Ғәбитов Ринат Хәмит улы
Биографияһы
Ринат Хәмит улы Ғәбитов 1943 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы[2] Бекетов ауылында тыуа.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә һәм унан 1975 йылда дипломлы белгес булып сыға. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында башлай һәм ғүмер буйы шунда эшләй. 1995—2011 йылдарҙа Экология, хеҙмәт һәм финанс хоҡуғы кафедраһы мөдире була. 1986 йылда «Атмосфера һауаһын хоҡуҡи һаҡлау» темаһына — кандидатлыҡ, 2000 йылда «Заманса шарттарҙа ер атмосфераһын хоҡуҡи һаҡлауҙың теоретик проблемалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғалим 2016 йылдың 16 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хоҡуҡ проблемаларына арнала. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
- Теоретические проблемы организации правовой охраны атмосферы Земли в современных условиях. Уфа, 2000.
- Теория воздухоохранного права. Уфа, 2003.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000)
- Башҡортостан Республикаһы Фән, юғары һәм урта һөнәри белем биреү дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
Һылтанмалар
- Ғәбитов Ринат Хәмит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
- Ринат Хамитович Габитов 2007 йылдың 9 февраль көнөндә архивланған.