Ғарифуллин Илүс Фәғит улы
Илүс Фәғит улы Ғарифуллин (рус. Гарифуллин Илюс Фагитович; 1960 йылдың 19 ғинуары, Аҡкүҙ ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2016 йылдың 25 декабре, Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы) — хужалыҡ эшмәкәре, инженер-механик, уйлап табыусы[1]. 2003—2006 һәм 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы.
Биографияһы
Илүс Фәғит улы Ғарифуллин 1960 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Аҡкүҙ ауылында тыуған.
Үрге Йәркәйҙәге 1-се мәктәптә урта белем алған[2].
1982 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлай, инженер-механик. Юғары уҡыу йортонда уҡыған ваҡытында лаборант булып эшләй[3].
1982 йылдан «Башнефть» берекмәһенең Нефтекама үҙәк производство хеҙмәтләндереү базаһында эшләй, инженер-технолог, һуңынан өлкән механик һәм баш инженер була.
1988—1999 йылдарҙа хеҙмәт эшмәкәрлеген «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводында дауам итә: баш механик, предприятиеның коммерция бүлеге начальнигы һәм баш инженеры вазифаларын башҡара.
1999 йылдан — Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы директоры[4].
Ғарифуллин Илүс Фәғит улы 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләй, 2006 йылда үҙе теләп отставкаға китә.
2006 йылдан 2011 йыл аҙағына тиклем «Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләй.
2012—2014 йылдарҙа тағы ла Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаларын үтәй[5].
Илүс Ғарифуллин ҡаты ауырыуҙан һуң 2016 йылдың 25 декабрендә вафат була. Башҡортостандың Илеш районындағы тыуған ауылы Аҡкүҙҙә ерләнгән[6].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2009 йылда тыуған ауылы Аҡкүҙҙә «Ғарифулла» мәсетен төҙөтә[7] .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе;
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» юбилей миҙалы[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ устройство для соединения труб ( № 97796). web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026.
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей — Гарифуллин Илюс Фагитович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. Архивировано 28 декабрь 2016 года.
- ↑ В Нефтекамске новый глава администрации // новости башинформ.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. Архивировано 28 декабрь 2016 года.
- ↑ Нефтекамский завод нефтепромыслового оборудования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2016. Архивировано 28 февраль 2026 года.
- ↑ Глава администрации Нефтекамска Илюс Гарифуллин: Решая проблемы сообща, мы помогаем городу расти и развиваться. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2016. Архивировано из оригинала 29 декабрь 2016 года.
- ↑ 1 2 Скончался экс-глава города Нефтекамск Гарифуллин Илюс Фагитович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. Архивировано 15 июль 2018 года.
- ↑ Администрация сельского поселения Аккузевский сельсовет муниципального района Илишевский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 февраль 2026. Архивировано 28 декабрь 2016 года.
Һылтанмалар
- Ушёл из жизни экс-глава Нефтекамска Илюс Гарифуллин
- Гарифуллин Илюс Фагитович. Кто есть кто в Республике Башкортостан.
- Патент на изобретение: Устройство для соединения труб ( № 97796). Авторы: Гаскаров Венер Занфирович,Гарифуллин Илюс Фагитович, Лукьянов Юрий Викторович, Насретдинов Ринат Габдуллович