Ҡормашев Ғәйнан Нурый улы
Ҡормашев Ғәйнан Нурый улы (рус. Курмашев Гайнан Нуриевич; 27 февраль 1919 йыл — 25 август 1944 йыл) — вермахтың «Иҙел-Урал» Волга-татар легионының йәшерен ойошмаһы ағзаһы һәм етәксеһе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Биографияһы
Ғәйнан Нурый улы Ҡормашев 1919 йылдың 27 февралендә хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе Хобда районында тыуған.
Ата-әсәһенең тыуған яғы булған[1] Мари АССР-ының Бәрәңге районындағы Бәрәңге педагогия техникумын тамамлай һәм ошо райондың Ҡуянауыл исемле ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, математика һәм географиянан уҡыта. Педтехникумда уҡыған сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлай.
1937 йылда, кулак сығышлы тип ғәйепләнеп, комсомолдан сығарыла, ә уның бер нисә туғаны ҡулға алына. Шуға күрә Ғәйнан йәшерен рәүештә Ҡуянауылдан Аҡтүбәгә китә, унда тағы ла мәктәпкә эшкә урынлаша. 1939 йылда 20 йәшендә армияға саҡырылғанда ул мәктәп директоры була.
Армияла Ғәйнан Ҡормашев кесе командирҙар мәктәбен тамамлай һәм лейтенант званиеһы ала. Совет-фин һуғышында ҡатнаша, ул тамамлағанғас, Гомель өлкәһендә хеҙмәт итә. Тәүге көндәрҙән үк Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Разведчиктар командиры булараҡ, 1942 йылда махсус төркөм составында ул тулыһынса ышаныслы һәм һыналған кеше характеристикаһы менән дошман тылына ебәрелә һәм немец әсирлегенә эләгә. Уны Демблиндағы (Польша) хәрби әсирҙәр лагерына оҙаталар. Бында сығышы менән Волга буйы халыҡтарынан булған совет хәрби әсирҙәренән — татарҙарҙан, башҡорттарҙан, удмурттарҙан, сыуаштарҙан — немец командованиеһы «Иҙел-Урал» легионын ойоштора.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Хәтер
• Һуғыштан һуң, 1990 йылда, «Иҙел-Урал» легионында татар подпольеһының роле билдәле булғас, Ғәйнан Ҡормашев үлгәндән һуң 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сайт Бесмертный полк Республики Татарстан. ГАЙНАН КУРМАШ И ДЕСЯТЬ ДРУГИХ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2024)
- ↑ О награждении орденом Отечественной Войны I степени активных участников Великой Отечественной войны 1941—1945 годов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2010. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
• Сануков К. Н. Рядом с Джалилем / Сануков К. Н. // НАШИ ЗЕМЛЯКИ: ПУТИ И СУДЬБЫ. Очерки. — Йошкар-Ола: ООО «Издательство Мари Книга», 2011. — С. 308—318. — ISBN 978-5-91895-006-7. (рус.)
• История Марийского края в лицах. 1941—1945 гг.|126—128|Курмашев Гайнан Нурмухаметович. (рус.)
Һылтанмалар
• Энциклопедия РМЭ|473|Курмашев Гайнан Нурмухаметович. (рус.)
• Марийская биографическая энциклопедия-2|241|Курмашев Гайнан Нурмухаметович. (рус.)
• Курмашев Гайнан. Мемориал Великой Отечественной войны (рус.)
• Портреты джалильцев (рус.)
• Мужество останется в веках. (рус.)
• Администрация Параньгинского муниципального района Республики Мари Эл. Офиицальный сайт. Несломленный герой. 28 февраля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2024)
• Сайт Бесмертный полк Республики Татарстан. ГАЙНАН КУРМАШ И ДЕСЯТЬ ДРУГИХ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2024)