Ҡытай Яңы йылы 2025
Ҡытай Яңы йылы 2025 | |
---|---|
![]() | |
Башҡа төрлө | Яңы йыл байрамы |
Мәғәнәһе | Көнсығыш календары буйынса башланған яңы йылды ҡаршылау |
Традициялар | Байрам табыны, Аш-һыу, Уйын-көлкө, Фейерверк |
Бәйле | Көнсығыш календары, Яңы 2025 йыл, Йондоҙнәмә, Ҡытай яңы йылы |
Ҡытай Яңы йылы 2025, Ҫүнҫыҙы (рус. Китайский Новый год 2025, Чуньцзе) — милли байрам. Ҡытай һәм Азия илдәрендә билдәләнгән иң мөһим һәм оҙайлы байрам. Азия илдәрендә таралған көнсығыш (ҡытай) календары буйынса яңы йыл башы яҙ башланыу менән бәйле. 2025 йылдың 29 ғинуарында көнсығыш календарының «йәшел ағас йылан» тип аталған 4722 йылы башлана[1][2][3][4].
Тарихы һәм йолалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡытайса Яңы йылды ҡаршылау байрамының тарихы борон заманға, легендалар һәм мифтар менән сорналған осорға, барып тоташа. Байрамдың барлыҡҡа килеү ваҡыты теүәл генә билдәле түгел. Легенда буйынса беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта йәшәгән Шунь исемле боронғо император яҙҙың беренсе көнөндә тәхеткә ултыра, ә артабан уны Бөйөк Йүй исемле икенсе мифик хакимға тапшыра. Шул ваҡыттан Яңы йылды байрам итеү милли йолаһы барлыҡҡа килгән[4].
Күпселек тикшереүселәр байрамды ауыл хужалығы циклдары һәм боронғо ата-бабаларға табыныу менән бәйләй. Байрамдың иртә формалары, яҡшы уңыш теләү һәм Нянь исемле ғифриттән арыныу йолаларына нигеҙләгән. Нянфань тип аталған мул байрам табынында ғифритте һыйлап тиҙерек ҡайтарып ебәргәндәр. Йәки сағыу ут, шау-шыулы уйындар һәм милли арыҫлан бейеүе (Йәңге) аша уны ҡурҡытып кешеләр йәшәгән ерҙән ҡыуғандар.
Хань династияһынан (беҙҙең эраға тиклем 206 — беҙҙең эраның 220 йылдары) башлап Яңы йыл рәсми байрамға әйләнә, йолалар буйынса үткәреү индерелә. Йолаларҙың күбеһе бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Артабанғы осорҙарҙа байрам яңы хөрөф-ғәҙәттәр менән байытыла. Байрам алдынан йортто таҙартыу, йортто ҡыҙыл фонарҙар менән биҙәү, ғаилә менән бергә байрам табынына йыйылыу, туғандарға ҡунаҡҡа барыу, байрам табынында халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыу, боронғо ата-бабаларҙы иҫкә алыу, уларҙың рухтарына табыныу йолалары ҡабул ителгән. Байрам яйлап Ҡытай сиктәренән сығып сит илдәргә тарала. Бер үк ваҡытта, башҡа халыҡтарҙың йолалары, хөрөф-ғәҙәттәрен үҙләштергән[3].
Ҡытайҙа ҡыҙыл төҫ — шатлыҡ һәм ҡояш символы. Ҡыҙыл төҫ бар нәмәлә, шул иҫәптән Яңы йыл барамында ла ҡулланыла. Ишектәргә «биш бәхет төрөн»: бәхет, хөрмәт, оҙон ғүмер, байлыҡ һәм шатлыҡты һүрәтләгән биш ҡағыҙ таҫма эленә. Йорттар фонарҙар менән биҙәлә, шыршы урынына «Яҡтылыҡ ағасы» ҡуйыла. Мотлаҡ байрам табыны ҡорола, табынға ҡуйылған аш-һыу «бәхет» һәм «байлыҡ» мәғәнәләре менән бәйле була. Байрам табынында «бәхет аҡсалары» һалынған ҡыҙыл конверттар — Йопбауы (рус. Хунбао) таратыла, ғаилә ағзалары бер-береһенә булған үпкәлерен ғәфү итә[5].
Йәшел Ағас Йылан йылына ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәшел Ағас Йылан йылы хикмәт, тыныслыҡ, ҡыуаныс һәм үҙгәрештәргә яраҡлашыу символы. Йыланға яуызлыҡ, кенәселлек һәм ике йөҙлөлөк ят. Йыл әфәте булған ағас үҫеште һәм яңырыуҙы йәшел төҫ менән сағылдыра.
Көнсығыш мәҙәниәтендә Йыланға күп ыңғай сифаттар бирелгән: ул тормошто һәм ябай ҡыуаныстарҙы ҡәҙерләй белә. Әммә Йыландың хәүефле булыуы мөмкин, уны ныҡ рәнйеткәндәргә һөжүм итеүе ихтимал[6].
Йәшел Ағас Йылан йылында тыуғандар үтә зирәктәр, тирә-яҡтағыларҙың уй-фекерҙәрен, ҡылыҡтарын нескә тоялар. Үҫешкән интуиция уларға ваҡиғаларҙы алдан фаразларға һәм төплө уйланылған, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Ағас элементы уларға ижади энергияны, ә йәшел төҫ – тыныслыҡ, етеҙлек һәм тыуған шарттарҙа үҙенә зыян килтермәйенсә яраҡлашыу һәләтен бирә.
Йыландар маҡсаттарға өлгәшеү өсөн яңы юлдар таба. Улар тәбиғи һөйкөмлөлөккә һәм башҡа кешеләрҙе йәлеп итеү һәләтенә эйә. Йылан билдәһе аҫтында тыуғандар йыш ҡына лидер, йәки танылған шәхестәр булып китәләр. Бер үк ваҡытта Йыландар йомоҡтар, уйҙарын һәм хис-тойғоларын башҡаларға күрһәтергә яратмайҙар.
Йыландар Йылан, Әтәс (Тауыҡ) һәм Үгеҙ (Һыйыр) билдәләре аҫтында тыуғандар менән яҡшы яраҡлаша. Аждаһа, Маймыл, Сысҡан, Эт, Юлбарыҫ (Барыҫ), Ат (Йылҡы), Ҡуян һәм Кәзә (Ҡуй) йылдарында тыуғандар менән дә ыңғай аралаша ала. Тик Ҡабан (Сусҡа) билдәһе менән генә уртаҡ тел таба алмай[7].
Йәшел Ағас Йылан йылында тыуған Башҡортостан шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1965 йыл
- Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы (1 октябрь) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Аниханов Андрей Анатольевич (11 ғинуар) — дирижер, йәмәғәт эшмәкәре. 2013—2014 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2017).
- Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (22 декабрь) — тележурналист, дәүләт хеҙмәткәре. 2011 йылдан «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы республика дәүләт бюджет учреждениеһы директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
- Баһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы (22 май) — журналист, уҡытыусы һәм үҙешмәкәр йырсы. 1991 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мөхәррире һәм алып барыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире. 2013 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).
- Баязитов Сынтимер Биктимер улы (13 июнь) — дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог. 2019 йылдан Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры; 2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, 2008—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002).
- Билалова Сулпан Билал ҡыҙы (16 март) — рәссам, дизайнер һәм педагог. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
- Вәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙы (21 май) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Яңауыл районының «Биләмә-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһы директорының халыҡҡа китапхана хеҙмәте күрһәтеү буйынса урынбаҫары, 2012 йылдан район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Ғиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улы (13 август) — шәхси эшҡыуар, ойоштороусы, директор. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы депутаты, Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты составында. Йәмәғәт эшмәкәре.
- Ғәлиев Фирҙәт Ғәзиз улы (3 ғинуар) — театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусы. 2004 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһының «Даирә» ижади берекмәһе комментаторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (1996).
- Дауытов Рөстәм Хәзит улы (28 ноябрь) — спортсы. СССР һәм Германия шахматсыһы. 1996 йылдан Германия йыйылма командаһы ағзаһы. Башҡортостандың беренсе халыҡ-ара гроссмейстеры (1989). Германия асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1996), Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының көмөш (Истанбул, 2000), Европа чемпионатының бронза (1999) призёры. СССР Ҡораллы Көстәре (1986) һәм үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1983).
- Динәхмәтов Радик Биктимер улы (2 апрель) — музыкант, йырсы. 2017 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023). Генерал Шайморатов ордены кавалеры (2024).
- Ибраһимов Әнүәр Камил улы ( 27 ноябрь) — СССР спортсыһы, фехтовальщик. Рапиристарҙың команда ярыштарында Олимпия чемпионы[1]. СССР-ҙың атҡаҙанған (1988) һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры (2004). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994)[2]. Рәсәйҙең Почёт (1989), II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2003) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры.
- Илбәкова Франгиза Финан ҡыҙы (15 сентябрь) — актриса, режиссёр, йыр текстары авторы, тележурналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2023).
- Имаева Гөлнара Зәйнетдин ҡыҙы (14 сентябрь) — фольклорсы, филология фәндәре докторы (2010).
- Искәндәров Ильяс Фәрхәт улы (20 октябрь) — дипломат. 2020 йылдан Габон Республикаһында Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе.
- Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (15 ғинуар) — йырсы. 2000 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы , «Яҙғы тауыштар» республика йыр конкурсы лауреаты.
- Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы (27 сентябрь) — хәрби хеҙмәткәр, запастағы полковник. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһынан Федерация Советы ағзаһы ярҙамсыһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. Рәсәй Геройы (2000).
- Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26 ғинуар — 5 февраль 2011 йыл) — башҡорт шағиры.
- Ишмөхәмәтов Әхмәт Вәлиәхмәт улы (9 ғинуар) — меценат, иҡтисадсы, эшҡыуар, дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. Салауат Юлаев ордендары (2022) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
- Кәлимуллин Иҙрис Батыршәйех улы (30 март) — йырсы, актёр. 1997 йылдан «Сәйәр» эстрада театры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2011), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.
- Ҡолошев Урал Фәләх улы (1 май) — шағир, философ, рәссам, «У камина» район әҙәби берекмәһе етәксеһе, Ғәлимов Сәләм исемендәге I район әҙәби премия лауреаты (2011 йыл), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2015 йыл).
- Ҡотлоғәлләмов Ғарифулла Шәрифулла улы (5 октябрь) — мәғариф, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2017 йылдан Көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры. Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
- Мильшин Владимир Иванович (26 май) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы (халыҡ-ара шашка), тренер-уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының йыйылма командаһы составында донъя чемпионы (2000), Халыҡ-ара гроссмейстер, Украина һәм Рәсәй гроссмейстеры.
- Минһажитдинова Сатура Жәүәт ҡыҙы (21 ғинуар) — полиграфия хеҙмәткәре, журналист. 1983 йылдан Белорет типографияһы, 1986 йылдан Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының «Урал» ижтимағи-сәйәси гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1992 йылдан – гәзиттең бүлек мөдире, 2001 йылдан – баш мѳхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010).
- Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы (22 март) — спортсы. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999).
- Мичурин Вениамин Николаевич (7 апрель) — спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай, Паралимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш (1992, 2000) һәм бронза (1996) призеры. Күп тапҡыр донъя чемпионы. Күреү һәләте боҙолған спортсылар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
- Мусина Ольга Геннадьевна (13 апрель) — театр актёры, режиссёр һәм педагог. 2020 йылдың апреленән Өфөнөң Йәш тамашасы театры директоры. 1990—2020 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1990—1999 йылдарҙа һәм 2009 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1995 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
- Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (8 февраль) — башҡорт журналисы, ғалим. 1995 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1999). Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2022).
- Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы (5 июль) — ғалим-тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1996 йылдан хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002).
- Сыров Игорь Анатольевич (12 февраль) — ғалим-рус теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында рус теле, журналистика һәм стилистика кафедраһы профессоры.
- Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы (25 март) — спортсы. 1996—2000 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Сибайҙың «Искра» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).
- Ураҙғолов Рәлис Ришат улы (10 ғинуар) — башҡорт журналисы, яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар (1993) һәм Яҙыусылар союздары (2002) ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995).
- Ураҙмәтов Илнур Фәүғәт улы (14 декабрь) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Эшҡыуар. Почётлы сауҙа хеҙмәткәре. «Шишмә М-5» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры (2013 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан).
- Үлмәҫҡолова Гүзәл Кашшаф ҡыҙы ( 12 март – 17 апрель 2022 йыл) – йырсы (сопрано), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡортостан дәүләт филармонияһы солист-вокалисы (1995-2022), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2008).
- Фәритов Айрат Тәбрис улы (27 апрель) — ғалим-механик-коррозионист. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2005) һәм И. М. Губкин исемендәге премияһы (2008) лауреаты.
- Фәхретдинов Иршат Юнир улы (1 февраль — 22 октябрь 2021 йыл) — отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Запастағы полковник. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, II дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2014).
- Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы (28 февраль) — журналист, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 2012 йылдан «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире.1999 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2022).
- Хызыров Вәхит Ғәлибай улы (16 ноябрь) — йырсы (лирик тенор). 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, шул иҫәптән 2003—2004 йылдарҙа художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1998—2013 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
- Шакирова Зөлфиә Мәскүр ҡыҙы (5 июнь) — эстрада йырсыһы, композитор. 1990 йылдан Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы, 1995 йылдан — «Илһам» театр‑студияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының (2022) һәм Татарстан Республикаһының халыҡ (2012) артисы.
- Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (11 сентябрь) — ғалим-генетик. 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты директоры һәм бер үк ваҡытта 2017 йылдың декабренән — Өфө фәнни үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[3]. Биология фәндәре докторы (2006), профессор.
- Шәмиғолов Фәнил Булат улы (24 март) — ғалим-хирург. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003).
- Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы (Дамир Шәрәфи — псевдоним; 29 май — 21 февраль 2020 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе[1]. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012).
- Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (29 апрель) — йырсы (баритон), юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.
- Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы (2 май) — иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2016 йылдан Мәсетле муниципаль район хакимиәте башлығы.
- Ямалетдинов Илшат Әғләм улы (1965) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, СССР чемпионаты призеры. СССР-ҙың спорт мастеры.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Китайцы // Календарные обычаи и обряды народов Восточной Азии. Новый год. — М.: Наука, 1985. — С. 11—78. — 264 с.
- ↑ Цзя Хуэйминь. Лунный календарь и знаки зодиака в повседневной культуре Китая (билдәһеҙ). cyberleninka.ru. Манускрипт (2016). Дата обращения: 13 ноябрь 2024.
- ↑ 3,0 3,1 Новый год 2025 в Китае: дата и традиции празднования (билдәһеҙ). RGRU (21 ноябрь 2024).
- ↑ 4,0 4,1 Китайский Новый год: когда отмечать, что можно и нельзя делать и что он принесет знакам зодиака (билдәһеҙ). Представительство МИД России в Якутске.
- ↑ Евгения Григорьевна Белая. Новый год в Китае, Корее, Японии и России . cyberleninka.ru. Россия и АТР (2005). Дата обращения: 13 ноябрь 2024.
- ↑ Зеленая деревянная змея - символ 2025 года: что важно знать о главном символе. 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Комарова, Валентина. Зеленая деревянная змея — символ 2025 года: что означает, характеристика символа, когда наступает, каким будет и как правильно встречать (30 август 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.