Ямалетдинов Илшат Әғләм улы

Илшат Әғләм улы Ямалетдинов (рус. Ямалтдинов, Ильшат Аглямович; 1965 йылдың, Тепляк, Борай районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — СССР һәм Рәсәй биатлонсыһы, СССР чемпионаты призеры. СССР-ҙың спорт мастеры[1].

Биографияһы

1965 йылда Башҡорт АССР-ының Борай районы Тепляк ауылында тыуа. Ауылыдың спорт секцияһы тәрбиәләнеүсеһе, беренсе тренеры — Анатолий Васильевич Коробейников[2]. Өлкәндәр кимәлендә Өфө һәм «Профсоюздар» спорт йәмғиәте исеменән сығыш яһай.

СССР чемпионаты призеры була, шул иҫәптән 1989 йылда профсоюздарҙың йыйылма командаһы составында ил чемпионаты тарихындағы беренсе команда ярышында көмөш миҙал яулай.

Спорт карьераһын тамамлағандан һуң Өфөлә йәшәй, бизнес менән шөғөлләнә[3].

Шәхси тормошо

Улы Линар ҙа (2000 йылғы) биатлон менән шөғөлләнә[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Ветераны ВОВ и Заслуженные люди. Администрация сельского поселения Тепляковский. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  2. Состоялись торжественные мероприятия в честь 80-летия учителя и тренера Коробейникова А. В. buraevo.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  3. ИП Ямалтдинов Илшат Аглямович, Республика Башкортостан. Точка Банк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2025.
  4. Ямалтдинов Линар Илшатович. biathlonrus.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.