Динәхмәтов Радик Биктимер улы
Радик Биктимер улы Динәхмәтов, Радик Диәхмәтов (рус. Радик Биктимерович Динахметов; 1965 йылдың 2 апреле, Ош) — музыкант, йырсы. 2017 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 2023 йылдан Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023). Генерал Шайморатов ордены кавалеры (2024).
Биографияһы
Динәхмәтов Радик Биктимер улы 1965 йылдың 2 апрелендә Ҡырғыҙ ССР-ының Ош ҡалаһында тыуған[1].
Бала сағынан Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Әсән ауылында йәшәй.
Урындағы мәктәптең өс синыфынан һуң уҡыуын Өфөләге музыкаль тәрбиәләнеүселәр интернат-мәктәбенең флейта класында дауам итә.
Урта белем алғандан һуң 1984—1989 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый һәм уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, профессор С. Мөхәмәтйәнованың флейта класы буйынса тамамлай[1].
1986 йылдың ғинуарынан Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының тынлы оркестрында, ошо уҡ йылдың авгусынан — хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестрында музыкант.
1994 йылда 13 кешенән торған «Риүәйәт» төркөмөн йыя. Үҙен сәхнәлә һынап ҡарарға ҡарар итә. 1995 йылда Ҡазанда 10 концерт бирә. Ҡазан милли-мәҙәни үҙәге директоры Р.Закировтан ярҙам итә. Уның йырҙары радио һәм телевидениела яңғырай башлай[2].
1998—2007 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия милли симфоник оркестрының флейталар группаһы концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1998—2007 йылдарҙа Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының «Мираҫ» эстрада-фольклор ансамблендә эшләй.
2017 йылдан — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында.
Ете аудиоальбом, дүрт CD-диск һәм дүрт видеоальбом сығарған. 2015 йылда башҡорт һәм татар шағирҙары әҫәрҙәренән торған «Кеше» тигән йыйынтыҡ төҙөп баҫтырған[3].
Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәрҙә (Ҡырғыҙстан, Испания, Үзбәкстан, Швейцария) гастролдәрҙә булған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы
2023 йылдың июль айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм Украиналағы махсус хәрби операцияға китә. Хәрби оркестрҙа музыкант булырға ниәтләнә, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында оркестр ойошторолмай, һәм артист Таһир Күсимов исемендәге батальондың медицина взводына водитель-санитар итеп тәғәйенләнә[4].
Хеҙмәт итеү ваҡытында, ул йәрәхәт ала (ҡабырғаһын һындыра) һәм 2024 йылдың майында 20 көнлөк реабилитация үтеү өсөн ваҡытлыса тыуған яғына ҡайта. Рәсәй Оборона министрлығы биргән аҡсалата компенсацияны артист хәрбиҙәргә ярҙам итеү маҡсатында тапшырырға ҡарар итә. Динәхмәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяждары өсөн 3 миллион һум аҡса иғәнә итә[5].
Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан йырсы 2025 йылдың 16 октябрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Тынлы оркестрҙың концертында сығыш яһаны. Артур Шәрипов менән бергә ул үҙенсәлекле мәғәнәле йыр — 31-се «Башҡортостан» полкының маршын башҡарҙы[4].
Шәхси тормошо
Радиктың балалар баҡсаһында музыка белгесе булып эшләгән ҡатыны булыуы билдәле. Әммә никах тарҡалған. Уларҙың ике балаһы булыуы билдәле. Өлкән ҡыҙы Сабина 1991 йылғы. Ул архитектор һөнәрен һайлай. Бөгөн ул үҙенең компанияһы башлығы, бер ҡыҙы бар. 2005 йылда тыуған улы Даян виолончелист, сәнғәт институтында уҡый[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023)[6];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2020)[1];
- Генерал Шайморатов ордены (2024)[7];
- Дүртөйлө районының Назар Нәжми исемендәге премияһы (2001)[1];
- Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн билдәһе (2015)[1];
- Өфө ҡалаһы хәкимиәте Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса комитетының Почёт грамотаһы (2006);
- «Салют Победы» 3-сө Бөтә Рәсәй фестивале дипломанты (2005);
- Рәсәй Федерацияһы оборона министры урынбаҫары, РФ Ҡораллы Көстәренең баш хәрби-сәйәси идаралығы начальнигының Рәхмәт хаты — Рәсәй Ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәткәне һәм йәштәрҙе рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн (2025)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — 572с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 август 2024)
- ↑ 1 2 Биография Радика Динахметова. Stories-of-success. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
- ↑ Литературный успех певца. Сайт «BezFormata.Com». 31 октября 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 август 2024)
- ↑ 1 2 3 Лейла Аралбаева. В Уфе выступил известный музыкант и участник СВО Радик Динахметов. ИА «Башинформ» (17 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Народный артист Башкирии Радик Динахметов пожертвовал на нужды СВО 3 млн рублей. Башинформ (24 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
- ↑ Глава Башкирии наградил участников СВО (рус.). 26 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ В Башкирии впервые наградили водителей гумконвоев (ru-RU), Bash.News (16 июль 2024). 26 февраль 2026 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Дюртюлинская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Юсупов. — Уфа: Башк. энцикл., 2020. — 572с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185-493-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026)
- Радик Динахметов: «На СВО ощущаешь, что нужно просто любить жизнь». Музыкант Башфилармонии отправился на спецоперацию санитаром-водителем. Сетевое издание «МК в Башкортостане» ufa.mk.ru. 20 ноября 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 август 2024)
- Заслуженный артист Башкирии Радик Динахметов на боевом слаживании не забывает о музыке и поэзии. ИА Башинформ, 8 августа 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2026)