Яһалма шыршы
Яһалма шыршы — Яңы йыл шыршыһы формаһындағы конструкция, ғәҙәттә, яңы йыл байрамдары осоронда ҡулланыла. Иң тәүге яһалма шыршылар ағастан йәки ҡош ҡауырһыны яһалған һәм Яңы йыл шыршыһы кеүек биҙәлгән. Был ике төр ҙөтлә немецтар уйлап сығарылған. Хәҙерге заман яһалма шыршылары поливинилхлоридтан яһала; шулай уҡ алюмин йәки оптик сүс кеүек материалдарҙан яһалған башҡа төрҙәре лә бар.
Тарихы
Беренсе яһалма шыршылар XIX быуатта Германияла барлыҡҡа килгән[1][2], әммә уларҙың иртәрәк барлыҡҡа килгән өлгөләре лә билдәле[3]. Яһалма шыршылар йәшел төҫкә буялған ҡаҙ ҡауырһындарынан эшләнгән[1]. Немец «ҡауырһын шыршылары» Германияла барған Урмандарҙы ҡотҡарыу акцияһы булып тора[2][4]. 1880-се йылдарҙа уйлап табылған ҡаҙ ҡауырһындарынан эшләнгән яһалма шыршылар XX быуат башында киң танылыу яулаған[4]. Артабан, ҡауырһын шыршылар Америка Ҡушма Штаттарына барып еткән һәм шунда ла ҙур популярлыҡ яулаған[5][6].
АҠШ-та яһалма шыршылар тәбиғи «Раштыуа ағастары» ҡулланыуҙан алдараҡ барлыҡҡа килгән[3]. Был беренсе «яһалма ағастар» конструкцияһы ағастан эшләнгән пирамида формаһында булған, улар шыршыға оҡшатып биҙәлгән һәм шәмдәр менән яҡтыртылған. Улар 1747 йылда Вифлеемдә (Пенсильвания штаты) ҡуйылған[7]. Энәләр йәшел төҫкә буялған хайуан ҡылынан эшләнгән (улар унитаз таҙартыу өсөн ершик щетинаһына оҡшаған). Был төр яһалма шыршылар киң ҡулланыһа булған[8].
1958 йылда Чикагола алюминдан эшләнгән, көмөш төҫтәге шыршылар етештерелә башлай. Был шыршылар күп кенә илдәргә, шул иҫәптән СССР-ға ла экспортлана[8].
Аллюмин шыршыларҙың урынына пластмасса шыршылар килә.
СССР-ҙа 1959 йылда Загорск уйынсыҡ институты (хәҙерге Сергиев Посад уйынсыҡ институты) белгестәре уйлап сығарған синтетик шыршылар популяр була.
Етештереү модернизацияланғандан һайын шыршылар ҙа ысын ағастарға нығыраҡ оҡшай барған[9].
Яһалма шыршы төрҙәре
Ҡауырһындан эшләнгән шыршылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡауырһындан эшләнгән шыршылар ҡаҙ ҡауырһындарын йәшел төҫкә буяп, уларҙы сымдан яһалған «ботаҡтарға» беркетеп эшләнгән. Был ботаҡтар шыршының олоно тирәләй уратылған[5]. Уларҙың ҙурлығы төрлө булған: бәләкәй, 2 дюймдан башлап, ҙур, 98 дюймлыҡ шыршыларға тиклем, был «шыршылар» 1920-се йылдарҙа универсамдарҙа һатылған[6]. Йыш ҡына шыршы ботаҡтарының осонда яһалма ҡыҙыл «емештәр» урынлашҡан, улар шәм ҡуйыр өсөн ҡулланылған[5]. Ботаҡтар аралары киң булған, был шәмдән янғын сығыу хәүефен кәметкән һәм шыршыны биҙәр өсөн киң урын ҡалдырған[5]. Йыл һайын яңы шыршы алырға кәрәкмәйе һәм энәләре ҡойолмай кеүек яһалма шыршының өҫтөнлөктәре атап үтелә[10].
Алюмин шыршылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алюминдан эшләнгән шыршылар яһалма шыршының айырым төрө булып тора[2]. Улар тәүге тапҡыр 1958 йылда Чикаго ҡалаһында барлыҡҡа килә[11], шунан Манитовокта киң етештерелә башлай. Был ҡалала күпселек алюмин шыршылар эшләнә[12].
Алюмин шыршылар 1970-се йылдарға тиклем етештерелә[11], уларҙың популярлығының иң юғары нөктәһе 1965 йылға тура килә[13][14]. Әммә шул уҡ йылда экранға «Чарли Браундың Раштыуаһы» исемле ҡыҫҡа метражлы мультфильм сыға, мультфильм алюмин шыршылар ҡулланыуға негатив йоғонто яһай[11].
Пластик шыршылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күпселек яһалма шыршылар ПВХ-пластик ҡулланып етештерелә. Олоно сымдан ишелеп яһала[15]. Энәләре төрлө төҫтәге пленканан тар ғына итеп киҫеп яһала[16].
Лесканан шыршылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бындай шыршыларҙың энәләре оҙон һәм тығыҙ, улар тәбиғи ҡарағайға оҡшаған. Йыш ҡына бындай шыршыларҙы лесканы ПВХ материалдары менән бергә яһайҙар. Уларҙа яһалма ҡар ҡатламы йәки пластик сәтләүектәр менән биҙәләй[16].
Ҡойоп яһалған шыршылар (силикон, резина)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡойоп эшләнгән шыршылар тәбиғи шыршыға оөшаш. Һәр бер ботаҡ махсус формаларҙа ҡойоп әҙерләнә, олоно буяла. Бындай шыршыларҙың энәләре ҡуйы була.
Ҡайһы бер моделдәрҙә ПВХ материалдарын һәм ҡойоп яһау технологияһын берләштерела[15].
Диодлы шыршылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Диодлы шыршылар — ҡорос каркаслы, ПВХ пленкаһынан эшләнгән энәле шыршы, энәләр араһына араһына яҡтылыҡ үткәреүсе диодлы ептәр ҡуйыла. Бындай шыршыларҙы электр сымына тоташтырып, уларҙың ботаҡтарын яҡтыртып була[17].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Forbes, Bruce David. Christmas: A Candid History, (Google Books Архивная копия от 29 июль 2016 на Wayback Machine), University of California Press, 2007, pp. 121—22, (ISBN 0-520-25104-0)
- ↑ 1 2 3 Hewitt, James. The Christmas Tree, (Google Books Архивная копия от 23 июнь 2016 на Wayback Machine), Lulu.com, 2007, pp. 33—36, (ISBN 1-4303-0820-6).
- ↑ 1 2 Perkins, Broderick. «Faux Christmas Tree Crop Yields Special Concerns 2008 йылдың 8 сентябрь көнөндә архивланған.», Realty Times, December 12, 2003, accessed December 15, 2008.
- ↑ 1 2 John, J. A Christmas Compendium, (Google Books Архивная копия от 20 июль 2014 на Wayback Machine), Continuum International Publishing Group, 2005, p. 129, (ISBN 0-8264-8749-1).
- ↑ 1 2 3 4 Marling, Karal Ann. Merry Christmas!: Celebrating America's Greatest Holiday. — Harvard University Press, 2000. — P. 58—62. — ISBN 0674003187.
- ↑ 1 2 Silverthorne, Elizabeth. Christmas in Texas, (Google Books Архивная копия от 5 март 2022 на Wayback Machine), Texas A&M University Press, 1994, p. 62, (ISBN 0-89096-578-1).
- ↑ «Christmas Tree Traditions Архивная копия от 4 июль 2010 на Wayback Machine», University of Illinois Extension, accessed December 15, 2008.
- ↑ 1 2 Искусственные ёлки: когда появились, история, где находится старейшая в мире . dp.ru (12 декабрь 2022). Дата обращения: 21 ноябрь 2024.
- ↑ Елка новогодняя искусственная. Подробное описание экспоната, аудиогид, интересные факты. Официальный сайт Artefact . ar.culture.ru. Дата обращения: 21 ноябрь 2024.
- ↑ Marling, Karal Ann. Merry Christmas!: Celebrating America’s Greatest Holiday, (Google Books Архивная копия от 5 март 2022 на Wayback Machine), Harvard University Press, 2000, pp. 58—62, (ISBN 0-674-00318-7).
- ↑ 1 2 3 Fortin, Cassandra A. «It’s beginning to look a lot like Christmas (1958)(недоступная ссылка)», The Baltimore Sun, October 26, 2008, accessed December 14, 2008.
- ↑ Andrews, Candice Gaukel. Great Wisconsin Winter Weekends, (Google Books Архивная копия от 5 март 2022 на Wayback Machine), Big Earth Publishing, 2006, p. 178, (ISBN 1-931599-71-8)
- ↑ «A dark family secret: the artificial Christmas tree», Oakland Tribune, December 24, 2006, via findarticles.com, accessed December 14, 2008.
- ↑ Pinto, Barbara. «Town Leads Aluminium Christmas Tree Revival Архивная копия от 25 март 2010 на Wayback Machine», ABC News, December 18, 2005, accessed December 14, 2008.
- ↑ 1 2 Выбрать елку и не сойти с ума. Разбираемся в сортах искусственных елок (11 ноябрь 2021). 21 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Искусственная елка: какая лучше, как выбрать (6 декабрь 2023). 21 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Анна Джей. Литая или светодиодная? Какая искусственная елка лучше и безопаснее (26 декабрь 2019). 21 ноябрь 2024 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Авдонина М. Ю., Жабо Н. И. Гиперконцепт «ёлка»: лингвистический аспект в современном коде новогоднего ритуала // Вестник Московского государственного лингвистического университета. Гуманитарные науки. 2015. № 27).
- Баранникова Г. И. Учебная модель организации номинативного поля концепта «зима» // Гуманитарный вестник. 2013. № 2.
- Ханипова И. «Да здравствует Новый советский год» (политизация новогодней ёлки в советской России) // Гасырлар авазы — Эхо веков. 2012. № 3—4. U
- Шульга Е. В. Праздник новогодней ёлки в школах России: век вчерашний — век нынешний // Историко-педагогический журнал. 2012. № 2.