Батталов Ғабдулла Вәзих улы

Батталов Ғабдулла Вәзих улы (рус. Батталов Габдулла Вазыхович; Абдулла Баттал; 1 май 1916 йыл25 август 1944 йыл) — Волга-татар легионының йәшерен ойошмаһы ағзаһы.

Биографияһы

Ғабдулла Вәзих улы Батталов (Абдулла Баттал) 1916 йылдың 1 майында Рәсәй империяһының Ҡазан губернаһы Спас өйәҙе[2] Оло Тигәнәле ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул алты бала араһында бишенсе була. Ауыл мәктәбенең ете синыфын тамамлай һәм колхозда, Чистайҙа урта белем алғас, шахтала эшләй. Хәрби хеҙмәт тураһында хыяллана һәм ағаһы Сәлихтың лётчик фуражкаһын кейеп йөрөй. Әлеге ваҡытта уның тышҡы ҡиәфәте 1930 йылда будённовкала төшкән фотоһүрәте аша билдәле.

1937 йылда армияға саҡырыла, Ҡазан кремлендә хеҙмәт итә, һуңынан кесе командирҙар курсына — «Татар-башҡорт хәрби мәктәбенә» ебәрелә. Бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында аяғын йәрәхәтләй һәм хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла, тыуған ауылына ҡайта һәм клуб мөдире булып эшләй башлай. 1938 йылда Хәҙисә исемле ҡыҙға өйләнә, уларҙың ҡыҙы иртә бала сағында уҡ вафат була, ә никах уңышһыҙ була һәм тиҙҙән тарҡала.

1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Абдулла Баттал фронтҡа китә, немецтарға әсирлеккә төшә һәм «Иҙел-Урал» легионына эләгә. Бында Муса ЙәлилҒәйнан Ҡормаштың йәшерен төркөмөнә ингәс, элемтәсе ролен үтәй. Хыянат арҡаһында татар подпольеһы фаш ителә, һәм Абдулла Батталов ун подпольщик менән бергә ҡулға алына.

1944 йылдың февралендәге судтан һуң 11 татар подпольщигы[3] 1944 йылдың 25 авгусында Берлиндың Плетцензее төрмәһендә язалана.

Хәтер

1990 йылдың 5 майында башҡа йәлилселәр менән бергә аҡлана. СССР Президенты М. С. Горбачев Указы менән «Йәшерен антифашистик төркөмдә әүҙем патриотик эшмәкәрлеге һәм шул ваҡытта күрһәткән сыҙамлығы һәм батырлығы өсөн» ҡормашевсылар үлгәндән һуң 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[4].
• 1999 йылда тыуған ауылы Оло Тигәнәлдәге урамдарҙың береһенә Абдулла Баттал исеме бирелә (тағы бер урам уның ағаһы Сәлих Баттал хөрмәтенә аталған).
Ҡазанда Муса Йәлил һәйкәле янындағы барельефта башҡа татар подпольщиктары исемдәре менән бергә Абдулла Батталдың исеме лә уйып яҙылған.

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ