Рәсәйҙә Яңы йыл
Төп мәҡәлә:Яңы йыл байрамы (рус.)баш.
Яңы йыл байрамы — Рәсәйҙең төп байрамдарының береһе, йыл һайын 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә билдәләнә. Байрам 1699 йылда Пётр I тарафынан раҫлана, ул шулай уҡ күп кенә Яңы йыл йолаларына нигеҙ һала[2]. 1929 йылдан 1935 йылға тиклем был байрам уңайынан тантаналар үткәрелмәй[3].
Рәсәйҙә Яңы йыл символы булып Ҡыш бабай тора[4]. Шулай уҡ уның мандарин, «Оливье» салаты һәм «Совет шампаны» кеүек төп атрибуттары бар[5].
Рәсәйҙә Яңы йыл төнө йылға йомғаҡ яһау, тостар әйтеү, президент мөрәжәғәтен тыңлау һәм Кремлдең Спас башняһы куранттары һуҡҡан мәлдә теләктәр теләү мәле тип иҫәпләнә[6][7].
Тарихы
1699 йылға тиклемге осор
Иң башта был байрам «Йылдың беренсе көнө» тип атала. Был хаҡта мәғлүмәт 1586 йылғы француз-рус һөйләшеү китабында бар[8]. Йыл 1 марттан йәки 1 сентябрҙән иҫәпләнә, сөнки 1492 (7000) йылға тиклем Рәсәйҙә параллель рәүештә ике календарь стиле була. Һуңынан байрам сентябрҙә үткәрелә башлай[9]. Был 1 сентябрҙең ул ваҡыттағы мөһим дини дата[10] — Симеон Столпник көнө булыуына бәйле, календарь йыл башын тап уға тура килтерәләр[11].
Байрам дини йолалар буйынса үткәрелә һәм 31 августа киске ғибәҙәт ҡылыуҙан башлана. Унан һуң шунда уҡ «Яңы йыл башланыуы тураһында» доға уҡыла. Яңы йыл килгәнен халыҡ төн уртаһында яңғыраған ҡыңғырау тауышынан белә[10]. 1 сентябрҙә иртәнге һәм төшкө намаҙҙар араһында ғибәҙәтхана алдында махсус тантана ойошторола. Ул ваҡытта Мәскәүҙә уны үткәреү урыны булып Кремлдең Иванов майҙаны тора. Ҡәтғи үтәү ҡағиҙәләре булған сараны «Яңы йыл ваҡиғаһы» тип атайҙар. Тантанала батша, патриарх һәм башҡа дини властар ҡатнаша[12]. Ул тамамланғас, өлкән йәштәге туғандарға барып, уларҙы байрам менән ҡотлайҙар[2].
Пётр Беренсенең үҙгәртеп ҡороуҙары
1699 йылда Пётр I 19 һәм 20 декабрҙәге үҙенең указдары менән[1] яңы йылды байрам итеү датаһын һәм уны ҡаршылау йолаһын ғына түгел, ә йыл иҫәбен дә үҙгәртә — ул Рәсәйҙә ошо мәлдән алып Христос Раштыуаһынан алып барыла башлай. Дини йыл башы үҙгәрешһеҙ ҡала — 1 сентябрҙә, ә донъяуи йыл башы 1 ғинуарға күсерелә. Был осорҙа байрамдың гражданлыҡ тантанаһына әйләнеүенә башланғыс һалына[2].
Батша беренсе Яңы йыл байрамы алдынан Ҡыҙыл майҙанда үҙе ракета ҡабыҙа. Ул был байрамды бер аҙна буйына билдәләү йолаһын индерә[13]. Яңы йыл башланыуы тураһында иғлан иткән сиркәү ҡыңғырауы тауышына мылтыҡтан һәм пушканан атыуҙы өҫтәй. Шулай уҡ байрамға урамдарҙы һәм йорттарҙы ылыҫ менән биҙәй башлайҙар, аҡһөйәктәр өсөн байрам ашы ойошторалар һәм фейерверктар осоралар[14]. Байрамдың беренсе көнөндә барыһы ла бер-береһен «яңы йыл» башланыуы менән ҡотларға тейеш була[2].
Яңы стиль
1918 йылда урындағы календарҙың Европаныҡынан артта ҡалыуын кәметеү өсөн Рәсәйҙә сираттағы реформа үткәрелә: ошо йылдың 26 ғинуарындағы Декретҡа ярашлы, «яңы стиль» тип аталған григориан йыл иҫәбенә күсеү тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә 31 ғинуарҙан һуң шунда уҡ 14 февраль башлана. Бының арҡаһында тағы бер байрам — Иҫке Яңы йыл барлыҡҡа килә. Ул 14 ғинуарҙа билдәләнә[15].
Рус православие сиркәүе католик григориан календарына күсеүҙән баш тарта, шуға күрә ошо мәлдән был сиркәү байрамы донъяуи Яңы йыл байрамынан тулыһынса айырыла. Хәҙер Раштыуаны йыл башланғандан һуң алты көн үткәс, 7 ғинуарҙа билдәләй башлайҙар. Реформа һөҙөмтәһендә беренсе байрам бер йылдан ғына — 1919 йылда үткәрелә[16], ә 10 йылдан властар уны үткәреүҙе бөтөнләй тыя. Шул уҡ ваҡыттан 1947 йылға тиклем Яңы йыл ял көнө тип иҫәпләнмәй[17].
СССР-ҙа Яңы йыл
Яңы йылды рәсми рәүештә билдәләү 1935 йылда ғына, 28 декабрҙә «Правда» гәзитендә байрамдың совет балаларына кәрәклеге тураһында хәбәр баҫылып сыҡҡандан һуң тергеҙелә. Байрамға өс көн ҡалғас, шыршылар, уйынсыҡтар һәм ялтырауыҡтар һатыла башлай, ә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә күңел асыу саралары ойошторола[3]. Байрамда мотлаҡ ҡунаҡтарҙың береһе Ҡыш бабай була, ә 1937 йылда Союздар йортондағы шыршыла уның ейәнсәре Ҡарһылыу ҡатнаша.
Был осорҙа Яңы йылды байрам итеүгә хас йолалар нығына башлай: совет кешеләренең өҫтәлендә «Совет шампаны»[5], мандариндар, «Тун аҫтындағы сельдь» һәм данлыҡлы «Оливье» салаттары барлыҡҡа килә[18]. Шулай уҡ Кремль куранттары һуғыуы һәм дәүләт башлығының халыҡты ҡотлауы кеүек байрам элементтары өҫтәлә[5]. Яңы йыл төнөндә телевизорҙан «Зәңгәр ут» тапшырыуын ҡарау йолаға әүерелә[19].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар өсөн Яңы йыл байрамдарын үткәреүгә айырыуса иғтибар бүленә. Был саралар хатта госпиталдәрҙә лә ойошторола[20]. 1948 йылдан 1 ғинуар яңынан ял көнө тип иғлан ителә, әммә, шәмбегә йәки йәкшәмбегә тура килһә, икенсе көнгә күсерелмәй[17].
Кремлдең Георгий залында 1954 йылдан балалар һәм йәштәр байрамдарын ойоштора башлайҙар[5].
СССР кинофильмдарында Яңы йыл
Совет осоро фильмдарында Яңы йылды байрам итеүҙең төп традициялары сағыла:
- «Чук һәм Гек» (1953, режиссёр И. Лукинский)[21]
- «Карнавал төнө» (1956, режиссёр Э. Рязанов)[22]
- «Тостар нисек тыуа» (телефильм, 1962, режиссёр А. Тутышкин)[23]
- «Уңыш зигзагы» (1968, режиссёр Э. Рязанов)[24]
- «Төнгө сәғәт ун өсөнсөлә» (телефильм, 1969, режиссёр Л. Шепитько)[25]
- «Яңы йылда урлау» (телефильм, 1969, режиссёр Ю. Сааков)[26]
- «Уңыш джентльмендары» (1971, режиссёр А. Серый)[27]
- «Телеграмма» (1971, режиссёр Р. Быков)[28]
- «Был күңелле планета» (1973, режиссёр Ю. Сааков, Ю. Цветков)[29]
- «Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!» (телефильм, 1975, режиссёр Э. Рязанов)[30]
- «Маша менән Витяның Яңы йыл мажаралары» (телефильм, 1975, режиссёр И. Усов, Г. Казанский)[31]
- «Тылсымсылар» (телефильм, 1982, режиссёр К. Бромберг)[32]
- «Ҡарһылыуҙы саҡырғайнығыҙмы?» (телефильм, 1985, режиссёр В. Морозов)[33]
Советтарҙан һуңғы осор
Рәсәйҙә Хеҙмәт тураһындағы закондар кодексына төҙәтмәләр индерелгәндән һуң, 1992 йылда 2 ғинуар ял көнө булып китә. Быға тиклем ил 1 һәм 7 ғинуарҙа ял иткән була. 2004 йылда тағы ла өс ял көнө өҫтәлә — 3 ғинуарҙан 5-енә тиклем. 6 ғинуар рәсми рәүештә ял көнө булмаһа ла, әгәр ул Яңы йыл байрамы ваҡытына тура килһә, йыш ҡына ял көндәренең береһенә күсерелә.
2004 йылда илдә Яңы йыл каникулы 8 ғинуарға тиклем оҙайтыла. 2012 йылда Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына тейешле үҙгәрештәр индерелә[17]. Законда улар байрам ял көндәре тип билдәләнә. Әгәр был көндәрҙең береһе шәмбе йәки йәкшәмбегә тура килһә, ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә[34].
2024 йылда рәсәйҙәрҙең Яңы йылды байрам итеүгә 30,1 мең һум тотонорға ҡарар итеүе тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә, сумма бер йыл элеккегә ҡарағанда 14 процентҡа күберәк була. ДРТ компанияһының (элекке Deloitte) һорау алыуҙарынан күренеүенсә, күпселек бүләктәргә 10 мең һумға тиклем аҡса тотонорға уйлай. Тикшеренеү 19 сентябрҙән 10 октябргә тиклем үтә, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән төрлө килем кимәле булған 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге 1,6 мең респондент ҡатнаша. Һорау алыу интернетта респонденттарҙан анкета тултыртыу юлы менән үткәрелә[35].
РФ хөкүмәтенең 2026 йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы ҡарарына ярашлы, Рәсәйҙә яңы йыл каникулы 12 көн — 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем дауам итә, был рекордлы күрһәткес була[36].
Яңы йыл йолалары
СССР осоронан алып Яңы йыл илдә төп байрам булып һанала. Әлеге ваҡытта Рәсәй халҡы совет осорондағы күп кенә Яңы йыл йолаларын үтәүен дауам итә[18].
Яңы йыл шыршыһы
Төп мәҡәлә:Яңы йыл шыршыһы (рус.)баш.
1852 йылдың 7 ғинуарында беренсе тапҡыр бөтә халыҡ алдында Яңы йыл шыршыһы урынлаштырыла. Был хәл Санкт-Петербург ҡалаһының Екатерингоф вокзалы бинаһында була[37].
Йорттарҙы биҙәүҙә шыршыны Николай I хакимлыҡ иткән осорҙа әүҙем ҡуллана башлайҙар[38]. Әммә 1915 йылда Һарытау госпиталендә немец хәрби әсирҙәре ойошторған Раштыуа байрамынан һуң был тыйыла[39].
СССР-ҙа байрамдың мотлаҡ атрибуты булған шыршы янында балалар өсөн Яңы йыл сараларын ойоштороу, шулай уҡ шыршы сауҙаһы 1935 йылда тергеҙелә[3].
Яңы йыл табыны
Яңы йыл ғаилә байрамы тип иҫәпләнгәнлектән, ғәҙәттә, уны өйҙә, яҡындар араһында билдәләйҙәр. Байрам табыны тантананың мөһим өлөшө булып тора, уны 31 декабрҙә төнгө сәғәт 11 тирәһенә әҙерләйҙәр[6]. Шампан шарабы, «Оливье» салаты һәм мандариндан тыш, унда башҡа салаттар ҙа, мәҫәлән, «Мимоза», шулай уҡ ҡыҙыл ыуылдырыҡтан йәки ыҫланған колбасанан төрлө бутербродтар була[40].
Яңы йыл төнө — йомғаҡтар яһау, тостар әйтеү, президент мөрәжәғәтен ҡарау һәм Кремлдең Спас башняһында куранттар һуғыуы аҫтында теләктәр теләү мәле[6][7].
Ҡыш бабай
Рәсәйҙә Яңы йыл символы булып Ҡыш бабай иҫәпләнә. Был әкиәт персонажы образы Пётр I дәүерендә барлыҡҡа килә[41]. Ул саҡта ул Изге Николайға оҡшаған була. Совет осоронда иһә уның ҡиәфәте үҙгәрә: әгәр элек Ҡыш бабай аҡ йәки зәңгәр төҫтәге тун кейгән булһа, СССР-ҙа ул ҡыҙылға әйләнә[4].
Был персонаж балалар байрамдарының, ғәҙәттә, аҙағындараҡ килеп инә һәм үҙенең тоҡсайынан бүләктәр алып тарата. 1937 йылдан алып Ҡарһылыу уның даими юлдашы була[42]. 1950 йылдарҙан Ҡарһылыу ролен ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәш ҡыҙҙар башҡара башлай, уғаса ул бәләкәй ҡыҙ образында була[4].
Яңы йыл фильмдары
1953 йылда режиссер Эльдар Рязановтың «Карнавал төнө» фильмы беренсе Яңы йыл картинаһы була[43]. Һуңынан совет осоронда Яңы йыл алдынан популяр кинокартиналарҙы телевизорҙан күрһәтеү йолаһы барлыҡҡа килә:
- Карнавал төнө (1953)[22]
- Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра (1973)[44]
- Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән! (1975)[30]
- Тылсымсылар (1982)[32][45]
Хәҙерге заман Яңы йыл фильмдары:
- Ҡазан етемәге (1997)[46]
- Карнавал төнө 2, йәки 50 йылдан һуң (телефильм, 2006)[47]
- Яҙмыш шаярыуы. Дауамы (2007)[48]
- «Яңы йыл» тарифы (2008)[49]
- Шыршылар (фильмдар серияһы) (2010—2023)[50]
- Яңы йыл менән, әсәйҙәр! (2012)[51]
- Дуҫтарҙың дуҫтары (2013)[52]
- SOS, Ҡыш бабай, йәки Бөтәһе лә тормошҡа ашасаҡ! (2015)[53]
- Ҡош юлы (2015)[54]
- Мөғжизәләр иле (2015)[55]
- Ҡыш бабай. Тылсымсылар алышы (2016)[56]
Яңы йыл йәнһүрәттәре
Совет осоронда балалар өсөн махсус төшөрөлгән Яңы йыл кино әкиәттәре лә барлыҡҡа килә[57].
- Шыршылар ҡабынғанда (1950)[58]
- Ҡарһылыу (1952)[59]
- Почтасы ҡар бабай (1955)[60]
- Мөғжизәле ҡоҙоҡ (1956)[61]
- Ун ике ай (1956)[62]
- Ҡар королеваһы (1957)[63]
- Яңы йыл сәйәхәте (1959)[64]
- Тимошка шыршыһы (1966)[65]
- Франтишек (1967)[66]
- Умка (1969)[67]
- Ҡыш бабай һәм йәй (1969)[68]
- Умка дуҫын эҙләй (1970)[69]
- Яңы йыл әкиәте (1972)[70]
- Щелкунчик (1973)[71]
- Ну, тороп тор! (8-се сығарылыш) (1974)
- Терпе менән Айыу балаһы нисек итеп Яңы йыл ҡаршыланы (1975)[72]
- Ҡыш бабай һәм Һоро Бүре (1978)[73]
- Мороз Иванович (1981)[74]
- Яңы йылға кем килер? (1982)[75]
- Ҡыш бабайҙың Яңы йыл йыры (1982)[76]
- Былтырғы ҡар яуҙы (1983)[77]
- Простоквашинола ҡыш (1984)[78]
- 32 декабрь (1988)[79]
- Мисс Яңы йыл (1991)[80]
- Айлы юл (1994)[81]
Хәҙерге заманда йәнһүрәттәр күрһәтеү йолаһы дауам итә, әммә исемлеккә замансалары ла өҫтәлә.
- Алёша Попович һәм Тугарин Змей (2004)[82]
- Добрыня Никитич һәм Змей Горыныч (2006)[83]
- Илья Муромец һәм Соловей-Разбойник (2007)[84]
- Өс баһадир һәм Шамахан батшабикәһе (2010)[85]
- Иван Царевич һәм Һоро Бүре (2011)[86]
- Алыҫ ерҙәрҙәге өс баһадир (2012)[87]
- Иван Царевич һәм Һоро Бүре 2 (2013)[88]
- Өс баһадир. Хәйләкәр план (2014)[89]
- Иван Царевич һәм Һоро Бүре 3 (2015)[90]
- Өс баһадир һәм диңгеҙ батшаһы (2016)[91]
- Өс баһадир һәм Мысыр принцессаһы (2017)[92]
- Өс баһадир һәм тәхет вариҫы (2018)[93]
- Иван Царевич һәм Һоро Бүре 4 (2019)[94]
- Умка шыршы байрамында (2019)[95]
- Ат Юлий һәм ҙур сабыштар (2020)[96]
Яңы йыл йырҙары
- «Биш минут» («Карнавал төнө» к/ф-нан) — Людмила Гурченко башҡара
- «Яңы йыл шыршыһы янындағы диалог» («Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай» к/ф-нан) — Сергей Никитин, Валентина Толкунова һәм Леонид Серебренников башҡара[97]
- «Ҡар бөртөгө тураһында йыр» («Тылсымсылар» к/ф-нан) — Ольга Рождественская һәм «Добры молодцы» ВИА-һы башҡара
- «Яңы йыл» — Ирина Отиева башҡара
- «Яңы йыл уйынсыҡтары» (А. Хоралов) — Аркадий Хоралов һәм Аурика Ротару дуэты башҡара
- «Яңы йыл» (Ю. Лоза) — Юрий Лоза башҡара[98]
- «Яңы йыл йыры» — «Машина времени» башҡара
- «Беренән ун өсөнә тиклем» — Александр Абдулов, «Несчастный случай» башҡара[99]
- «Яңы йыл» (И. Саруханов) — Лолита Милявская, Владимир Пресняков, Марина Хлебникова, Игорь Саруханов, Валерий Сюткин, Алена Свиридова, «Старый приятель», «Лицей», «Любэ» һәм «Отпетые мошенники» төркөмдәре башҡара[100]
- «Яңы йыл алдынан» — Татьяна Буланова башҡара
- «Яңы йыл йыры» (Ал. Макаревич — К. Хлебников) — «Лицей» төркөмө башҡара
- «Яңы йыл йыры» («Яңы йыл елеп килә…») — «Дискотека Авария» башҡара
- «Яңы йыл менән, бәпес» — «Мумий Тролль» башҡара[101]
- «Яңы йыл йыры» («Шарик яй ғына өйөрөлә») — «Гости из будущего» башҡара
- «Аҡ ҡыш» — София Ротару башҡара
- «Яңы йыл йыры» (Һеҙ мәшәҡәттәрҙән арығанһығыҙ…) — Верка Сердючка башҡара
- «Көмөш көлөү тауышы» («Ике ҡуян артынан» мюзиклынан) — Алла Пугачева башҡара
- «Яңы йыл йыры» («Тик-так, сәғәттәр») — «Блестящие» башҡара[102]
- «Яңы йыл менән» — Йондоҙҙар фабрикаһы-3 башҡара
- «Яңы йыл менән!» — Николай Тимофеев башҡара
- «Был Яңы йыл» — Нюша башҡара
Дәүләт башлығының Яңы йыл мөрәжәғәте
Дәүләт башлыҡтарынан халыҡҡа яңы йыл мөрәжәғәте менән иң беренсе Иосиф Сталин сығыш яһай, ул 1936 йылда «Правда» гәзитендә СССР халҡын Яңы йыл менән ҡотлай. Бынан һуң 1976 йылға тиклем мөрәжәғәттәр радио аша яңғырай йәки ваҡытлы матбуғатта баҫыла. Тап шул ваҡытта Леонид Брежнев башлап телевидение аша ҡотлай[103].
Яңы йыл мөрәжәғәттәре, ғәҙәттә, 31 декабрҙә 23:55 сәғәттә трансляциялана. Уларҙа әлеге дәүләт башлығы уҙып барған йылға йомғаҡ яһай һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәрҙе хәбәр итә. Уның сығышы тамамланғандан һуң төн уртаһында Кремль куранттары һуға, ә артынса илдең дәүләт гимны яңғырай[104].
Яңы йыл күңел асыу телетапшырыуҙары
Совет осоронда башлап телевидениела төрлө Яңы йыл күңел асыу тапшырыуҙары барлыҡҡа килә. Уларҙың иң билдәлеһе — беренсе тапҡыр 1962 йылда «Телевизион кафе» исеме аҫтында экрандарға сыҡҡан «Зәңгәр ут». Һуңынан башҡа шундай тапшырыуҙар һәм проекттар барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе булып 1996 йылдан 2001 йылға тиклем Беренсе каналда сыҡҡан «Иң мөһим нәмә тураһында иҫке йырҙар» музыкаль телефильмдары тора[105].
2000 йылдарҙа «Беренсе каналда Яңы йыл төнө» эфирҙары популяр була. Шулай уҡ НТВ, РЕН ТВ, Рәсәй һәм башҡа каналдарҙа Яңы йыл тапшырыуҙары бара[106].
Яңы йыл ырымдары
Рәсәйҙә Яңы йыл байрамы менән бәйле күп кенә ырым-хөрәфәттәр бар. Улар аҡса, мөхәббәт, һауа торошо һәм башҡа темаларға ҡағыла. Иң билдәлеһе — әгәр куранттар һуҡҡанда ҡағыҙ битенә теләк яҙып, шул ҡағыҙҙы яндырып, артабан көлөн шампан шарабы менән бутап эсһәң, ул мотлаҡ үтәләсәк.
Бәхетте йәлеп итеү өсөн икенсе ысул да ҡулланыла: уҙып барған йылдың һуңғы минутында тәҙрәне асалар. Финанс именлеге өсөн иһә Яңы йылға тиклем бурыстарҙан ҡотолорға кәрәк тип һанала[108].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Полное собраніе законовъ Россійской имперіи, с. 681
- ↑ 1 2 3 4 Шаповалов С. Н., с. 71
- ↑ 1 2 3 Швец М. Е., с. 392
- ↑ 1 2 3 Кононов Д.С., с. 24
- ↑ 1 2 3 4 Гурьянов К. В., Шатило Я. С., с. 56
- ↑ 1 2 3 Кто придумал Новый год: история и традиции праздника. РИА Новости (9 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 9 декабрь 2022 года.
- ↑ 1 2 Кремлевские куранты в Москве. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 10 август 2025 года.
- ↑ Людмила Кошкина. Первый день во году. Пульс (30 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 30 декабрь 2018 года.
- ↑ Черепнин Л. В.
- ↑ 1 2 Шаповалов С. Н., с. 69
- ↑ Семенов день. Российский Этнографический Музей (14 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Шаповалов С. Н., с. 70
- ↑ Новый «Новый год» по Указу Петра I. Российская государственная библиотека (20 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 20 ғинуар 2025 года.
- ↑ Шаповалов С. Н., с. 72
- ↑ История старого Нового года в России. ТАСС (13 ғинуар 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 2 июнь 2023 года.
- ↑ Старый. Новый. Непутёвый. Почему календарная реформа большевиков много лет сбивала с толку россиян. Родина (11 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 27 август 2025 года.
- ↑ 1 2 3 Как менялись даты празднования Нового года в России. ТАСС (29 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 1 ғинуар 2022 года.
- ↑ 1 2 «Гадкий праздник буржуазный» Как Новый год стал главным советским и российским торжеством. Лента.ру (1 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 17 ғинуар 2025 года.
- ↑ Швец М. Е., с. 396
- ↑ Швец М. Е., с. 397
- ↑ Чук и Гек (1953). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ 1 2 Карнавальная ночь (1956). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Как рождаются тосты (1962). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Зигзаг удачи (1968). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ В тринадцатом часу ночи (ТВ, 1969). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Похищение (ТВ, 1969). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Джентльмены удачи (1971). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Телеграмма (1971). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Эта веселая планета (ТВ, 1973). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ 1 2 Ирония судьбы, или С легким паром! (ТВ, 1975). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Новогодние приключения Маши и Вити (ТВ, 1975). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ 1 2 Чародеи (ТВ, 1982). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Снегурочку вызывали? (ТВ, 1985). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ "Трудовой кодекс Российской Федерации" от 30.12.2001 N 197-ФЗ (ред. от 04.08.2023, с изм. от 24.10.2023) (с изм. и доп., вступ. в силу с 01.09.2023). КонсультантПлюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Россияне рассказали, сколько потратят на празднование Нового года. 15 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Новогодние выходные в 2026 году будут самыми долгими за многие годы. 15 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Швец М. Е., с. 390
- ↑ Кононов Д.С., с. 23
- ↑ Гурьянов К. В., Шатило Я. С., с. 51
- ↑ Мари Медведева. Что было до мандаринов и оливье: История русского новогоднего застолья. Life (интернет-издание) (14 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 27 май 2024 года.
- ↑ Дмитрий Смирнов. Деда Мороза придумал Петр I, а Снегурочку - Сталин. Комсомольская правда (28 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 26 апрель 2025 года.
- ↑ Елена Душечкина. Дед Мороз и Снегурочка. Горький Медиа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 27 сентябрь 2019 года.
- ↑ Наталия Эфендиева. Ирония зимы: какие фильмы смотрели в СССР в канун Нового года. Деловой Петербург (30 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 4 ғинуар 2025 года.
- ↑ Иван Васильевич меняет профессию (1973). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Сусанна Альперина. Какие фильмы чаще всего показывали в Новый год за последние 50 лет. Российская газета (12 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 14 декабрь 2024 года.
- ↑ Сирота казанская (1997). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Карнавальная ночь 2 (ТВ, 2006). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Ирония судьбы. Продолжение (2007). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Тариф Новогодний (2008). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Все «Елки» — от первых до предпоследних — глазами Лидии Масловой. Кинопоиск (29 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ С новым годом, мамы! (2012). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Друзья друзей (2013). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ SOS, Дед Мороз или Все сбудется! (2015). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Млечный путь (2015). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Страна чудес (2015). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Дед Мороз. Битва Магов (2016). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Круглова Т. А., Саврас Н. В. Новый год как праздничный ритуал советской эпохи // Искусствоведение и культурология. — 2010. — С. 6—14. Архивировано 23 ноябрь 2018 года.
- ↑ Когда зажигаются елки (1950). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Снегурочка (1968). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Снеговик-почтовик (1955). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Чудесный колодец (1956). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Двенадцать месяцев (1956). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Снежная королева (1957). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Новогоднее путешествие (1959). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Тимошкина елка (1966). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Франтишек (1967). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Умка (1969). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Дед Мороз и лето (1969). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (1969)
- ↑ Умка ищет друга (1970). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Новогодняя сказка (ТВ, 1972). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Щелкунчик (1973). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Как ежик и медвежонок встречали Новый год (1975). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Дед Мороз и Серый волк (1978). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Мороз Иванович (1981). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Кто придет на Новый год (ТВ, 1982). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Новогодняя песенка Деда Мороза (ТВ, 1982). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Падал прошлогодний снег (ТВ, 1983). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Зима в Простоквашино (1984). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ 32-е декабря (1988). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Мисс Новый год (1991). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Лунная дорожка (1994). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Алеша Попович и Тугарин Змей (2004). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Добрыня Никитич и Змей Горыныч (2006). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Илья Муромец и Соловей Разбойник (2007). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Три богатыря и Шамаханская царица (2010). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Иван Царевич и Серый Волк (2011). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Три богатыря на дальних берегах (2012). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Иван Царевич и Серый Волк 2 (2013). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Три богатыря: Ход конем (2014). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Иван Царевич и Серый Волк 3 (2015). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Три богатыря и Морской царь (2016). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Три богатыря и принцесса Египта (2017). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Три богатыря и Наследница престола (2018). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Иван Царевич и Серый Волк 4 (2019). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Умка на ёлке (2019). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Конь Юлий и большие скачки (2020). Кинопоиск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Песни из фильма «Москва слезам не верит»: «Александра» и «Диалог у новогодней елки». Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 5 сентябрь 2025 года.
- ↑ Юрий Лоза - Новый год. music.yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ Новогодние и Рождественские хиты: история песен «Двенадцать Дней» (Александр Абдулов) и «С первого по тринадцатое» (Несчастный случай). КУР.С.ИВ.ом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 25 март 2025 года.
- ↑ Новый год Игорь Саруханов. Дорожное радио. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 21 май 2024 года.
- ↑ Мумий Тролль С Новым Годом, крошка! last.fm. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 15 декабрь 2024 года.
- ↑ Блестящие - Новогодняя песня (Тик-Так Часики). vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ История новогодних обращений лидеров СССР и России. Досье. ТАСС (31 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 2 ғинуар 2018 года.
- ↑ История новогодних обращений. История.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 31 декабрь 2024 года.
- ↑ Анастасия Иванова. Эволюция развития новогодних ТВ-проектов Первого канала с 1996 по 2022гг. Школа дизайна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026.
- ↑ «Новогодняя ночь на Первом» 23 года назад — то, чего больше не будет. Дом под горой (5 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 26 март 2025 года.
- ↑ В Москве отменили фейерверки на Новый год. РБК (21 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 26 ғинуар 2025 года.
- ↑ Дарья Харланова. Приметы на Новый год 2024 (год Дракона). Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. Архивировано 16 июль 2025 года.
Әҙәбиәт
- Душечкина Е., Берсенева Л. Три века русской ёлки. Часть 1 // Наука и Жизнь : журнал. — 2010. — № 12.
- Душечкина Е., Берсенева Л. Три века русской ёлки. Часть 2 // Наука и Жизнь : журнал. — 2010. — № 12.
- Гурьянов К. В., Шатило Я. С. Новый год и ёлка: становление современных традиций // Базис : журнал. — 2019. — № 2(6). — С. 49—63.
- Кононов Д.С. Новый год в советской праздничной культуре: становление современных традиций // Театрализованные формы современной праздничной культуры России : сборник материалов Региональной научно-практической конференции. — Белгородский государственный институт искусств и культуры, 2023. — С. 22—26.
- Круглова Т. А., Саврас Н. А. Новый год как праздничный ритуал советской эпохи // Известия Уральского государственного университета : журнал. — 2010. — № 2 (76). — С. 5—14.
- Литвинова М. В., Кибалко О. В., Кибалко В. В. Новый год на российских ресурсах медиапространства // Наука. Культура. Искусство: актуальные проблемы теории и практики : Сборник материалов Всероссийской (с международным участием) научно-практической конференции. — Белгород: Белгородский государственный институт искусств и культуры, 2021. — С. 241—246.
- Полное собраніе законовъ Россійской имперіи. — Собрание Первое. 1649-1825 гг.. — СПб.: Тип. II Отделения Собственной Его Императорского Величества Канцелярии, 1830. — Т. III.
- Черепнин Л. В. Русская хронология. — М., 1944. Архивировано 24 декабрь 2013 года.
- Шаповалов С. Н. Официальное празднование нового года в России в XVII — начале XVIII вв. // Общество: философия, история, культура. — 2011. — С. 69—77.
- Швец М. Е. История Нового года: этапы большого пути // Культура. Образование. Гражданственность. Религия : материалы XVII Всероссийской научно-практической конференции. — Пермский государственный институт культуры, 2023. — С. 387—400.