Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы

Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы (23 февраль 1914 йыл — 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры[1].

Биографияһы

Ғөзәйер Ғайсар улы Ғайсаров 1914 йылдың 23 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында тыуған.

Илсекәй башланғыс мәктәбендә, һуғышҡа тиклем Асҡын районында тракторсылар курсында уҡый[2], тыуған ауылындағы «Башташ» колхозында механизатор булып эшләй.

Хәрби хеҙмәте

Ғөзәйер Ғайсаров 1942 йылдың башында Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Сурхандаръя округы Шурчин районы биләмәһендә десантсылар курсын үтә[3], әммә механизаторҙарға бронь булғанлыҡтан, Башҡортостанға ҡайтарыла. «Халыҡ хәтере» сайтында Ғ. Ғ. Ғайсаров Үзбәкстандың Шурчин РВК-нан хәрби хеҙмәткә алынған тигән мәғлүмәт тә бар[4].

1942 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла[1].

Хәрби хеҙмәтен 1942 йылдың июлендә 1-се Удар армияһының 143-сө запас уҡсылар полкында курсант булып башлай һәм 1943 йылдың мартына тиклем уның составында була.

Һуңынан 1944 йылдың 8 авгусына тиклем сержант Ғөзәйер Ғайсаров 143-сө армияның 33-сө уҡсылар дивизияһы запас уҡсылар полкы (АЗСП) составында һуғыштарҙа ҡатнаша. Өс тапҡыр яралана. Хатта һәләк булғандар исемлегенә лә индерелә[4]. 263-сө эвакогоспиталдә дауалана.

1944 йылдың 3 авгусынан 9 декабргәсә 33-сө уҡсылар дивизияһының 82-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә[5].

1944 йылдың 9 декабренән 1946 йылдың февраленә тиклем 6-сы кавалерия корпусының уҡсылар дивизияһында отделение командиры була[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 25 сентябрҙәге Указына ярашлы демобилизациялана.

Тыуған ауылы Илсекәйгә ҡайтып, колхозда тракторсы, комбайнёр булып эшләй. Башташ бригадаһы һөт-тауар фермаһы мөдире, келәттә моторист була. Балта оҫтаһы булараҡ, ауылдаштарына йорттар һала, ҡапҡалар эшләй.

Ғөзәйер Ғайсар улы Ғайсаров 1990 йылда вафат була. Тыуған ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • III дәрәжә Дан ордены[6]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[7]

Ғаиләһе

Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы ике тапҡыр өйләнә. Тәүге ҡатыны — Хәмиҙуллина Зәйтүнә Заһиҙулла ҡыҙы. Был никахтан ҡыҙы Сәғиҙә (1947) һәм улы Сулпан тыуа.

Икенсе ҡатыны Рамазанова Рафиға Ямалетдин ҡыҙы менән никахынан һигеҙ бала: Илгизәр, Зөфәр, Зәғәфәр, Рәфисә, Ансар, Рәфинә, Гөлгөнә, Илдар тыуа.

Зөфәр ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлай, Рәфисә менән Ансар математика уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. Илдар — юғары белемле иҡтисадсы. Ҡалған балалары урта махсус һөнәри белемгә эйә.

Хәтер

Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа [8] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
  • ЦАМО Ленинградский ВПП Опись: 530167 Дело: 42809