Яруллин Ғималетдин Минһаж улы
Ғималетдин Минһаж улы Яруллин (рус. Яруллин Гималетдин Мингажевич; 1957 йылдың 19 сентябре, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы) — журналистика ветераны. 2003—2017 йылдарҙа «Сельские узоры» республика аграр журналының директоры (баш мөхәррире). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014)[1].
Биографияһы
Ғималетдин Минһаж улы Яруллин 1957 йылдың 19 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Иҙрис ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1973—1977 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡариҙел районының Тигермән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.
1977 йылда СССР Ҡораллы Көстәренә саҡырыла һәм 1979 йылда хәрби хеҙмәттән запасҡа ҡайтарылғандан һуң Ҡыйғы районы Аҫылғужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә ике йыл физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй.
1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1986 йылда тамамлағас, артабанғы яҙмышын журналистика менән бәйләй. Башта республика башҡорт телендә нәшер ителгән сатир һәм юмор журналы "Һәнәк"тә бүлек мөхәррире була. Етерлек тәжрибә туплап алғандан һуң ул балалар һәм үҫмерҙәр гәзите "Йәншишмә"гә баш мөхәррир итеп тәҡдим ителә[2]. Артабан Ғималетдин Яруллин «Йәшлек» гәзитен етәкләй. Аҙаҡтан йыл ярым дауамында Башҡортостан телевидениеһында эшләп ала. 2003 йылда «Сельские узоры» республика аграр журналының директоры (баш мөхәррире) итеп тәғәйенләнә һәм 2017 йылдың октябренәсә ошо вазифала эшләй[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Рустэм Хамитов вручил государственные награды России и Башкортостана. Ufaved. Городская электроння газета (14 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025.
- ↑ Ижад лабораторияһы ул (башҡ.). Йәншишмә (14 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025.
- ↑ КП РБ редакция журнала «Сельские узоры». РБК Компании. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025.