Ғәбитов Әхмәҙулла Ғабдулла улы

Ғәбитов Әхмәҙулла Ғабдулла улы (16 ғинуар 1916 йыл — 18 август 1981 йыл) — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүсе (1949).

Биографияһы

Әхмәҙулла Ғабдулла улы Ғәбитов 1916 йылдың 16 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1932—1938 йылдарҙа — Ғәлиәкбәр ауыл советы секретары, 1942—1942 йылдарҙа рәйесе булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сәнәғәт колхозына етәкселек итә.

Һуғыштан һуң — «Ҡыҙыл юл», «Ҡыҙыл байраҡ», Молотов исемендәге, «Берлек», Салауат, «Беренсе май», «Марс», «Ҡыҙыл яр» сәнәғәт артелдәрен берләштергән район урман хужалығы сәнәғәте хужалығы рәйесе. 1959 йылдан «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы рәйесе.

1959 йылда Бөрйән район советына депутат итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Габитов Ахмадулла Абдуллович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 160. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр