Ҡормашев һәм тағы унау
Ҡормашев һәм тағы унау (рус. «Курмашев и десять других»; нем. Kurmaschew und 10 andere) — «Иҙел-Урал» легионындағы йәшерен ойошма эше буйынса Өсөнсө рейхтың Дрездендағы Икенсе император судының 1944 йылдың 12 февралендәге ҡарары[1]. Эштән өҙөк булған ҡулъяҙма документ Прага архивында табылған. Суд архивы иһә Дрезденды бомбаға тотҡанда юҡ ителә.
Документ
«Ҡормашев һәм тағы унау» эше 1942 йылдан 1943 йылдың авгусынаса легионда эшләгән татар подпольеһының 11 ағзаһына ҡағыла. Эш буйынса тикшереләләр:
• Ғәйнан Ҡормашев
• Муса Йәлил
• Абдулла Алиш
• Фуат Сәйфулмөлөков
• Фуат Булатов
• Ғариф Шабаев
• Әхмәт Симаев
• Ғабдулла Батталов
• Зиннәт Хәсәнов
• Әхәт Атнашев
• Сәлим Бохаров
Документ немец телендә төҙөлгән, номеры 36/44. Шулай уҡ судья Фляйшмандың исеме күрһәтелә.
Иҙел-Урал легионы
1942 йылдың 15 авгусында Ҡоро ер ғәскәрҙәре юғары командованиеһы — вермахттың совет хәрби әсирҙәренән «Иҙел-Урал легионы»н булдырыу тураһында документҡа ҡул ҡуйыла. Легион Польшаның Едлиньск ҡалаһында урынлаша. Легионға сығышы менән Волга буйынан һәм Уралдан булғандар алына, уларҙан ете (825—831-се) волга-татар батальоны ойошторола. Был подразделениелар немецтар менән берлектә совет ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышасаҡ тип күҙаллана, әммә немецтар быға өлгәшә алмай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ О «Курмашеве и десяти других», казненных в Берлине за «подрыв военной мощи» Германского рейха — История — Татароведение — МТСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2010. Архивировано 30 март 2013 года.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
• Гилязов, И. А. Легион «Идель-Урал». — М.: Вече, 2009. — 304 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9533-4272-8.