Ғарипова Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы
Ғарипова Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы (рус. Гарипова Раиля Мухаметхановна; 22 ноябрь 1946 йыл) — балет артисы, балетмейстер. 1977 йылдан Татарстан Республикаһы йыр һәм бейеү ансамбленең баш балетмейстры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2017), Татар АССР-ының халыҡ артисы (1987). Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2022), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2022).
Биографияһы
Рәйлә Мөхәмәтхан ҡыҙы Ғарипова 1946 йылдың 22 ноябрендә Ҡазанда тыуған[1].[2] Әсәһе-Рәбиға Заһиҙулла ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Заһиҙуллина, 1910—1982), атаһы — Ғарипов Мөхәмәтхан Ғариф улы (1906—1987), итексе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[3]. Сығышы менән Татарстандың Балтас районы Түбән Сасна ауылынан[4].
1966 йылда Ҡазан фармацевтика училищеһын тамамлағас, дарыуханала фармацевт булып эшләй[3]. 1967—1969 йылдарҙа Татар АССР-ы йыр һәм бейеү ансамбле солисы. 1974 йылда Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтының хореография бүлеген тамамлай. Ҡазанға ҡайтҡас, 1974—1977 йылдарҙа Ансамблдә педагог-репетитор булып эшләй[2][5]. 1977 йылдан Татар АССР-ы йыр һәм бейеү ансамбленең баш балетмейстеры вазифаһын башҡара (хәҙер — Татарстан Республикаһының йыр һәм бейеү ансамбле)[6][2].
1978 йылдан Яр Саллы сәнғәт колледжында эшләй, сығарылыш уҡыусылары ансамблгә әүҙем ҡушыла[3][7]. 1982 йылда «Юлдаш» студияһының балалар хореография мәктәбен ойоштороу инициаторҙарының береһе була. Ул 2006 йылдан ансамблдең буласаҡ бейеүселәрен әҙерләү өсөн база мәктәбенә әүерелә. Уҡыу йорто бик күп уҡыусылар тәрбиәләй, мәҫәлән, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артистары . Хәметов .Айрат һәм Ләйсән Хәмитовта[2][8]. 2001 йылдан Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтында уҡыта, халыҡ бейеүҙәре кафедраһы профессоры[3][9]. Шулай уҡ фольклор конкурст[10] арын, музыкаль фестивалдәр ойоштороуҙа ҡатнаша[11].
Рәйлә Ғарипова милли бейеү фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын яҡшы белә, татар халҡының бейеү ижады элементтарын сәхнә-хореография композицияларына киң һәм ҡыйыу индерә[2][12]. 40 йылдан ашыу ансамблдә эшләгән осоронда балетмейстер булараҡ йөҙҙән ашыу композиция ҡуя һәм Ғәзиз Таһировтың эшен дауам иткән Татарстандың атҡаҙанған хореография оҫталары иҫәбенә инә. А. Ключарёв көйөнә нигеҙләнгән «Гармун, гармун» вокаль-хореография композицияһы ансамблдең визит карточкаһы булып тора.[12].
«Һабантуй», «Дуҫлыҡ кистәре», «Тыуған яҡ моңдары», «Ҡорбан байрамы», «Шәреҡ клубы» («Восточный клуб»), , «Шәһәр бейеүе»(«Троицкие вечера»). кеүек йыр-бейеү композицияларын сәхнәләштереүҙә ҡатнаша. «Ҡыҙҙар йыйыны», «Бишле бейеү», « Ҡазан ҡыҙҙары бейеүе», «Ярмәк вағы» («Ярмякские дроби»), «Ай, былбылым», «Көмөш беләҙек» («Серебряный браслет»), , «Шәл», «Вальс», «Танго», «Сабата» бейеүҙәрен ҡуя[2][13][14][15].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2022 йыл) — һөнәри эшмәкәрлектәге юғары ҡаҙаныштары, Татарстан Республикаһында милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн;
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2017 йыл) — Ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен, киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн;
- Татар АССР-ының халыҡ артисы (1987)[6];
- Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1982)[2];
- Татарстан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (2016 йыл);
- Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты — «татар милли хореографияһын пропагандалағаны өсөн» (2022).
Шәхси тормошо
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гарипова Раиля Мухаметхановна. Татарская государственная филармония имени Габдуллы Тукая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022.(недоступная ссылка)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Горшков, 2005
- ↑ 1 2 3 4 5 Гарипова Раиля Мухамедхановна. rusperson.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
- ↑ 1 2 Рузилә Мөхәммәтова. Без канатлы татармы? Журнал «Сәхнә»[tt] (21 март 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022.
- ↑ Лисин и др., 2009
- ↑ 1 2 Хасанов, 1998
- ↑ Государственный ансамбль песни и танца Татарстана готовится к 70-летию коллектива. Министерство культуры Республики Татарстан (24 август 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
- ↑ Римма Шакирова. Ансамбль песни и танца — визитная карточка Татарстана, но труд исполнителей по-прежнему не ценится. Газета «Известия Татарстана»[tt] (16 июнь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022. Архивировано 25 сентябрь 2017 года.
- ↑ «Дорогою мечты». Министерство культуры Республики Татарстан (24 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022.
- ↑ В Кукморе состоятся мастер-классы по творческим направлениям для детей и их педагогов. Татар-информ[tt] (20 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022. Архивировано 16 март 2022 года.
- ↑ Тагын бер бәйрәм юкка чыкмасмы? Газета «Ватаным Татарстан» (6 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022. Архивировано 17 май 2022 года.
- ↑ 1 2 Бәйрәмова, 2012
- ↑ Арсланова, 2007
- ↑ Госансамбль песни и танца Татарстана приглашает на главный концерт года. Журнал «Татарстан» (4 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022. Архивировано 13 сентябрь 2019 года. 2019 йылдың 13 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ «Чабата»га гына биеп булмый. Газета «Ватаным Татарстан» (31 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2022. Архивировано из оригинала 27 апрель 2019 года.
Әҙәбиәт
- Гарипова Раиля Мухаметхановна / гл. ред. М. Х. Хасанов. — Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии Академии наук Республики Татарстан, 1998. — С. 139. — 703 с. — ISBN 0953065030. (рус.)
- Арсланова, Филюся Тимергалиевна. Татар Дәүләт җыр һәм бию ансамбле (ансамбльнең 70 еллыгына багышлана). — Казан: Сүз, 2007. — 239 с. — ISBN 9785983560522. (тат.) (рус.)
- Бәйрәмова Г.[tt]. Милли моңнарыбыз илчесе (Татар Дәүләт җыр һәм бию ансамбленә 75 ел). — Журнал «Казан утлары». — Казан, 2012. — С. 134—137. — 192 с. (тат.)
- Горшков, Владимир Николаевич (искусствовед). Гарипова, Раиля Мухаметхановна / гл. ред. М. Х. Хасанов. — Татарская энциклопедия. — Казань: Институт Татарской энциклопедии Академия наук Республики Татарстан, 2005. — Т. 2: Г — Й. — С. 59. — 656 с. — ISBN 5902375029. (рус.)
Һылтанмалар
- Райля Мухаметхановна Гарипова (неопр.). Ансамбль песни и танца Республики Татарстан.
- Раиля Мухаметхановна Гарипова (неопр.). Татарская государственная филармония имени Габдуллы Тукая.