом. В 12 часов Герольды и ночные сторожа возвещали на всех улицах полусонным жителям столицы звуком труб и громкими песнями окончание старого и наступление нового года. С появлением утра начинались поздравления. Музыканты шести гвардейских батальонов… переходили отдельными толпами из дому в дом, и шумным образом напоминали хозяевам о своем усердии и надежде получить обыкновенную в таком случае награду. Так началось и 1 января 1724 года».

Александр Корнилович, «Новый год, в 1724 году»[3]

Рәсәйҙә Яңы йылға бүләк бирешеү Екатерина II заманында башлана, ә XIX быуат һуңында кешеләр бер-береһенә теләктәр яҙылған раштыуа открыткаһы ебәрешә[4].

Традиция Беренсе донъя һуғышы йылдарында туҡталып тора, әммә Октябрь революцияһынан һуң ҡабат тергеҙелә.

1918 йылдың 24 ғинуарында РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы Рәсәйҙә Көнбайыш европаның григориан календарын индереү тураһында декрет ҡабул итә. Документҡа ярашлы, 1918 йылдың 31 ғинуарынан һуң көн беренсе түгел, ә 14 февраль тип иҫәпләнә башлай, иҫке һәм яңы стиль араһы 13 тәүлек була.

Советтарҙың беренсе йылдарында Раштыуа һәм Яңы йыл байрамдары традицияһы һаҡлана. Әммә 1920 йылдарҙың уртаһынан илдә дини ҡараштарға ҡаршы кампания башлана һәм был байрамдар тыйыла. 1929-1935 йылдарҙа Яңы йыл байрамдары уҙғарылмай.

1935 йылдың 28 декабрендә «Правда» гәзитендә Павел Постышевтың «Давайте организуем к Новому году детям хорошую ёлку!» тип аталған мәҡәләһе баҫылып сыға, унда автор «шыршыны яңылыш ғәйепләүҙе» туҡтатырға тәҡдим итә. Икенсе көнөнә үк ВЛКСМ Үҙәк Комитеты секретары Александр Косаревтың 1 ғинуарҙа комсомол һәм пионерҙарҙың мәктәптәрҙә, балалар клубтарында һәм балалар йорттарында шыршы байрамын «күңелле һәм мәшәҡәтһеҙ» үткәреү тураһында ҡарары донъя күрә[1].

Яңы йыл байрамдары һәм ял көндәре

Рәсәйҙә рәсми Яңы йыл байрамдары датаһы бер нисә тапҡыр үҙгәрә. 1 ғинуар бары тик 1948 йылда ғына ял көнө була башлай. 2013 йылдан рәсми Яңы йыл каникулдары 1 ғинуарҙан 8 ғинуарға тиклем дауам итә.

2024—2025 Яңы йыл байрамдарында рәсәйҙәрҙе 11 көн тоташ ял көнө көтә, унан алдағы аҙнала эш көндәре 23-28 декабрҙә алты дауам итә.

28 декабрҙәге ял көнө дүшәмбегә — 30 декабргә күсерелә, ә 28 тулы эш көнө була.

Ҡытай Яңы йылы

undefined

Рәсәйҙә Ҡытай (Көнсығыш) Яңы йылы һәм көнсығыш йондоҙнамәһе билдәләре яҡшы билдәле һәм, ғәҙәттә, улар киләһе йылда кешене нимә көткәнен күҙаллау өсөн ҡулланыла[5].

Көнсығыш Яңы йылы һүҙмә-һүҙ «Яҙ байрамы» тип тәржемә ителә. Ул Ҡытайҙа һәм Көнсығыш Азияның башҡа илдәрендә иң төп һәм оҙайлы байрам, ҡышҡы көн менән көн тигеҙләшкәндән һуң ҡышҡы тулы айға бағышлана (йәғни 21 декабрҙән һуң икенсе тулы айға). Григориан календарында был 21 ғинуар менән 21 февраль араһындағы көндәрҙең береһенә тура килә.

Ҡытайҙа Яңы йыл — фәҡәт ғаилә байрамы һәм уны яҡындары менән үткәрергә тырышылар. Ғаиләнең барлыҡ ағзалары бер-береһенә элекке үпкәләүҙәрен ғәфү итә. Яңы йыл башланыу менән ғаилә бәхетенә, сәләмәтлеккә һәм уңышҡа өмөт бағлайҙар. Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, йыл шулай үтә, тигән ырым бар[6].

Ҡытай (Көнсығыш) календары буйынса һәр йыл ниндәйҙер хайуан, элемент йәки стихия менән бәйле.

2025 йылға Ағас һәм Йылан тура килә. Көнсығыш астрологияһында Йылан аҡыл, зирәклек һәм үҙгәрештәргә яраҡлаша белеү символы булып тора. Ағая менән бергә йыл үҫеш һәм тәбиғәт менән бәйләнеш йылы булып тора. Ағастың символик төҫө — йәшел, тыныслыҡты, һығылмалылыҡты, хәл-ваҡиғаларға үҙеңә зыян килтермәй генә яраҡлаша белеүҙе аңлата.

2025 йылда Ҡытай Яңы йылы шаршамбы, 25 ғинуарҙа — көнсығыш календары буйынса «йәшел ағас йылан» тип аталған 4722 йылы башланып, 2026 йылдың 16 февралендә тамамлана[7]. Әммә күптәр яңы йыл төнөндә үк йыл ҡурсалаусыһын көйләп, уңыш ылыҡтырырға тырыша.

Яңы йыл йолалары

Яңы йыл төнө — ғәҙәт буйынса, йомғаҡ яһау, тостар әйтеү, президент мөрәжәғәтен ҡарау һәм теләктәр теләү төнө[8].

Яңы йыл — төп баҫым ваҡытҡа яһалған байрам. Заман традицияһында ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уңыш программаһына көйләнергә — сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡан арала теләк теләп өлгөрөргә һәм ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе башҡарып өлгөрөргә кәрәк. Бындай йола төрлө халыҡтарҙа осрай. Мәҫәлән:

  • Рәсәйҙә куранттар һуҡҡанда ҡағыҙ битенә теләк яҙып, уны яндыралар һәм көлөн шапман шарабыһа һалып эсәләрт.
  • Италияла һәм Испанияла һәр ай өсөн 12 йөҙөм емешен (виноград) ашайҙар.
  • Англияла өйҙөң артҡы ишеген асып, иҫке йылды оҙаталар һәм яңы йылды индерер өсөн алғы ишекте асалар[1].
  • Болгарияла 31 декабрҙең төн уртаһы етеүгә йорттарҙа яңы йыл үбешеүе өсөн өс минутҡа уттарҙы һүндерәләр.
  • Ҡытайҙа ишек асып хлопушкалар аталар, был «ишек асылғанда бәхет һәм уңыш килеүен» аңлата һәм «иҫкене алып яңыны ылыҡтырыу» кәрәклеген символлаштыра[9].

Яңы йылда уңыш һәм именлек йәлеп итеү өсөн уны ҡаршыларға дөрөҫ әҙерлнергә кәрәк:

  • Кем менәндер талашһағыҙ — ярашырға. Мөмкинлегегеҙ булһа, эштә лә, шәхси тормошта ла барлыҡ низағтарҙы яйларға.
  • Бурыстарҙы ҡапларға (ипотека менән кредиттарҙан башҡа),
  • Өфҙә тәртип булдырырға,
  • Автомобилде йыуырға һәм бакка бензин тултырырға[10].

Йәшел Ағас Йылан йылында уңыш ылыҡтырыу өсөн астрологтар тәҙрә тупһаһына майшәм яндырып ултыртырға һәм һөт һалынған һауыт ҡуйырға кәңәш итә[11]. Йылан йылын яҡындар һәм туғандар менән ҡаршылау яҡшыраҡ.

Яңы йыл бүләктәре

undefined

2025 йылда Йәшел Ағас Йыланды хәтерләткән әйберҙәр бүләк итергә кәрәк.

Ҡатын-ҡыҙға нәфис биҙәүестәр урынлы: нәҙек беләҙектәр, ағас, көмөш, алтын кулондар һәм муйынсаҡтар, шулай уҡ йылан рәүешендәге алҡалар.

Ир-аттарға ҡаптырма, галстук өсөн булавка, портмоне һәм ҡайыштар (әммә йылан тиреһенән түгел) яҡшы.

Ағас һауыттар, йылан төшөрөлгән шкатулкалар, ҙур булмаған скульптуралар һәм ылыҫлы бонсайҙар байрам кәйефен генә булдырып ҡалмаҫ, йортҡа уңыш та килтерер.

Шулай уҡ гаджеттар, аш-һыу техникаһы, ҡорамалдар, автомобиль аксессуарҙары, биҙәүестәр һәм бүлмә үҫемлектәре лә урынлы[12].

Өйҙө биҙәү

Йәшел Ағас Йылан йыйнаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡты өҫтөн күрә, шуға өйҙө зоналарға бүлеп, уңайлы урындар булдырырға кәрәк.

Йылан тәбиғи материалдарҙы, йәшеллекте һәм үҫемлектрәҙе ярата. Уға бормалы-һырмалы биҙәктәр, үрелгән һыҙаттар, нәҙек толомдар һәм элмәктәр оҡшай. Өйҙө биҙәгәндә сағыу төҫтәр булмаһын. Интерьерға йәшел төҫ өҫтәү зарур: шыршы ботаҡтары һәм тере үҫемлектәр үҫкән көршәктәр урынлы[13].

Декор өсөн өҫтәлдәрҙә, тумбаларҙа, тәҙрә төптәрендә, китап кәштәләрендә, сәскә һауыттарында тәбиғи таштарҙан эшләнгән инсталляциялар яҡшы була. Йыл символына ағастан йәки керамиканан эшләнгән йылан статуэткалары ла оҡшари[14].

Яңы йыл табыны

Йыландар — йыртҡыс йән эйәләре, шуға күрә байрам табынында уларҙың яратҡан ризығы: ҡош ите, балыҡ һәм диңгеҙ продукттары булырға тейеш.

Йылан тәбиғи ризыҡтарҙы ярата — өҫтәлгә йәшел тәмләткестәр, йәшелсә-емеш күп ҡуйылһын. Десерт — емеш-еләктән йәки еләктән булһын.

Теләһә ниндәй ризыҡты тәрилкәгә йылан кеүек итеп һалып биҙәргә мөмкин.

Алкоголле эсемлектәргә килгәндә, еңел эсемлектәр һәм үҙенсәлекле тропик коктейлдәр һайлау урынлы.

Йылан нәфислек һәм зиннәтлелекте ярата, шуның өсөн табынды биҙәүгә иғтибар бирергә кәрәк. Унда йәшел йәки алтынһыу, асыҡ йәки көмөшһыу төҫтәр булһын. Шулай уҡ эскәтерҙә, салфеткаларҙа йылан төшөрөлгән булһын йәки өҫтәлгә бәләкәй фигуралары ҡуйылһын[11].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 История Нового года в России. Досье - ТАСС. 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  2. Е. Душечкина. Три века русской ёлки. 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  3. Корнилович, Александр Осипович. Новый год, в 1724 году / А. И. Красовский. — СПб: В типографии Н. Греча, 1824. — С. 5—6. — 10 с.
  4. Новый год: история и традиции празднования в России и в мире (20 декабрь 2023). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  5. Немного истории о возникновении Нового года. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2024.
  6. Новый год в Китае, Корее, Японии и России. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2024.
  7. Символ 2025 года – зеленая деревянная Змея: что это значит (10 ғинуар 2024). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  8. Ослопова Вероника Юрьевна. Новогоднее обращение главы государства к народу как жанр политического дискурса. КиберЛенинка. Вестник Томского государственного университета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
  9. Цзя Хуэйминь. Китайские новогодние праздники по лунному календарю в повседневной культуре современного Китая. КиберЛенинка. Общество: философия, история, культура (2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
  10. Козлова, Екатерина. Принесет удачу: каким будет 2025 год Зеленой Деревянной Змеи (9 ноябрь 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  11. 1 2 Встречаем 2025 год: что приготовить и что надеть. Sputnik.by (12 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2024.
  12. Как встречать 2025 год, чтобы год был хорошим (13 октябрь 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  13. Екатерина Стрелкова. Как встретить год Змеи 2025: что приготовить, во что нарядиться - Zoon.ru (билдәһеҙ). zoon.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2024.
  14. Зеленая деревянная змея - символ 2025 года: что важно знать о главном символе. 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.

Категориялар