Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы

Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ;илманова (рус. Гильманова Шаура Габбасовна; 1954 йылдың 1 ғинуары, Имәндәш, Башҡорт АССР-ы) — тележурналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы (1985). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Мәжит Ғафури исемендәге (2005) премиялар лауреаты.

Биографияһы

Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова 1954 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуған.

1973 йылдан башлап Ғафури районының Красноусол башланғыс мәктәбе директоры, район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы.

Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған (1981).

1975 йылдан алып «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының федераль дәүләт унитар предприятиеһында эшләй: 1992 йылдан башлап «Тамаша» телевизион ижад берекмәһе етәксеһе, 1998—2005 йылдарҙа баш мөхәррир; бер үк ваҡытта 1990—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

2005 йылдан алып «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы эргәһендәге Телерадио сәнғәте мәктәп-студияһы директоры[1].

Журналист эшмәкәрлеге

Мостай Кәрим тураһында 20 документаль фильм, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар тормошо («Араларҙы яҡынайтып» — «Сокрашая расстояния», «Башҡорттар»), исламдың әхләҡи ҡиммәттәре («Йома»), Башҡортостан әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте («Сәхнәлә һәм сәхнә артында» — «На сцене и за кулисами») тураһында телетапшырыуҙар, «Сәләм» иртәнге мәғлүмәт һәм йыр-моң программаһы, «Йыр бүләк итәм» («Дарю песню») йыр-моң программаһы, һ.б. авторы. М. Кәримгә арналған Дәүләт аудио-видеоархив формалаштырған, фильмографик белешмә төҙөгән, «Мостайҙың алтын мираҫы» аудиопродукциялар серияһын сығарған. Ф. М. Бүләков сценарийы буйынса «Ай ҡыҙы» — тәүге башҡорт телесериалы (2001—2002; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) проекты инициаторы һәм продюсеры[2][3].

Маҡтаулы исемдәре

Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы.jpg
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005);
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994);
  • Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1994);
  • Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2005).
  • Салауат Юлаев ордены (2020);
  • «Милләт әсәһе» миҙалы (2019);
  • «Алтын Урал» халыҡ ижади премияһы лауреаты (2014).

Иҫкәрмәләр

  1. Шаура Гильманова - Журналистская премия - Лауреаты - Каталог статей - Шагит Худайбердин. shagit.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.
  2. Журналист. Наставник. Педагог. Союз журналистов Республики Башкортостан.
  3. Мастер-класс «Технологии создания телепроекта» - Нефтекамский филиал Уфимского университета науки и технологий. nf.uust.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2026.

Һылтанмалар