Яңы йыл символдары

Яңы йыл символдары — Яңы йылды байрам итеүҙең Рәсәй символдары.

Биҙәү

Шыршы

Шыршы, Раштыуаны байрамы элементы кеүек, Рәсәйҙә XIX быуат уртаһында барлыҡҡа килә. XVXV быуаттарҙа немецтарҙа булған традиция беҙгә күсә. Улар шыршыны тәм-том һәм майшәмдәр менән биҙәй, аҫтына балаларға бүләктәр һала. Рәсәйгә немец ғәҙәте император ғаиләһе — Николай I ҡатыны княгиня Александра Фёдоровна аша килә. Ул Ҡышҡы һарайҙа балалары өсөн шыршы ҡуйҙыра, һуңынан дворяндар ҙа шршы ҡуйып биҙәй башлай[1]. Халыҡ өсөн беренсе шыршы 1852 йылда Петербургта ҡуйыла. Революциянан һуң биҙәлгән шыршы властар тарафынан дини Раштыуа байрамы атрибуты кеүек ҡабул ителә һәм 1935 йылда — балалар өсөн Кремль шыршыһы уҙғарылғас ҡына тергеҙелә[2]. Шулай уҡ шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау традицияһы бар[3].

undefined

Байрам веногы

Байрам символы булараҡ шыршы веногы XIX быуатта Гамбургтан дин белгесе Иоганну Хинриху Вихерну арҡаһында барлыҡҡа килә. Ул ярлы ғаиләләрҙән бер нисә баланы тәрбиәгә ала. 1839 йылдың декабрендә улар көн һайын, ҡасан Раштыуа етә, тип һораша башлай. Вихерн ағас тәгәрмәскә шыршы ботаҡтары ҡуйып венок эшләй, уларға 20 — бәләкәй ҡыҙыл, дүрт ҙур аҡ майшәм ҡуя. Һәр иртә ул бер бәләкәй майшәмде, ял көндәрендә ҙур ағын яндырып, байрамға тиклем ҡалған көндәрҙе һанай[4].

Әкиәт геройҙары

Ҡыш бабай

XVIIIXIX быуаттарҙа рус крәҫтиәндәре араһында һыуыҡтар өсөн яуап биргән Ҡыш бабай исемле персонаж билдәле булмай. Уға оҡшаш атамалар "һыуыҡ"ты байрам табынына саҡырыу көнсығыш славян йолаһында осрай. Игендәрҙе туңдырмаһын өсөн Морозды (уны шулай уҡ Трескун йәки Студенец тип атайҙар) ашатырға кәрәк була[5]. XIX быуатта образ Владимир Одоевский арҡаһында үҙгәрә һәм мөғжизә бүләк итеүсе Мороз Ивановичҡа әйләнә[6]. 1937 йылда, бер нисә йыл Яңы йылда Ҡыш бабай ҡатнашыуы тыйылып торғандан һуң, Союздар йортонда беренсе Яңы йыл шыршыһын уҙғарғанда хәҙерге Ҡыш бабай тыуа[7].

Ҡыш бабай поезы

Ҡыш бабай поезы — Ҡыш бабайҙың байрамса биҙәлгән күсмә резиденцияһы, Рәсәй тимер юлдары асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Вологда өлкәһе хөкүмәтенең берлектәге проекты. Беренсе тапҡыр Ҡыш бабай рәсәй буйлап 2021 йылда сәйәхәткә сыға, өс йылда ул 170-тән ашыу ҡалала була, 78 мең километр юл үтә, юлда 190 көн була. 2023 йылда Ҡыш бабай поезы өс айҙа 22 686 километр юл үтеп, Рәсәйҙең Рекордтар китабына инә[8].

undefined

Ҡарһылыу

Ҡарһылыу — бик йыш һалҡын зәңгәрһыу төҫтәге күлдәктә һүрәтләнгән ҡыҙ. Әкиәттәрҙә ул Ҡыш бабайҙың ейәнсәре ролендә һүрәтләнә, уға бүләктәр таратырға ярҙамлашаи[2]. Төньяҡ әкиәттәрендә бик йыш терелгән боҙ ҡыҙы образы осрай. Александр Островский 1873 йылда, Афанасьевтың әкиәттәре тәьҫирендә, «Снегурочка» пьесаһын яҙа. Образға Николай Александрович Римский-Корсаковтың ошо атамалағы операһы ла популярлыҡ өҫтәй. Ҡарһылыу хәҙерге кейемендә 1935 йылда Советтар Союзында Кремлдә балалар өсөн үткәрелгән Яңы йыл байрамына сыға[9][10].

Ҡар бабай

Ҡар бабай Яңы йыл менән ассоциацияланған ҡышты һәм ҡарҙы символлаштыра. Ҡар бабайҙарҙы ҡарҙан йәки боҙҙан эшләйҙәр һәм танауы урынына кишер ҡуйып, шарф урайҙар, башлыҡ кейҙерәләр[11].

Байрам табыны

Яңы йыл табыны менюһында ил тарихы сағыла. Быуаттар дауамында унда төп продукттар йәшелсәләр, ярмалар, балыҡ һәм емеш-еләк була. Бай ғаиләләрҙең табыны ярлыларҙыҡынан айырылмай. XVIII—XIX быуаттарҙа байҙарҙың өҫтәлендә ананас, баәса еләге, устрица, трюфель һәм сырҙар күренә. Революциянан һуңғы йылдарҙа бәлештәр бешерәләр һәм арзанлы ит продукттарынан әҙерләп булған ҡойҡа әҙерләйҙәр. Һуғыштан һуңғы ваҡытта байрам табынын мандариндар, банан, «наполеон» торты, диңгеҙ ҡыҫалаһы таяҡсалары ҡушылған оливье салаты, совет шампан шарабы биҙәй. 1980—1990 йылдарҙа Яңы йыл табынына ҡойҡалы балыҡ әҙерләргә тырышалар[2].

Мандариндар

СССР заманында декабрь һуңына, бик күп емеш-еләккә хаҡ артҡанда, күрше илдәрҙә мандариндар өлгөрә. Яңы йылды мандариндар менән ҡаршылау йолаһы 1963 йылда Ленинградҡа Марокконан ҡоро йөк ташыу судноһы килгәндән һуң башлана тип һанала[12].

undefined

Оливье салаты

Оливье салатын француз ашнаҡсыһы Люсьен Оливье уйлап таба. Бер версия буйынса, оливье салаты Мәскәүҙең «Эрмитаж» ресторанында нәфис биҙәлгән ризыҡ була, әммә килеүселәр барлыҡ компоненттарҙы бергә болғай һәм ашнаҡсы блюдо составын ҡайтанан ҡарай[13]. 1939 йылда СССР-ҙа беренсе тапҡыр «Книга о вкусной и здоровой пище» китабы донъя күрә һәм унда оливье «Салат из дичи» тип атала. Тәүге рецепта деликатестар: сел һәм ағуна, ҡыҫала муйыны һәм мал теле була. Салаттың популярлығы артҡан һайын уның өйҙә эшләнгән варианттары ла арта, ит компоненты урынына быҙау ите, һыйыр ите, тауыҡ ите, бешкән колбаса ҡуша башлайҙар[14].

undefined

Шампан шарабы һәм тостар

Яңы йылда шампан шарабы һалынған бокалдар күтәреү дворяндарҙан килә. Шампан шарабы донъяуи сараларҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Бик йыш уны байрамдарҙа, шулай уҡ Яңы йылда асалар. Бызырлап торған шарап 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында Яңы йыл эсемлеге була. Француздар Рәсәйгә йүнәлгәндә үҙҙәре менән меңдәрсә йәшник шампан шарабын ала. наполеон армияһы Рәсәйҙе еңеү хөрмәтенә Мәскәүҙә шапман шарабы эсеренә шикләнмәй. Наполеон менән һуғыш декабрҙә тамамлана һәм шампан шарабын Рәсәй һалдаттары аса. 1813 һәм 1814 йылда еңеү хөрмәтенә тағы ла ошо эсемлекте эсәләр һәм ул традицияға әйләнә. Бокалдарҙы сәкәштереү һәм байрам тосы әйтеү Александр II заманында барлыҡҡа килә[15].

undefined

1920 йыл башынан партия һәм совет эшмәкәрҙәренән яңы йәмәғәт элитаһы формалаша башлай. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте халыҡ комиссары Анастас Микоян әйткәнсә (1936):

« «Весело стало жить, значит, и выпить можно, но выпить так, чтобы рассудка не терять и не во вред здоровью». »

Шул уҡ йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты һәм СССР Совнаркомы шарап сығарыу сәнәғәтен үҫтереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Уға ярашлы шампан шарабын сығарыу 5 йылда 60 тапҡырға артырға тейеш була. Иҫке «Абрау-Дюрсо» заводында һәм башҡа заводтарҙа параллель рәүештә шампан шарабын эшләүҙең осһоҙло — тотоу ваҡытын 25 көнгә тиклем ҡыҫҡартып — ысулын ҡуллана башлайҙар. Һөҙөмтәлә һәр кем был эсемлекте һатып алыу мөмкинлегенә эйә була[16].

Күңел асыу

Кино һәм телевидение программалары

1960 йылдарҙан Яңы йылды билдәләү рәүеше һаҡлана. Өйҙә байрам итеү атрибуты булып телевизор тора — уны Яңы йылға бер нисә сәғәт ҡала, табын әҙер булғас, ҡабыҙалар һәм совет программалары һәм фильмдары ҡарайҙар[17]:

  • Тылсымсылар
  • Карнавал төнө
  • Уңыш джентелмендары
  • Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел быу менән!
  • «Ы» операцияһы һәм Шуриктың башҡа мажаралары

Щелкунчик балеты

«Щелкунчик» балетының премьераһы XIX быуатта була. Тора-бара ул Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары символының береһенә әүерелә. Яңы йыл байрамдарында Петр Ильич Чайковскийҙың әҫәрҙәрен донъя буйынса: концерттарҙа, сараларҙа, раштыуа йәрминкәләрендә ишетергә мөмкин[18].

Фейерверктар

Рәсәйҙә 1700 йылдан йыл яңыса һанала башлай, календарь йыл башы 1 ғинуарҙан башлана, унда фейерверк аттырыу традицион рус байрамының бер өлөшө булып тора. 1699 йылдың 20 декабрендә Пётр I «Яңы йылды байрам итеү тураһында» Указға ҡул ҡуя, унда ҡала халҡына бер-береһен ҡотлау, йорттарын ҡарағай һәм шыршы ботаҡтары менән биҙәү һәм утлы сығыштыр ойоштороу бурысы яҙыла":

« Когда на большой Красной площади огненные потехи зажгут и стрельба будет, потом по знатным дворам, боярам и окольничим, и думным и ближним, и знатным людям полатного, воинского и купецкого чина, знаменитым людям, каждому на своём дворе из небольших пушечек, буде у кого есть, и из нескольких мушкетов или иного мелкого ружья учинить трижды стрельбу и выпустить несколько ракетов, сколько у кого случится, и по улицам большим, где пространство есть, генваря с 1 по 7 число, по ночам огни зажигать из дров или хворосту, или соломы, а где мелкие дворы, собрався пять или шесть дворов, такой огонь класть, или, кто похочет, на столбиках поставить по одной, по две или по три смоляные и худые бочки, и наполня соломою или хворостом, зажигать, перед бурмистрскою ратушею стрельбе и таким огням и украшению, по их рассмотрению быть же[19]. »

Иҫкәрмәләр

  1. «Никому в голову не придет, что она не русская»: история елки и Нового года в России. mir24.tv (25 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  2. 1 2 3 Откуда пошли новогодние символы. rg.ru (2021 -12-09). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2024.
  3. Дед Мороз, хоровод у елки, шампанское под бой курантов: Откуда появились современные новогодние традиции (29 декабрь 2023). 29 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  4. Как мандарины, карамельная трость, венок и носки с подарками стали символами Нового года и Рождества. mel.fm (19 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2024.
  5. От злого старика до доброго волшебника. История Деда Мороза в России. spb.aif.ru (30 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2024-25-11.
  6. Откуда пошли новогодние символы. rg.ru (9 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  7. Тайна Деда Мороза. Как Снегурочка стала сиротой, и кто ее родители. gazeta.ru (18 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2024.
  8. Поезд Деда Мороза отправился в новогоднее путешествие из Великого Устюга. Состав посетит более 60 населенных пунктов менее чем за два месяца. РБК (14 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  9. Откуда пошли новогодние символы. rg.ru (9 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  10. Кто такая и откуда взялась Снегурочка: история происхождения внучки Деда Мороза. lenta.ru (27 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2024.
  11. Символы Нового года: их значение и история. podarki-novosibirsk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2024.
  12. Как в России появились мандарины и почему они стали атрибутом нового года? culture.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2024.
  13. Оливье многоликий. iz.ru (3 ғинуар 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  14. Ёлка, оливье и "Советское шампанское". Откуда пришли главные символы Нового года. life.ru (30 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  15. Откуда пошла традиция открывать на Новый год шампанское? aif.ru (19 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  16. Ёлка, оливье и "Советское шампанское". Откуда пришли главные символы Нового года. life.ru (30 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2024.
  17. Обернуться назад: Как в России и Москве праздновали Новый год в 1960-е. thecity.m24.ru/. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2024.
  18. «Это балет о мечте»: как «Щелкунчик» стал одним из символов Нового года и Рождества. russian.rt.com (6 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2024.
  19. «Увеселительные», или бенгальские огни: история возникновения главного атрибута Нового года. vc.ru (29 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2024.

Категориялар