Ишкинин Ғилман Ғирфан улы
Ғилман Ғирфан улы Ишкинин (рус. Ишкинин Гильман Гирфанович; 1965 йылдың 26 ғинуары, Иҙәш, Башҡорт АССР-ы — 2011 йылдың 5 феврале, Күгәрсен районы, Башҡортостан Республикаhы) — совет һәм Рәсәй шағиры.
Биографияһы
Ғилман Ғирфан улы Ишкинин 1965 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районында Иҙәш ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. «Шоңҡар» журналында бүлек мөдире булып эшләй[1].
2011 йылдын 5 февралендә Ейәнсура районына ҡайтып барғанда, Туйымбәт ауылы янында юл-транспорт фәжиғәһендә һәләк була[2].
Ейәнсура районында йәш шағир һәм сәсмә әҫәр оҫталары өсөн Ғилман Ишкинин исемендәге премия булдырылған.
Ижади эшмәкәрлеге
Ғилман Ғирфан улы лирик шиғырҙар яҙа. Унын «Ямаулыҡтар» исемле поэма йыйынтығы беренсе булып баҫылып сыҡҡан.
1997 йылда «Ҡалҡаным бул!» шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.
Ғилман Ғирфан улы 2002 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткән шиғриәт фестивалендә беренсе урынды яулай.
«Мин ҡомары ташҡан бер һунарсы» исемле шиғырҙары «Ағиҙел» журналында баҫтырыла (2004.- № 11).
Хәтер
2015 йылдың февралендә Өфөлә, Башҡортостан яҙыусылар союзында, шағирҙың тыуыуына 50 йыл тулыуға арналған «әгәр хәтер киләсәккә әйләнеп ҡайтһа» хәтер кисәһе үтә. Сарала башҡорт яҙыусылары, шағирҙары һәм әҙәбиәт белгестәре, шулай уҡ ишкининдың яҡташтары һәм уның туғандары ҡатнашты. Кисә барышында шағир тураһында хәтирәләр яңғыраны, уның ижади мираҫы тикшерелде, уның шиғырҙары уҡылды һәм яратҡан башҡорт халыҡ йырҙары башҡарылды.
Юбилей датаһына шағирҙың дуҫтары һәм коллегалары уның «Мин, бәлки, урап та килмәҫмен» (2015) әҫәрҙәре йыйынтығын, шулай уҡ шиғырҙар, фотоһүрәттәр һәм замандаштарының хәтирәләрен үҙ эсенә алған иҫтәлекле буклет әҙерләй. Ишкининдың шиғырҙары Башҡортостан шиғриәтенең «Быуаттар тауышы» антологияһына индерелә (2007)[1].
2025 йылдың ғинуарында ижтимағи-сәйәси гәзит йәштәр өсөн башҡорт телендә «Йәшлек» гәзите шағирҙың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған видеоконкурс ойоштора[3].
Китаптары
- Ҡалҡаным бул!// Шаңдау; шиғырҙар йыйынтығы.- Өфө:Китап, 1997.
- Ямаулыҡтар: шиғырҙар.- Өфө: Китап, 2007.- 224.
- Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ, аралар, ай, йыраҡ. Өфө, 2015.
Әҙип тураһында
- Башҡортостандын шиғриәт антологияһы. Быуаттар шауҡымы./ Ишкинин Гильман.- Уфа: Китап, 2007.- 437—439 бит.
- Ишмөхәмәтов Ғ.Х. Көттөрмәйсә, һиҙҙермәйсә генә ҡар болото кеүек ауғым килде// Ейәнсура таңдары.- 2011.-№ 27.
- Ҡунысбаева Н. М. Ҡайҙа ла беренсе ине// Ейәнсура таңдары.- 2011.- № 27.
- Ҡунысбаева Н. М. Шиғырҙарынан моң тама // Ейәнсура таңдары.- 2008.- 24 ноябрь.
- Түләк Р. Йырлы йәндә ҡояш байымай….- Өфө: Китап, 2010.
- Түләк Р. Мәңге ябыҡ ишек шығырламай: ҒГ.Ишкинин[Текст] / Р. Түләк // Башкортостан.- 2006.- № 169.
- Ураҙғолов Р. Күңеле гөл-баҡса ине..//Йәшлек.- 2011.-8 февраль.
- Яҙыусыға өс һорау: Ғ.Ишкинин[Текст] //Йәшлек.- 2006.- № 24.
- Абдуллина Л." Аптырама, һылыуым…"// Йәшлек.-2011.- 8 февраль.
Өҫтәлмә мәғлүмәт
Ғилман Ишкининдың шиғырҙары образлы сағыштырыу, тәрән фәлсәфә менән һуғарылған.
Һәр бер һүҙе поэмаға торошло, ти ижадташ дуҫтары уның хаҡында.
Уның афоризмдары башҡорт зыялылары араһында киң популярлыҡ яулай, уларҙы интернет ҡулланыусылар ҙа яратып уҡый.
Ғилман Ишкининдың тыуыуына 50 йыл тулыуға арнап бер төркөм йәштәр «Мин, бәлки, урап та килмәҫмен, ай, алыҫ, аралар, ай, йыраҡ…» тип исемләнгән шиғри йыйынтыҡ баҫтырып сығарҙы. Әйткәндәй, ул «Сыңрау торна» исемле өр-яңы серияның тәүге баҫмаһы.
Ғилман Ғирфан улының шиғырҙарына йырҙар ижад ителеүе лә ижадсының исемен мәңгеләштереүгә ҡарата яһалған бәләкәй генә бер аҙым.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 В Уфе прошел Вечер памяти безвременно ушедшего из жизни поэта Гильмана Ишкинина. 27 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ Гилман Ишкинин. Национальная библиотека им. А.-З.Валиди Республики Башкортостан (25 август 2013).
- ↑ Поздравляем студентов ФБФ с победой в республиканском видеоконкурсе, посвященном памяти Гильмана Ишкинина. Факультет башкирской филологии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
Һылтанмалар
- http://www.bp01.ru/public.php?public=3484 2014 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған.
- http://husainov.livejournal.com/604434.html
- http://libmap.bashnl.ru/node/757
- http://bash-portal.ru/news/1643-pogib-gilman-ishkinin.html 2016 йылдың 17 март көнөндә архивланған.