Ғәбитов Ғимран Хәмит улы

Ғимран Хәмит улы Ғәьитов (рус. Габитов Гимран Хамитович; 1958 йылдың 20 марты, Үрге Таш (Мәләүез районы), Башҡорт АССР-ы) — муниципаль хеҙмәткәр, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 2011 йылдың мартынан Башҡортостан Республикаһы Архангел районы хакимиәте башлығы. 2004—2007 йылдарҙа «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры, генераль директоры, 2007—2008 йылдарҙа Ырымбурҙағы «ОренбургНИПИнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының фән буйынса урынбаҫары.

Биографияһы

Ғимран Хәмит улы Ғәбитов 1958 йылдың 20 март]нда Мәләүез районының Үрге Ташлы ауылында тыуа.

1975 йылда Күгәрсен районында колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында эшләй. 1976—1978 йылдарҙа совет армияһында хеҙмәт итә. 1978 йылда — Күгәрсен районының «Ҡыҙыл маяҡ» колхозы тракторсыһы.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1984 йылдан алып «Краснохолмскнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында эшләй, 1991 йылдан — «Ишембайнефть» акционерҙар йәмғиәте НГДУ-һында.

1997—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитетының нефть һәм газ ятҡылыҡтарын файҙаланыу бүлегенең баш геологы, нефть -геологияһы бүлеге начальнигы; 1998—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса идаралыҡтың нефть-газ ресурстарын файҙаланыу буйынса бүлек начальнигы.

2000 йылдан бер нисә менән етәкселек итә: «БашНИПИнефть» ДООО-һы (директор, 2002—2003 йылдар), «„БашНИПИнефть“ Инжиниринг компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт (директор, 2003—2004 йылдар), «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (2004—2007, башҡарма директор, генераль директор, етештереү буйынса директор), «Башнефтехимсервис» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (Стәрлетамаҡ, 2009 — башҡарма директор, генераль директор). 2007—2008 йылдарҙа — «ОренбургНИПИнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең фән буйынса генераль директоры урынбаҫары (Ырымбур), 2009—2010 йылдарҙа — «Белкамнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара аппараты начальнигы урынбаҫары (Нефтекама), 2010 йылда — «Белкамнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Проект эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары (Ижевск).

2011 йылдың мартынан — Архангел районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы, апрелдән — муниципаль район хакимиәте башлығы[1][2]. 2012 йылдың 20 июлендә үҙ теләге менән отставкаға китеүгә бәйле, хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатыла[3].

Енәйәт эше

2025 йылдың 27 авгусында Өфө ҡалаһының Киров районы суды ҡарары менән Ғимран Ғәбитов һәм Лечи Абухаджиев РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө, 159-сы статьяһының 4-се өлөшө (айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу ҡылыуға покушение) буйынса ғәйепле тип табылды.

Судтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Ғәбитовҡа дөйөм режимдағы төҙәтеү колонияһында 4 йыл да 6 ай иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза тәғәйенләнгән. Абухаджиев 4 йылға иркенән мәхрүм ителгән.

Суд тарафынан билдәләнеүенсә, ғәйепләнеүселәр алдау юлы менән вазифалы кешенән 300 мең АҠШ доллары күләмендә аҡса урларға маташҡан. Ғйепләнеүселәр енәйәтте таныған.

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүселәр был аҡсаны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Вадим Старовтан алырға ниәтләгән[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Архангельский район Республики Башкортостан
  2. О назначении главы Администрации муниципального района Архангельский район. Официальный сайт органов местного самоуправления муниципального района Архангельский район Республики Башкортостан (8 апрель 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2020.
  3. В руководстве администрации Архангельского района произошли изменения. Официальный сайт органов местного самоуправления муниципального района Архангельский район Республики Башкортостан (21 июль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2020.
  4. Альфия Аглиуллина. В Уфе у депутата пытались выманить крупную сумму денег. Башинформ (27 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.

Һылтанмалар