Ғилманов Илдар Рәшит улы

Илдар Рәшит улы Ғилманов (рус. Гильманов Ильдар Рашитович; 1970 йылдың 1 сентябре, Өфө) — совет һәм Рәсәй рәссамы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы; Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2024 йыл)[1].

Биографияһы

Илдар Рәшит улы Ғилманов 1970 йылдың 1 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1997 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын бик яҡшы билдәләренә тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң шул уҡ институтта һынлы сәнғәт кафедраһы ассистенты булып эшләй башлай. Хәҙерге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында һынлы сәнғәттән өлкән уҡытыусы[2].

2003 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостан йәш рәссамдарының иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәренә беренсе республика конкурсы дипломанты (1 премия). Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

«ТӨРКСОЙ» халыҡ-ара ойошмаһы саҡырыуы буйынса рәссам 2007 һәм 2009 йылдарҙа Төркиәлә һәм Кипрҙа була[3].

Илдар Рәшит улының хеҙмәттәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Татарстан Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡаҙан), Яр Саллы картиналар галереяһында (Яр Саллы), Алабуға дәүләт тарихи-художество һәм архитектура музей-ҡурсаулығында (Алабуға), Болғар тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығында (Болғар), Башҡорт дәүләт әҙәбиәт музейында (Өфө), ТӨРКСОЙ Художество тупланмаһында (Анкара, Төркиә), Гирне Америка Университеты GAU Художество тупланмаһында (Гирне, ТРСК), «Х-МАХ» галереяһында (Өфө), «Hyp» журналы редакцияһында (Өфө), шулай уҡ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Германия, Италия, Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы) шәхси йыйылмаларҙа[4].

Төп эштәре

Илдар Ғилманов күберәк пейзажсы булараҡ билдәле: «Салауат урамында» (2001), «Уралда» (2007), «Көҙгө Берештамаҡ» (2006), «Урал йыры» (2008), «Урал ҡасабаһы» (2004). «IREMEL» проектынан — «Тынлыҡ ташы» комплексы (2013), «Таштар. Ирәмәл» (2013), «Сусаҡта» (2011), «Урал таштары» (2015) һәм башҡалар.

Төрөк тематикаһына булған эштәре: «Стамбул буйынса ял итеү» (2008), «Кофе төрөксә» (2011), «Террасала» (2014) һәм башҡалар.

«Ваҡыт-Киңлек» проектынан эштәре — «Ҡыҙыл шәфәҡ» (2006), «Тарих» (2006), «Ете ырыу мөрәжәғәтнамәһе» (2006) һәм башҡалар. «Мальва» проектынан — «Аҡ һиллек» (2014), «Һиллек тырнаҡ гөлдәре» (2014), «Ынтылыш» (2015) һәм башҡалар[5].

Күргәҙмәләре

1995 йылдан алып- республика, төбәк, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара, сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша, 10 шәхси күргәҙмәһе үтә[4].

Өс халыҡ-ара ижади лаборатория ҡатнашыусыһы: Төркиә (2007), Төньяҡ Кипрҙың Төрөк Республикаһы (2009), Алабуға ҡалаһында (Татарстан Республикаһы) (2014)[2].

Уҡыусылары

Ғилманов Илдар Рәшит улының уҡыусылары араһында — рәссамдар Андреев Владимир Александрович, Муллаҡаев Руслан Илдус улы, Саҙриев Руслан Илдар улы, Иванова Виктория Юрьевна, Посохов Алексей Владимирович.

Маҡтаулы исемдәре

  • Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы (2003);
  • Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2024 йыл)[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Гильманов Ильдар .Информация, фото, работы художника  (рус.), art-most.com. 26 февраль 2026 тикшерелгән.
  2. 1 2 Гильманов Ильдар Рашитович (Уфа). РО ВТОО «Союз художников России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
  3. Гильманов Ильдар Рашитович. Все художники РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.
  4. 1 2 3 Ильдар Рашитович Гильманов. Артхив. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026.
  5. Гильманов Ильдар. Информация, фото, работы художника, art-most.com. 20 февраль 2026 тикшерелгән.