Ғибатов Франгил Ғиззәт улы
Ғибатов Франгил Ғиззәт улы (рус. Гибатов Франгиль Гиззатович; 12 апрель 1935 йыл ) — хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты. Физика-математика фәндәре кандидаты.
Биографияһы
Ғибатов Франгил Ғиззәт улы 1935 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ҡалмаҡтар ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1968 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1956 йылда, Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлағас, Нуриман районы Рәтүш ауылында уҡытыуы булып башлай. 1957—1968 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй. Артабан уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, ВЛКСМ-дың Салауат район комитеты секретары, комсомол обкомы инструкторы, Өфө фәнни-тикшеренеү-институтында (УфНИИ) инженер, Башпотребсоюз төҙөлөш идараһында партком рәйесе. 1968—1981 йылдарҙа Өфө авиация институтында әйҙәүсе инженер, математик-программист, проекттың баш конструкторы, С. М. Киров исемендәге заводтың бүлек мөдире һәм профком рәйесе.
1981—1991 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге заводтың генераль директор урынбаҫары. 1992 йылдан «Ай» производство-коммерция берләшмәһенең генераль директоры. [1]
[2] Өфө ҡалаһының Киров районы 17-се Батыр һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.
Өйләнгән, бер ҡыҙ үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104