Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы
Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы (12 май 1989 йыл) — тел белгесе-ғалим, педагог. 2020 йылдан Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2016).
Биографияһы
Әлфинә Таһир ҡыҙы Ғәбиҙуллина (Шәмиғолова) 1989 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙа Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡый, 11-се класты Яңы Собханғол урта мәктәбендә тамамлай.
2006—2011 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында «Башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса белем ала. Академияны ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2011—2015 йылдарҙа — шул академияһының башҡорт теле кафедраһы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре (башҡорт теле) һөнәре буйынса аспиранты (ситтән тороп уҡыу бүлегендә). 2016 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[1].
- Хеҙмәт юлы
- 2011—2012 йылдарҙа — Бөрйән районы Аҫҡар ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
- 2012—2013 йылдарҙа — Байназар ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей филиалында рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле уҡытыусыһы.
- 2014—2015 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы;
- 2015—2016 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 29-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
- 2020 йылдан Иҫке Собханғол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Фәнни эшмәкәрлеге
Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк-ара, вуз-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Тикшеренеүҙең төп положениелары 34 баҫмала, шул иҫәптән РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тәҡдим иткән фәнни журналдарҙағы 4 мәҡәлә (Таулы Алтай, 2013, Түбәнге Новгород, 2014, Мәскәү, 2014, 2015), Скопус (Италия, Рим) мәғлүмәт базаһына индерелгән халыҡ-ара фәнни журналда яҙылған.
Китаптары
Ҡаҙаныштары
- Башҡортостан Республикаһы гранттарына йәш ғалимдарҙың һәм йәштәр ғилми коллективтарының ғилми эштәре конкурсында еңеүсе, 2014 йыл;
- Башҡортостан Республикаһы гранттарына йәш уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе, 2016 йыл;
- «Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы туған телдәрҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» район конкурсы еңеүсеһе (2-се урын);
- «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында 1 урын (2022)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Российская государственная библиотека. Шамигулова, Альфина Тагировна. Лексика одежды и украшений в башкирском языке: автореферат дис. ... кандидата филологических наук : 10.02.02 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2024)
- ↑ Башҡортса-урыҫса кейем-һалым һәм биҙәүестәр лексикаһы һүҙлеге
- ↑ [1]
- ↑ Башҡорт телендә кейем-һалым һәм биҙәүестәр лексикаһы
- ↑ Данлы Бөрйән ҡыҙҙарының береһе — Әлфинә
Һылтанмалар
- Габидуллина Альфина Тагировна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 159. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.