Яңы йыл алды
Яңы йыл алды (рус. Кану́н Но́вого го́да, шулай уҡ күп илдәрҙә Иҫке йыл йәки Изге Сильвестр көнө булараҡ билдәле) — григориан календары буйынса йылдың һуңғы көнө. Хәҙерге традиция буйынса Яңы йыл алды байрамы булып тора, киләһе йылды ҡаршылау тантаналары башлана. Күп кенә мәҙәниәттәрҙә байрамда фейерверктар һәм башҡа пиротехника ҡулланыла.
Америка
Коста-Рика
Коста-Рикала ғаиләләр кисәгә, ғәҙәттә, киске сәғәт 8-гә йыйыла, ул иртәгәһе көн төнгө 1-ҙән 2-гә тиклем дауам итә. Коста-Рика ғаиләләре араһында бер нисә йола бар, шул иҫәптән Яңы йылға 12 теләкте сағылдырған 12 йөҙөм ашау һәм алдағы йыл яңы сәйәхәттәр һәм мажаралар алып килһен өсөн, багаж менән урам буйлап йүгереү.
Мексика
Мексикалылар Яңы йылды (исп. Vispera de Año Nuevo) төнгө кире иҫәп дауамында ун ике ҡыңғырау курантының һәр береһендә йөҙөм ашап ҡаршы ала, һәр береһендә теләк белдерә. Мексика ғаиләләре йорттарҙы һәм кисәләрҙе алдағы йылға теләктәрҙе сағылдырған төҫтәр менән биҙәй: ҡыҙыл төҫ — йәшәү рәүешен һәм мөхәббәтте, һары төҫ — эшкә урынлашыу шарттарының яҡшырыуы фатихаларын, йәшел төҫ — финанс шарттарын яҡшыртыуҙы һәм аҡ төҫ — һаулыҡты белдерә. Мексикала татлы икмәкте эсенә тәңкә йәки бүләк йәшереп бешерәләр. Тағы ла бер йола — һуңғы 12 айҙағы барлыҡ насар йәки күңелһеҙ ваҡиғалар исемлеген булдырыу; төн уртаһына тиклем был исемлек утҡа ташлана, был Яңы йылдан кире энергия алыуҙы символлаштыра[1]. Уларҙа барлыҡ яҡшы уй-теләктәр сағыла[2].
Мексикалылар ғаиләләре менән киске аш ашай, традицион ризығы — күркә йәки сусҡа ите. Һуңынан күптәр кисәләргә бара, мәҫәлән, төнгө клубтарға. Мехикола Яңы йыл төнөндә урам фестивале үтә, ул ҡаланың төп майҙанында — Сокалола урынлашҡан[3].
Суринам
Суринамда Яңы йыл байрамы иртәнге сәғәт 10-да билдәләнә башлай. Бейеүҙәр һәм музыкаль сығыштар менән фиесталар ойошторола. Киске сәғәт 10-дан 11-гә тиклем кешеләр фейерверктар ҡабыҙа. Шунан һуң фиесталар иртәнге кискә тиклем дауам итә.
Тринидад һәм Тобаго
Порт-оф-Спейнда дуҫтары, ғаиләһе һәм күршеләре менән байрам итеү, шулай уҡ ҡояш ҡалҡҡансы ашау һәм эсеү йолаһы бар. Төн уртаһында бөтә ҡала фейерверклы байрамға әүерелә. Байрам төн уртаһында ғына башлана. Музыканы бөтә йорттарҙан һәм барҙарҙан, төнгө клубтарҙан, урам кисәләренән ишетергә була. Кешеләр Яңы йылды ғына түгел, карнавал миҙгеле башланыуын да билдәләй.
Европа
Албания
Төп мәҡәлә: Албанияла Яңы йыл
Греция
Төп мәҡәлә: Грецияла Яңы йыл
Италия
Төп мәҡәлә: Италияла Яңы йыл
Франция
Төп мәҡәлә: Францияла Яңы йыл
Рәсәй һәм Белоруссия
Урыҫтарҙың һәм белорустарҙың күбеһе Яңы йыл төнөн ғаиләләре һәм яҡын дуҫтары менән билдәләй. Рәсәйҙә был байрам Раштыуа байрамынан барлыҡҡа килгән. Раштыуа, Рәсәйҙә коммунистар тарафынан ул һәм башҡа христиан байрамдары тыйылғанға тиклем, ҙур байрам була. Яңы йыл байрамы Раштыуа байрамы кеүек үк, әммә дини йөкмәткеһеҙ билдәләнә. Тәүге байрамдан уҡ күп кенә атрибуттар күсерелгән, мәҫәлән, Раштыуа шыршыһы Яңы йыл шыршыһына әүерелгән. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң да, Рәсәйҙә Яңы йыл билдәләнә һәм йолаға әүерелә. 1 ғинуарҙа тәүге килеүсе (бигерәк тә көтөлмәгән) ир-ат булһа, йыл яҡшы булыр, тигән иҫке хөрәфәттәр бар. Кешеләр ҙә яңы йылды бурысһыҙ башларға тырыша.
Байрам, ғәҙәттә, төн уртаһына тиклем 1 — 2 сәғәт алдан башлана. Һуңғы ун ике айҙың иң мөһим ваҡиғаларын хәтергә төшөрөп, «иҫке йыл менән хушлашыу» йолаһы булып тора. Төн уртаһына биш минут ҡалғас, күпселек кеше телевизорҙан президенттың Яңы йыл мөрәжәғәтнамәһен, популяр фильмдар, байрам концерттары йәки төн уртаһына тиклем һәм унан һуң телешоуҙар ҡарай. Ун ике тапҡыр һуҡҡан Кремль куранттарын радио йәки телевизорҙан ҡарау, уның артынан дәүләт гимнын тыңлау йолаһы бар. Куранттар һуҡҡан ваҡытта кешеләр теләк теләй һәм һуңынан шампан эсә. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, теләктәре тормошҡа ашһын өсөн, киләһе йылға ҡағыҙға яҙылған йәшерен теләктәрен яндыра, шампан бокалына көлөн һалып, эсеп өлгөрөргә тырыша.
Куранттар һуҡҡандан һуң, кешеләр бер-береһенә бүләктәр бирә, ашай, телевизион концерттар ҡарай һәм күңел аса. Ҡайһы берәүҙәр тышта фейерверк яндыра, дуҫтарына, күршеләренә ҡунаҡҡа инә. Йылдың һуңғы көндәрендә күп кенә кешеләр эш буйынса коллегалары менән байрам (корпоративтар) итә. Ғәҙәттә, улар ресторандарҙа йәки төнгө клубтарҙа, ҡайһы берҙә эш урынында ла уҙғарыла.
Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙең башланғыс кластарында һуңғы көндәрҙә яңы йыл иртәлектәре уҙа, унда балалары менән бергә уларҙың ата-әсәләре һәм ҡайһы берҙә башҡа туғандары (өләсәйҙәр, олатайҙар, ағайҙар, апай-һеңлеләр) килә. Иртәлектәрҙә балалар яңы йыл йырҙары йырлай, төрлө номерҙар күрһәтә, Яңы йыл шыршыһы тирәләй әйләнеп йырлай, бейей. Ҡыш бабай ейәнсәре Ҡарһылыу менән килә, балаларға бүләктәр бирә. 31 декабрь башлыса өйҙә йәки дуҫтарында үтә.
Төркиә
Төркиәлә Яңы йылды байрам итеү йолаһы юҡ. Был байрам донъяуи тип һанала, уны байрам итеү тыйылмай, ләкин төн буйына шау-шыулы күңел асыу ойошторорға ла тәҡдим ителмәй, мосолман руханиҙары бындай байрамдарға тәнҡит күҙлегенән ҡарай[4]. Әммә күп кенә европалашҡан төрөктәр йәшәгән ҙур ҡалаларҙа (Истанбул, Анкара) күп ғаиләләр Яңы йылды христиан (григориан) календары буйынса билдәләй һәм Санта-Клаустың төрөк тиңдәше Ноэль Баба менән бергә күңел аса.
Шулай уҡ ял итеүселәр күп килгән диңгеҙ буйындағы туристик ҡалаларҙа Яңы йылды ҙур масштабта билдәләү ғәҙәткә ингән — нигеҙҙә, туристар өсөн күңел асыу программалары, кисәләр, концерттар ойошторола. Төрөктәр, ғәҙәттә, был байрамды бай әҙерләнгән өҫтәл артында үткәрә (әммә европалылар өсөн ғәҙәти атрибутикаһыҙ һәм бүләкһеҙ), төнө буйы телевизорҙан байрам тапшырыуҙарын ҡарай. Ә провинцияларҙа һәм ваҡ тораҡ пункттарҙа барыһы ла тиерлек Яңы йыл төнөндә йоҡлай.
Яңы йыл Төркиәлә 1981 йылдан алып ял көнө булып тора. Әммә Төркиә григориан календарына тик 1926 йылда ғына күсә, шуға күрә Яңы йылды Истанбул һәм Анталья кеүек ҙур ҡалаларҙа ғына байрам итәләр, ҡышын бында Рәсәйҙән һәм башҡа төньяҡ илдәрҙән туристар күп килә. Күпселек осраҡта крәҫтиәндәр һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәүселәр 1 ғинуарға ҡарай төндә йоҡларға яталар, сөнки яңы йылды иҫке төрөк йолаһы буйынса март айында билдәләйҙәр (Науруз)[5].
Океания
Австралия
Австралияның һәр ҙур ҡалаһы Яңы йыл байрамдарын фейерверк һәм башҡа саралар менән үткәрә. Глостер-парк — Көнбайыш Австралияла иң ҙур һәм билдәле дисплей. Брисбен ҡалаһында саралар Көньяҡ яр буйында үтә. Төндә Брисбен йылғаһы тирәһендәге майҙансыҡтарға яҡынса 50 000 кеше фейерверк ҡарарға йыйыла.
Иң ҙур байрам Сиднейҙа үтә. Йыл һайын байрамдар пиротехника шоуҙарынан башлана. "Төн уртаһындағы фейерверк"ты 1,5 — 2 миллион самаһы кеше күҙәтә. Донъялағы ҙур байрамдарының береһе булғанға, 31 декабрь дауамында төнгө фейерверктар йыш ҡына бөтә донъяға күрһәтелә. Мельбурнда күпселек фейерверктар кәмәләрҙән һәм ҡаланың төрлө бейек йорттарынан ебәрелә.
Кирибати
Кирибати составына ингән Раштыуа утрауында (UTC+14) донъяла тәүгеләрҙән булып Яңы йылды ҡаршы алырға мөмкин.
Иҫкәрмәләр
- ↑ TOPICS Online Magazine - ESL/EFL - Sandy Peters and Thomas Peters. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2015. Архивировано 5 ғинуар 2016 года.
- ↑ Mexican customs for the New Year. Focus on Mexico. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 11 июль 2011 года.
- ↑ [gomexico.about.com/od/festivalsholidays/a/new_years_eve.htm New Year's Eve in Mexico - Año Nuevo Celebrations]. Gomexico.about.com (23 декабрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2010. Архивировано 7 июль 2011 года.
- ↑ Why Muslim culture needs more fun Архивная копия от 11 август 2011 на Wayback Machine // hurriyetdailynews.com (инг.)
- ↑ Турция Новый Год в Турции отдых в Турции на Новый Год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2018. Архивировано 19 май 2018 года.
Әҙәбиәт
- Neujahr. In: Eduard Hoffmann-Krayer; Hanns Baechtold-Staeubli: Handwoerterbuch des deutschen Aberglaubens: Mauer- Pflugbrot, Walter de Gruyter, 2002, ISBN 3110065940, ISBN 978-3110065947, Spalte 1021 ff. (нем.)