Грецияла Яңы йыл

Грецияла Яңы йыл — гректарҙың дәүләт байрамы, григориан календарына ярашлы 31 декабрҙән 1 ғинуарға тиклемге төндә үткәреләр. Раштыуа байрамы бында Яңы йыл алдынан үткәрелә һәм 24 декабрҙән 25-енә ҡарай төндә билдәләнә.

Тарихы

Боронғо Грецияла Яңы йыл йылдың иң оҙон көнө — 22 июнгә тура килгән, сөнки гректар үҙҙәренең йыл иҫәбен Геракл хөрмәтенә ойошторолған Олимпия уйындарының беренсе көнөнән алып барған. 1 ғинуар Грецияла аҙ тәьмин ителгәндәрҙең ҡурсалаусыһы булып иҫәпләнгән Изге Василий көнө (Айос Василиас) менән тап килә. Был илдә тап Изге Василий Ҡыш бабай ролен башҡара. Грек балалары, уның камин торбаһы аша үтеп, өйгә инеүенә әҙерләнә. Улар бүләк көтөп һәм, иртәгәһенә бүләктәр табырға өмөтләнеп, камин янында үҙҙәренең аяҡ кейемен ҡалдыра.

Йолалар

Яңы йылды яҡын дуҫтар һәм ғаилә менән ҡаршылау — ғәҙәти күренеш. Ҡунаҡҡа барғанда гректар үҙҙәре менән таш алып бара, уны хужа йортоноң тупһаһына ташлайҙар. Әгәр таш тос булһа: «Хужаһының байлығы ошо таш кеүек ауыр булһын», — тиҙәр. Ә бәләкәй булһа, хужаһының күҙендәге ҡылау ошо таш кеүек бәләкәй булһын, тиҙәр.

Грецияла «фотиктар» менән алмашыу ғәҙәте лә бар. Фотиклар — ул емеш-еләк теҙелгән шампурҙар. Ғәҙәттә цитрус емештәре, инжир, алма, кәнфит ҡулланыла. Өҫтөнә яҡтылыҡ һәм өмөт символы — шәм ҡуйылар. Бигерәк тә төн уртаһында йорт хужаһының, урамға сығып, гранат емешен стенаға һуғып ватыу йолаһы ҡыҙыҡлы. Әгәр гранат емештәре бөтә ихата буйлап таралһа, яңы йылда уның ғаиләһенә бәхет йылмайыр. Шунан һуң ғаиләнең бөтә ағзалары бармаҡтары менән бал ялай.

Яңы йыл кухняһы

Грецияның материк өлөшөндәге Яңы йыл өҫтәленә һәр ваҡыт бешкән картуф менән ҡыҙҙырылған сусҡа балаһы ҡуялар. Әммә Эгей утрауҙарында утрау кешеләре күркәне шарапта ҡыҙҙырыуға өҫтөнлөк бирә. Гректар десерттарҙы бик ярата, шуға ла уулар Яңы йыл өҫтәлендә бик күп була. Айырыуса бал йәки сироп һеңдерелгән хуш еҫле печенье яраталар. Ләкин иң төп ризыҡ — «василопита» — ҡамырҙан, ҡарағаттан һәм сәтләүектән бешерелгән бәлеш, уның эсенә (Балҡандың һәр ерендәге кеүек) Яңы йылда бәхет символы — тәңкә ҡуялар. Бәлеште киҫкәс, кемгә эләгеүен ҡарайҙар. Бәлештең тәүге киҫәге — Изге Василийға, икенсеһе — өйгә, артабанғыһы — ғаиләнең иң өлкән ағзаһына тәғәйенләнә. Бүлеү ғаиләнең иң кесе ағзаһына тиклем дауам итә.

Грецияла ла Яңы йылда күрәҙәлек итәләр. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡыҙҙар, төшөндә һөйгән йәрен күреү өсөн, үҙенең бәлеш киҫәген мендәр аҫтына һалып йоҡларға ята.


Байтаҡ Яңы йыл һынамыштары һәм тыйыуҙар бар: ҡысҡырырға, ҡәһүә эсергә, өйгә ҡара этте индерергә ярамай, сөнки эт — иблис хайуаны, һауыт-һабаны ватмаҫҡа тырышырға кәрәк һ.б.[1].

Иҫкәрмәләр

  1. [www.calend.ru/holidays/0/0/293/46 Новый год — 1 января. История и особенности праздника в проекте Календарь Праздников 2012]

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар