Яңы йыл табыны

Яңы йыл табыны — күпселек илдәрҙә, ил һәм йәшәгән төбәккә ҡарап халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса айырылып торған Яңы йылды ҡаршылау атрибуты.

Яңы йылды байрам итеү йыл иҫәбе, традицион күңел асыуҙар, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар, кейем, шулай уҡ байрам табынына ҡуйылған ризыҡ менән айырылып торорға мөмкин[1]. Һинд, ҡытай, копт, йәһүд, ислам календарҙарында Яңы йыл григориан календары буйынса ҡаршыланмай, әммә байрам табыны һәр ерҙә үҙенсәлекле. Ул йыйылма, ябай, традицион, нәзәкәтле, вегетариан йәки башҡа булырға; барбекюла әҙерләнгән ризыҡтарҙан, пиццаның төрлө төрөнән торорға; ҡунаҡтар килтергән ризыҡтарҙан әҙерләнергә һ.б. мөмкин.

undefined
undefined
undefined

Тарихы

Яңы йыл табыны урындағы ғөрөф-ғәҙәттәр менән бәйле. XIX быуатта Европаның бик күп илдәрендә составы буйынса «сельдь под шубой» салатына оҡшаш салаттар популяр була. Балыҡ осһоҙ булғанлыҡтан, уны ярлы кәсепселәр һәи крәҫтиәндәр һатып алған һәм баҡсала үҫтергән йәшелсәләр ҡушып, ризыҡ әҙерләгән. Норвегияның селдь салаты Англияның 1845 йылғы аш-һыу китабына индерелгән. Германияла ошоға оҡшаш салатты икенсе төрлө продукттарҙан әҙерләгәндәр һәм май һалмай биргәндәр. Рәсәйҙә улар XIX быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән һәм шундай уҡ ингредиенттарҙан торған: бешкән картуф, балыҡ, сөгөлдөр һәм кишер[2].

Әгәр Рәсәйҙә Иҫке Яңы йыл билдәләнһә, Көньяҡ Африка Республикаһында икенсе яңы йылды билдәләйҙәр. Ул тарихи ваҡиға менән бәйле — йыл буйына байрамдары ла, ял көндәре лә булмаған ҡолдарҙың ул берҙән-бер ял көнө булып тора. 2 ғинуарҙа улар эшләмәгән, ял иткән, табын ҡорған, туғандарын барып күргән һәм ҡасаба-ҡала урамдарында йыр-бейеү аша ҡол биләүселәргә ризаһыҙлыҡ белдергән. Ваҡыт үтеү менән, традиция киңәйгән, хәҙер ҙә Кейптаунда 2 ғинуарҙа 13 меңдән ашыу сағыу кейемле кеше, сағыу ҡулсатырҙар тотоп, һыҙғыртҡыстар менән урамдарҙан үтә, йырҙар башҡара[3].

Яңы йыл менюһы

Традициялар

Батша Рәсәйендә яңы йыл табынында хәлле ғаиләләрҙә етеш тормош һәм уңдырышлылыҡ символы булып ҡыҙҙырылған сусҡа бәрәсе төп урында торған, сөнки ҡош итен ашарға ярамай тип һаналған, йәнәһе, яңы йылда бәхет ҡош һымаҡ осоп китергә мөмкин. XIX быуат урталарында, табынға алмалы ҡаҙ һәм ҡырағай ҡош ҡуйыла башлағас, ырым юҡҡа сыға.

Совет осоронда яңы йыл табынының айырылғыһыҙ атрибуты булып шампан шарабы, салаттар: винегрет, «Оливье», «сельдь под шубой», заливная рыба, ҡойҡа[4] һәм башҡалар тора. Емеш-еләктән ғәҙәттә мандарин һәм алма, десертҡа — ҡайнатма һәм кәнфиттәр була. Тауыҡ, өйрәк, өй ҡуяны, күркә, ҡаҙ итенән төрлө ризыҡтар бешерелә, төрлө ҡабымлыҡтар (колбаса, сыр, ҡыҙыл ыуылдырыҡ) әҙерләнә, шулай уҡ байрам торты була. Ризыҡтарҙың бер өлөшө католиктарҙың байрамын билдәләүсе кешеләр һаны артыуына бәйле, католик Раштыуа һыйынан тора. башҡалары, мәҫәлән «сельдь под шубой», һуңғараҡ, 1970 йылдар урталарына уйлап табыла[5].

Советтарҙан һуң осорҙа ит ризыҡтары өҫтәлә, мәҫәлән, французса ит һәм хәҙерге магазиндарҙа аҙыҡ-түлектең һәм ингредиенттарҙың күплеген сағылдырған салаттар һаны арта. Яңы йыл өҫтәленә алкоголь, газлы һәм газһыҙ эсемлектәр, емеш-еләк, шулай уҡ төрлө десерттар ултыртыла. Бик күп хужабикәләр ҡойҡа һәм билмән эшләй.

Рәсәй халыҡтары

Төркиҙәр һәм Кавказ халыҡтары ике календарь байрамын билдәләй һәм байрам табынын ике тапҡыр әҙерләй: Яңы йылға һәм март һуңында Наурузға. Байрам табынында бишбармаҡ, йәш һарыҡ итенән ҡуйы аш, яҫы борсаҡтан йәймә, гөбәҙиә, урама, сәк-сәк һәм башҡа ризыҡтар ҡуйыла.

Бүрәттәр, тывалар һәм ҡалмыҡтар яңы йыл өҫтәлен шулай уҡ ике тапҡыр әҙерләй: 1 ғинуарҙа һәм февралдә — Цаган Сарға (Сагаан Сар, Аҡ ай). Был байрамда традицион ризыҡ булып «борцоки» — ҡайыш-йүгәнле хайуандар формаһында бешерелгән ҡабартмалар тора.

Ненецтарҙа ла ике яңы йыл — ҡышҡы (ноябрҙа) һәм йәйге (июндә). Яҡутстанда Ысыах (Яңы йыл) байрамын бер нисә көн билдәләйҙәр, ҙур усаҡ яғалар, бик күп ит, балыҡ әҙерләйҙәр, әйләнәлә йөрөйҙәр, йырҙар йырлайҙар һәм бейейҙәр[6].

Карелияла сюндума яңы йыл байрамы үрелгән бәлештәрһеҙ, арпа бутҡаһынан һәм һоло ҡоймағынан ашҡа үтмәй.

Эвенктар «Мучун» (ер яңырған ваҡыт), нганасандар ҡотоп төнө тамамланыуын (ғинуарҙың һуңғы көндәре, февраль башы); ненецтар ҡояш ҡаршылауҙы байрам итә. Эндар (200-ҙән саҡ ҡына ашыу кеше) Яңы йылды билдәләмәй, март һуңында улар «Ко позу» («Берёзовое письмо») таҙарыныу йолаһын үтәй, һәр ҡатнашыусыға болан ите бирелә. Яңы йыл табынына йола ризығы сэвэн — бешерелеп ваҡ итеп туралған айыры тояҡлылар йәки айыу итен май менән (ике ҡалаҡтан артмай), яңы тотолған балыҡтан строганина, балыҡ ризыҡтары, ыуылдырыҡлы, төрлө еләк-емешле йәймә әҙерләнә, туңдырылған һөткә еләк-емеш өҫтәлә[7].

Колымала йәшәүсе эвенктар (Алыҫ Көнсығыш, Магадан өлкәһе) йәйге көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта яңы йыл — Хэбденек (күңел асыу) байрам итә.

Долгандар ҡотоп төнөнән һуң ҡош сығыуын — Хейро байрамын билдәләй, ул таңғы сәғәт 5-тә башлана.

Поморҙар электән иҫке стиль буйынса 14 сентябрҙә Новолетиены байрам итә[8]. Шулай уҡ сентябрҙә Маргарита йәрминкәһе үтә[9], ул хәҙерге Рәсәйҙә 2001 йылдың сентябрендә тергеҙелә[10]. Шулай уҡ хәҙерге ваҡытта Архангельскиҙа 14 сентябрҙә йәйҙе һәм Новолетиены оҙатыу байрамы була һәм ул Помор Яңы йылы тип атала[11][12][13]. Яңы йылға поморҙар XVIII быуат башында уҡ билдәле булған традицион һый[14] — сөсө ҡамырҙан бешерелгән һәм шәкәр иретмһе менән һырлап эшләнгән «козули» (ауылдарҙағы варианттары: «рогушки», «коровки», «козульки», «баранки»). Атамаһы формаһына бәйле — нигеҙҙә, мөгөҙлө мал (ҡатын-ҡыҙ, түңәрәк, йондоҙ, фәрештә, ҡош) формаһында бешерәләр, улар уңдырышлылыҡ симврүолы булып тора: ни тиклем фигуралы прәниктәр күберәк, шул тиклем йортта мал һәм уларҙың тоҡомо һау буласаҡ. Традициялар һәр ғаиләлә һаҡлана, ә 1960 йылдарҙа улар арханге прәниге булараҡ тергеҙелә. Соломбаланан оҫта К. И. Карамзинаның прәниктәре Дәүләт тарих музейы (1960—1970 йылдар) күрһәтелә, «Русский пряник» (1971) открыткалар серияһында сығарыла. 1999 йылдан алып Архангельскиҙа «Чудо северного пряника» күргәҙмәһе ойошторола[15].

undefined

Поморҙар байрам табынына тәрәс балығын төрлө — һөтлө, ҡаймаҡлы һәм майлы воложалар (соустар) менән бирә, шулай уҡ Аҡ диңгеҙ мидияһын, айранға бешерелгән шәңгә, балыҡ бәлештәре һәм еләкле кёж морсы ултыртыла[16][17]. Пертоминса уха әҙерләйҙәр[18], прәниктәрҙән башҡа шәңгәләр, төрлө эслекле бәлештәр, ҡыҫтыбыйҙар һәм "калитка"лар бешерәләр[19].

СССР-ҙа төньяҡ халыҡтары совет байрамдарын да үҙләштерә башлай — Яңы йылға Төньяҡтың барлыҡ халыҡтары ла тиерлек байрам табыны әҙерләй һәм милли ризыҡтарҙы ултырта, уларға тардицион оливье салаты менән торт та өҫтәлә[20].

Статистика

Яңы йыл табыны сығымдарын Федераль дәүләт статистика хеҙмәте[21][22], шулай уҡ Рәсәй субъекттарының ҡайһы бер төбәк статистика хеҙмәттәре өйрәнә[23].

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте яңы йыл менюһына түбәндәге аҙыҡ-түлек хаҡын индерә: сей килеш ыҫланған колбаса, ыҫланған иттәр, балыҡ, ыуылдырыҡ, тауыҡ, һыйыр ите, май, сыр, шоколад кәнфиттәре, апельсиндар, лимондар, банандар, йәшелсәләр, торттар, коньяк, шарап, һут һәм газлы һыу. Ул шулай уҡ уларҙың хаҡын төбәктәр буйынса иҫәпләй: иң ҡиммәтле яңы йыл табыны Чукотка, Ненец автономиялы округтарында, Камчатка крайында һәм Ямал-Ненец автономиялы округында, ә иң арзаны — Ҡалмыҡстанда, Калининград, Липецк, Белгород һәм Омск өлкәләрендә[24][25].

Удмуртстат, үҙ сиратында, яңы йыл табынының өс вариантын иҫәпләй: ябай, традицион һәм тулы[26].

  • «Ябай тупланма» (аҙ килемле ғаилә өсөн): тоҙло селдь, винегрет өсөн йәшелсәләр, 1 килограмм апельсин һәм бер шешә араҡы.
  • «Традицион тупланма» (урта класс өсөн): билмәндәр, пельмени, оливье һәм винегрет, ярымыҫланған колбаса, сыр, һут, шоколад кәнфиттәре, торт, ике төр емеш-еләк һәм ике төр алкоголь эсемлеге.
  • «Тулы тупланма» (етеш ғаилә өсөн): «традицион тупланма», шуға өҫтәп төрлө ит һәм балыҡ деликатестары, һәмбаш балыҡтары ыуылдырығы, сей килеш ыҫланған колбаса, йәшелсә, сәтләүектәр, туңдырма, 3 төр емеш-еләк һәм алкоголь эсемлектәре[27]. Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә Яңы йыл табыны символы булып бик йыш «оливье» салаты һәм мандариндар тора[24]. 1970 йылдар уртаһынан был исемлекте «сельдь под шубой» тулыландыра[28].

2000 йылдар башында «оливье индексы» тигән төшөнсә барлыҡҡа килә, ул салатта ҡулланылған продукттар тупланмаһы менән билдәләнә. Иң ҡиммәтле оливье Чукоткала, Ханты-Манси автономиялы округында. Салат ингредиенттары хаҡы түбәнәйә, 2021 йылда иң арзан хаҡ Белгород өлкәһендә була[29].

2023 йылда «Руспродсоюз» ассоциацияһы, дүрт кешелек ғаиләгә байрам табыны яҡынса 5,5 мең һумға төшә, тип иҫәпләгән[30].

Европала

Данияла яңы йыл табынының традицион ризығы тип ноҡот борсағы менән борсаҡ (рух һәм тән ныҡлығын символлаштыра), шулай уҡ алма — мөхәббәт һәм матурлыҡ символы — һанала.

Францияла байрам өҫтәленә трюфель, күркә һәм фуа-гра, шулай уҡ башҡа бик күп ризыҡтар, десертҡа тәм-том һәм сыр ултыртыла[31][32].

Албанияла ҡулса формаһындағы традицион бәлеш бирелә һәм түмәр яндырыла.

Польшала Яңы йылды йәшелсә йәки бәшмәк ашы, бутҡа һәм балыҡ менән ҡаршылайҙар[33].

Чехияла традицион ризыҡ тип арпа йәки тары бутҡаһы, шулай уҡ алма штруделе һанала[33].

Сербияла яңы йыл табынының төп символы — йәш сусҡа бәрәсе[33].

undefined

Италияла яҫмыҡ борсағын (байлыҡ символы) сусҡа колбасаһы ҡушып бешерәләр, шулай уҡ өҫтәлгә лазанья, балыҡ, диңгеҙ продукттары ҡуялар[34].

Испанияла яңы йыл табынының төп ризыҡтары — диңгеҙ продукттарынан ҡабымлыҡтар, хамон, сырҙар, дөгө пудингы, кондитер изделиелары[35].

Грецияла байрам өҫтәлендә мотлаҡ еләк һәм сәтләүектәр менән биҙәлгән ҡамыр бәлеше — Василопита булырға тейеш[36].

Бөйөк Британияла традицион ризыҡ: гарнирға йәшелсә бирелгнә тултырылған күркә, десертҡа — пудинг[37].

Швецияла Яңы йыл табынын әҙерләү ғәҙәте юҡ, байрамды халыҡ урамдарҙа һәм майҙандарҙа ҡаршылай[38].

undefined

Африка

Көньяҡ Африка Республикаһындағы Басутола яңы йыл башланыуын августа билдәләйҙәр. Рационда бергә ваҡланған сорго, тары һәм кукуруздан әҙерләнгән тинг бутҡҡаһы. Байрам көндәрендә үҙег ҡойроғонан аш әҙерләйҙәр, ит ҡуралар (браай) һәм тауыҡ бешерәләр, уларҙы һуған, һарымһаҡ, чили боросо һәм помидор ҡушып болғанған соус менән бирәләр. Бойҙайҙан тәме буйынса йогуртты хәтерләткән ризыҡ эшләйҙәр. Лекебекоане — ваҡланған кукуруз ононан бешерелгән йәймә. Мангаджане — киптерелгән йәшелсәләр, үҙенсәлекле секокомогане (дауалау сифаттарына эйә маруланың ваҡыланған емештәре) тәмләткесе менән бирелә. Йәшелсәләр, тинг, ит һәм диңгеҙ продукттарына тәмләткестәр ҡушыла. Ризыҡ ашағанда өйҙә соргонан йәки имберҙән эшләнгән һыра эсәләр. Таулы ауылдарҙағы таш хижиналарҙа ризыҡ барлығы һәм уның төрөн белдергән флагтар елберләй: аҡ булһа — һыра, бутҡа һәм ҡамыр ризығы бар, йәшел — нигеҙҙә, йәшелсәләр, ҡыҙыл — менбҙа ит бар[39].

Азия илдәре

Ҡытайҙа Яңы йылға тауыҡ, балыҡ һәм соя эремсеге әҙерләнә. Илдең төньяғында билмән ашайҙар, көньяғында — «няньгао» (йәбешеп торған дөгөнән әҙерләнгән киҫәктәр)[40].

Японияла табынға оҙон туҡмас, диңгеҙ кәбеҫтәһе, ҡуҙаҡлылар һәм бешкән балыҡ, шулай уҡ моти йәбешеп торған төйөлгән дөгөнән эшләнеп, грилдә бешерелгән йәки ҡыҙҙырылған йәймәләр ҡуялар[33].

Шри-Ланкала өҫтәлдә мотлаҡ кирибат — милли ризыҡ булырға тейеш. Ул туҡланыу ризығы булыуға ҡарағанда дини әһәмиәткә эйә: уны айырым осраҡтарҙа — тантаналарға, тыуған көндәргә, Яңы йыл алдынан һәм дини байрамдарға ғына әҙерләйҙәр[41].

undefined

Вьетнамда байрам ризыҡтары дөгөнән һәм иттән әҙерләнә.

Непалда Яңы йылды апрель уртаһында — Бискет Джатра байрамында ҡаршылайҙар. Өҫтәлгә традицион һинд һәм тибет аш-һыуы ҡуйыла[37].

Һиндостан

Һиндостанда Яңы йыл алдынан «Бису кани» — тамырҙары быуаттар төпкөлөнә тоташҡан һәм ауыл хужалығы традицияларын тергеҙеүҙе символлаштырған байрам үтә. Ҡағиҙә булараҡ, тулу телендә һөйләшеүселәр йыйылып символик яңы йыл башын билдәләй. Ҡайһы бер төбәктәрҙә — Дакшина-Каннадала, Мангалурҙа, Касарагодта, шулай уҡ Керала һәм Тамилнад штаттарында яңы йыл башы байрам ителә[42]. Ул Ҡояш календары буйынса, ғәҙәттә мартта йәки апрелдә билдәләнә һәм Тәбиғәт-әсәгә рәхмәт белдереү мөмкинлеге булып тора. Уңыш символы булған еләк-емеш һәм йәшелсәләр айырым урындарҙа һаҡлана һәм уларға табыналар. Яңы йыл табынына йәшелсә-емеш: баклажан, ҡыяр, ҡабаҡ, грейпфрут, банан, сәтләүектәр, шул иҫәптән ареканут, кокос, джамба емеше, манго, гарциния, хәҙерге ваҡытта бик һирәк осраған хеббаласа, икмәк ағасы һәм башҡаларҙы һалалар, яҫмыҡ борсағынан самбар (самбхар) йәшелсә ашы, татлы бабан ҡоймағы һәм еләк-емештән башҡа ризыҡтар әҙерләйҙәр. был көндә йәштәр ололарҙың фатихаһын ала[43].

Хмонгиҙар

Хмонгиҙарҙың, Лаоста, шулай уҡ Ҡытай Халыҡ Республикаһында, Вьетнамда һәм Таиландта йәшәгән иң ҙур этник төркөмдөң Яңы йылы[44] ай календарының 12-се айы һуңында ай тулыуға тура килә. Яңы ай Яңы йылы башланыуын белдерә һәм «утыҙ байрамы» (Ца Хаув Той) тип аталып, хмонгиҙар тормоштарының яңы осоро башланыуына бәйле бүләк бирешә һәм рәхмәт белдерә[45][46][47]. Байрам ай календарына ҡәтғи бәйләнмәгән, сөнки уңыш йыйыуға бәйле һәм ғәҙәттә ноябрҙә йәки декабрҙә үтә. Байрам 30 көн дауам итә (ҡайһы бер илдрәҙә, мәҫәлән, АҠШ-та, өс көнгә тиклем ҡыҫҡартыла)[48], был ваҡытта туғандарға һәм дуҫтарға ҡунаҡҡа йөрөйҙәр, ғаиләлә традицион ризыҡтар менән байрам табыны әҙерләнә. Һәр байрам көнөндә өҫтәлдә кәмендә 10 төр блюдо булырға тейеш. Традицион тип бан чунг — дөгө, сусҡа һәм банан япраҡтарына төрөп бешерелгән йәшел ноҡот борсағы[49]), шәкәр ҡамышы ҡуйы шәрбәте менән дөгө йәймәләре (моти), ҡыҙҙырылған банан телеме һанала[50]. Байрам табынында ит ризыҡтары күп: ғаиләләрҙә байрамға сусҡа сәсәләр. Һәр ҡунаҡҡа ҡаты итеп бешерелгән йомортҡа йәиһә йомортҡа рулеты бирәләр. Йәшел папайя салатына һарымһаҡ, чили боросо, тамаринд, лайма һуты, шәкәр, черри помидоры тултырып, былаҡ соусы, краб һәм креветка пастаһы өҫтәйҙәр. Тәмләткестәр ҡатнашмаһын килелә төйөп, папайя һәм помидор менән болғайҙар[46]. Шулай уҡ банан япраҡтарында быуҙа әҙерләнгән балыҡ, салапао (йәшелсә һәм йомортҡа эслеге һалынған ҡатламац), лаап (балыҡ фаршы йәки үлән һәм дөгө менән балыҡ), тауыҡ бото менән туҡмаслы аш һәм грилдә әҙерләнгән бик күп ит ризыҡтары була[51].

АҠШ

undefined

АҠШ-та Яңы йыл табынының төп ашамлығы — тултырылған күркә[33].

Австралияла

Австралияла махсус яңы йыл ризыҡтары юҡ. Кешеләр барбекю, грилдә стейк һәм сосискалар әҙерләй[36].

Кинематографта һәм мәҙәниәттә

Яңы йыл табыны ризыҡтары кинематографта, телевидениела һәм киң күләмле мәҙәниәттә лә сағылыш таба. «Ирония судьбы, или С лёгким паром!» кинофильмынан: «Какая гадость эта ваша заливная рыба!» — фразаһы ҡанатлы әйтемгә әүерелә[52][53].

Владимир Гиляровский «Москва и москвичи» китабының «На Трубе» главаһында: «Считалось особым шиком, когда обеды готовил повар-француз Оливье, прославившийся изобретённым им „салатом оливье“, без которого обед не в обед и тайну которого он не открывал», — тип, салатты мәңгеләштерә[54].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. New Year's traditions: How do people celebrate the new year around the world? (ингл.). bbc.co.uk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2022.
  2. Селедка под шубой: история праздничного салата. www.culture.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  3. New Year's Day in South Africa (ингл.). Time and Date AS. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  4. Сколько можно хранить блюда с новогоднего стола? 2x2.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  5. История и рецепт знаменитого салата. ntv.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  6. Таймыр: Новый год у коренных народов Севера. dudinka.city.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  7. Старцев А. Ф. Традиционная культура и питание дальневосточных эвенков в прошлом и настоящем // Россия и АТР : Научный журнал. — 2010. — № 1. — С. 60—69. — ISSN 1026-8804.
  8. Новогодние традиции народов России: поморы. Звезда Алтая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  9. Архангелогородская (Воздвиженская, Маргаритинская ярмарка), также Маргаритинская ярмарка, первую международная российская ярмарка. Администрация ГО "Город Архангельск". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  10. Анатолий Беднов. Маркиз и Маргарита, или Как военный губернатор ярмарке имя дал. pastar.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  11. Маргаритинская ярмарка. Управление развития туризма министерства культуры Архангельской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  12. Маргаритинская ярмарка. Архангельская областная научная библиотека им. Н. А. Добролюбова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  13. Анатолий Беднов. Архангельский общественник: Поморский Новый год объединяет людей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  14. Ирина Скалина. Зима в Архангельске пахнет пряниками. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  15. Н. Филева. Архангельские козули. — Архангельский государственный музей деревянного зодчества. — Архангельск: Издательский центр АГМА, 1999. — P. [16—23] (col. 26). — (Народные ремесла русского Севера).
  16. Игорь Соколов. Парадоксы поморского питания. Кириллица. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  17. Поморская кухня: блюда, секреты. Этнопарк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  18. Татьяна Буторина. Суровые русские викинги, рыболовы, первые путешественники – кто такие поморы. ФедералПресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  19. Людмила Черёмухина. Старинный поморский Новый год. Двина Сегодня. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022.
  20. Алексей Черенков, Полина Петренко, Алена Скользина. Дед Мороз к ним не придет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  21. В Росстате оценили стоимость новогоднего оливье. lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  22. Росстат: Новогодний стол россиян подорожает почти на 8 %. www.mn.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  23. Воронеж оказался на 16-м месте в рейтинге стоимости салата «Оливье». moe-online.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  24. 1 2 Росстат узнал, где новогодний стол дешевле. ppt.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  25. Росстат узнал, где новогодний стол дешевле. www.eg-online.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  26. Новогодний стол обойдется семье из Удмуртии в среднем в 1634 рубля. izhlife.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  27. Росстат оценил стоимость новогоднего стола. mn.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  28. Классический рецепт салата "Сельдь под шубой". ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  29. Индекс оливье. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2022.
  30. Стоимость новогоднего стола за год выросла на 9% - Российская газета (20 ноябрь 2023). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  31. Les traditions du réveillon du Nouvel An en France (фр.). Ambassade de France à Copenhague. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2018. Архивировано 25 ноябрь 2018 года.
  32. Ava Laboy Capo, 2013, с. 52
  33. 1 2 3 4 5 Праздник с любимым вкусом Какими блюдами встречают Новый год в разных странах мира (13 ноябрь 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  34. Новогодние рецепты. Что едят в Европе, чтобы разбогатеть (25 декабрь 2020). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  35. Новый год в Испании: традиции, меню, подарки (15 декабрь 2021). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  36. 1 2 Дарья Тарасенко. Съесть 12 виноградин в красном белье: как отмечают Новый год в разных странах. 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  37. 1 2 Ирина Бадешко. 13 традиционных блюд, которые обязательно появятся на столах разных стран мира Источник: https://travelask.ru/blog/posts/5183-13-traditsionnyh-blyud-kotorye-obyazatelno-poyavyatsya-na-st. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2024.
  38. Интересные новогодние традиции разных стран и народов мира. 7dach.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  39. John Jacobs. Lesotho Recipes Perfectly Blend A Variety Of Ethnic Traditions (ингл.). diversityplus.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2022.
  40. Китайский Новый год (10 февраль 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  41. Национальная кухня Шри-Ланки. nativa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  42. Karavali Samskruthika Chavadi To Host ‘Bisu Parbha’ In City On Apr.14 (ингл.). Star of Mysore. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  43. Raviprasad Kamila. Bisu kani brings people together at Pilikula Nisargadhama (ингл.). The Hindu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  44. и в других странах. www.seattletimes.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  45. Cyril Eberle Hmong New Year (ингл.). maptia.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  46. 1 2 Phyllis Louise Harris. Hmong New Year: A celebration of harvest, romance and food! (ингл.). Twin Cities Enterprise. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2022.
  47. The Lao Hmong New Year in Luang Prabang (ингл.). Explore Laos. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2022.
  48. The Hmong New Year (ингл.). hmonglessons.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  49. Banh Chung for Lunar New Year Recipe (ингл.). www.seriouseats.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  50. Thy Tran. Hmong New Year Festival (ингл.). KQED Inc. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2022.
  51. Hmong New year in Laos (ингл.). MEKONG CRUISES. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2022.
  52. Готовим заливную рыбу на Новый год. www.foodestet.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  53. Это вкусная-вкусная заливная рыба. www.woman.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2022.
  54. Ксения Карпова. Девять интересных фактов об оливье. teleprogramma.pro. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ноябрь 2022.

Әҙәбиәт

Категориялар